Арзан хаҡҡа яҙылып ҡалайыҡ!

Ҡәҙерле дуҫтар! 1 февралдән 2019 йылдың икенсе яртыһына гәзит-журналдарға ваҡытынан алда яҙылыу башланды. Әйҙәгеҙ, арзаныраҡ хаҡҡа яҙылып ҡалайыҡ. Акция март аҙағынаса дауам итәсәк.
«Йәншишмә»гә бер айға яҙылыу хаҡы – 82 һум 31 тин, ярты йылға – 493 һум 86 тин.
Индексы – П2765.

Нуғайҙа – модулле балалар поликлиникаһы!

Бөгөндән Нуғайҙа модулле медицина пункты эшләй башлай. Унда Өфө ҡалаһының Октябрь районына ҡараған Нуғай, Зинин, Жилин, Нуғай кардоны ауылдарында йәшәгән балаларға медицина-санитар ярҙам күрһәтеләсәк. Пункт Фәриҙә Ҡудашева урамы, 42-се йорт адресы буйынса урынлашҡан. Унда 5-се балалар поликлиникаһының 3 табип-педиатры эш көндәрендә иртәнге 9-ҙан 12-гә тиклем ҡабул итәсәк.
Тулыһынса уҡырға “Нуғайҙа – модулле балалар поликлиникаһы!” »

Бесәнсе-Хоҙайбирҙин

Керәүле йылғаһы.

Күгәрсен районы Хоҙайбирҙин (Бесәнсе) ауылы тарихы менән бала сағымдан уҡ ҡыҙыҡһына башланым. Уның эргәһендәге тау, йылға исемдәре тураһында Фәтих Азаматов, Юнир Аҙнағоловтар сығарған «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!» китабынан һәм ҡарт­әсәйемдең һөйләүҙәренән үҙемә күп кенә мәғлүмәттәр таптым.
Тулыһынса уҡырға “Бесәнсе-Хоҙайбирҙин” »

Эшләгәнең – кешегә, өйрәнгәнең – үҙеңә…

Беҙҙең интернат-гимназияла һәр дәрес ҡыҙыҡлы ла, үҙенсәлекле лә үтә. Уҡытыусылар малайҙар һәм ҡыҙҙарҙы белем донъяһына ылыҡтырыу маҡсатында бар көсөн һала. Хеҙмәт дәресен дә уҡыусылар көтөп ала. Сөнки унда тормошта кәрәк буласаҡ һөнәрҙәргә өйрәнәләр бит.
Тулыһынса уҡырға “Эшләгәнең – кешегә, өйрәнгәнең – үҙеңә…” »

Ҡанатлы дуҫтар ярҙам көтә

Беҙҙең илдә 1927 йылдан алып Ҡоштар көнө билдәләнә. Был көндө һәр кеше ҡулынан килгәнсә ҡанатлы дуҫтарыбыҙға ярҙам күрһәтергә тейеш. Ә үҙебеҙ ниндәй яҡшылыҡ эшләй алабыҙ һуң? Ҡышын – тағараҡтар, ә яҙын сыйырсыҡтарға оялар яһап ҡуйһаҡ, ҡошсоҡтарыбыҙ бик тә ҡыуаныр ине.
Тулыһынса уҡырға “Ҡанатлы дуҫтар ярҙам көтә” »

Яратам һине, ҡыш!

Ҡыш! Өс хәрефтән генә торһа ла, ниндәй сихри миҙгел ул. Бар ғаләмде һоҡландырып, ҡырпаҡ ҡар яуыуы, ағастарға бәҫ ҡуныуы, тирә-яҡтың ҡыш­ҡылыҡҡа йоҡоға талыуы… Ә саф һауаһы һуң? Ошо матурлыҡты күреү, рәхәтләнеп уйнау өсөн тышҡа атлығабыҙ. Сана, саңғы шыуабыҙ, ҡарҙа аунайбыҙ…
Тулыһынса уҡырға “Яратам һине, ҡыш!” »

Илмир ағай ҙа Афған юлын үткән

Бөгөн – Афғанстандан совет ғәскәрҙәрен сығарыуға – 30 йыл

Тыныс холоҡло, һәр кемебеҙгә ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер торған «Йәншишмә» гәзите редакцияһы водителе Илмир Ғәйнуловҡа ла Афған юлын үтергә тура килгән. Уның күргәндәре, кисергәндәре хаҡында һөйләүе һеҙгә, уҡыусылар, шул осорҙо күҙалларға ярҙам итер, тип ышанабыҙ. Тулыһынса уҡырға “Илмир ағай ҙа Афған юлын үткән” »

Театрҙарҙы беләһеңме?

Иғтибар: яңы конкурс!

Быйыл Башҡортостанда һәм Рәсәйҙә иғлан ителгән Театр йылына арнап «Йәншишмә» гәзите конкурс иғлан итә. Ул ике турҙан торасаҡ. Тәүгеһе – февраль – май, икенсеһе сентябрь – декабрь айҙарында үтәсәк. Һәр турға 25 һорау тәҡдим ителә.
Тулыһынса уҡырға “Театрҙарҙы беләһеңме?” »

Күңелле лә, ҡыҙыҡлы ла

Мәктәбебеҙҙә башҡорт теле һәм әҙәбиәте аҙналығы уҙҙы. Уҡыусыларҙа телгә һөйөү, туған телебеҙ менән ғорурланыу тойғоһо уятыу, халыҡ ижадын, йолаларын, балалар фольклорын өйрәтеү, таратыу эштәре маҡсат итеп ҡуйылды. Шулай уҡ аҙналыҡ Театр йылына ла арналды. Уның барышында төрлө саралар уҙғарылды.
Тулыһынса уҡырға “Күңелле лә, ҡыҙыҡлы ла” »

Мәскәүҙә лә булдыҡ беҙ

«Осҡон» өлгөлө бейеү ансамбле.

Аһәңле, илаһи моң яңғырау менән меңәрләгән тамашасы берҙәй тынып ҡала. Күңелдәрҙе елкендереп, бер-бер артлы бейеүселәр килеп сыҡҡас, хайран ҡалып тамаша ҡылалар. Бейеү тамамланғас, бик оҙаҡ ҡул сабып, үҙҙәрен сәхнәнән ебәрмәй торалар.
Тулыһынса уҡырға “Мәскәүҙә лә булдыҡ беҙ” »