Зыйыҡ түбә

Өләсәйем Учалы районының Оҙонгүл ауылында тыуып үҫкән. Беҙ йыл һайын уның менән шунда ҡунаҡҡа ҡайтып йөрөйбөҙ. Эргәһендә ге­нә ҙур һәм матур күл бар. Исеме – Оҙонгүл. Ауылдың атамаһы ла шунан алын­ғандыр инде. Күлдең оҙонлоғо – биш, ә киңлеге ике саҡрым. Матурлығын һөйләп тә бөтөрөрлөк түгел. Яҙ көнө бында башҡа ҡоштар менән бергә аҡҡоштар ҙа ҡайта, бала сығарып үҫтерә.

Күлдә бәләкәй генә күсеп йөрөүсе ҡамышлы утрауҙар бар. Ел сығып, тулҡындар башланһа, улар ярҙың бер яғынан икенсеһенә табан йөҙә башлай. Балыҡтарҙың ниндәйҙәре генә юҡ: суртан, табан балыҡ, алабуға, йәйен, ташбаштар…
Ауылды төрлө яҡлап бейек тау, урман, һаҙлыҡ уратып алған. Тау биттәрендә ер еләге түшәлеп ята. Башынараҡ менһәң, ҡыр сейәһе үҫә, иренмәй йый ғына. Урманында төрлө бәшмәктәр, ҡыр йыуаһы, ҡымыҙлыҡ ишелеп үҫә.
Күл янында ғына бәләкәй ҡалҡыулыҡ бар. Зыйыҡ түбә тип атайҙар был урынды. Уның менән күл ара­һында бәүелеп ятҡан һаҙлыҡ, шуға ла барып етерлек түгел. Борон Зыйыҡ исемле балыҡсы бабай йәшәгән. Ул ғына күлгә бара алған, тиҙәр. Түбә янында ҡойоһо ла булған. Бабай шунда сум­а ла күлгә килеп сыға икән. Бер ваҡыт ул ҡойоға төшә, әммә кире күренмәй. Шунан һуң ул түбәне «Зыйыҡ тү­бә» тип йөрөтә башлай­ҙар.
Ололарҙың һөйләүенсә, бабай күлдең түбә менән һаҙлыҡ аҫтынан тоташҡан юлын белгән, имеш.
Бына шундай легенда ишеттем өлә­сә­йемдең тыуған яҡтарында ҡунаҡта булғанда.

Илгиз ФАЗЫЛОВ, VII синыф уҡыусыһы.
Шишмә районы, Енғалыш мәктәбе.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code