Зинһар, бүтән юғалма!

Йома кис Стәрлетамаҡтан уҡыуҙан ҡайтып барышлай Гагарин урамында урынлаш­ҡан «Светлана» магазинына инеп сығырға булдым. Шул саҡ ишек төбөндә ултырған ҡарараҡ бесәй күҙемә салынды. «Китекат» һатып алып, ас мыяуҡайҙы ашат­ҡас, уны ентекләп ҡарарға тотондом: йөнө таҙа, йом­шаҡ, ялтыр, тәнендә бер ниндәй ҙә сабыртмалар юҡ. Һа­тыусылар әйтеүен­сә, бе­сәй магазин тирәһендә бер-ике аҙна йөрөй икән, тәү­ҙә уның ҡара төҫтә муйынса­ғы ла бул­ған, аҙаҡ кемдер сискән.

«Беҙ уны колбаса менән һыйлап алабыҙ. Күренеп тора, өй бесәйе!» – тип һөйләне улар. «Юғалтмағыҙ, мин үҙен өйгә алып ҡайтып, социаль селтәр­ҙәр­гә йә иғландар таҡтаһы­на мәғлүмәт ҡу­ям», – тип яңы дуҫым менән сығып киттем.
Өйгә тиҙ генә өйрәнеп алды. Ҡайтҡас та интернетҡа инеп, бесәй тураһын­да мәғлүмәт яҙып, фотолар ҡыҫтырып, баҫтыра һалдым. Был эштә миңә социаль селтәр­ҙән Регина Халиҡова ярҙам итте. Рәхмәт инде уға.
Икенсе көндө шәхси эшем буйынса йөрөгән ваҡытта Регина: «Хужаһы табылды!» – тип хәбәр итте. Ныҡ ҡыуан­дым. Һуңынан бесәй­ҙең хужаһы Заки­ра апай менән бәйләнешкә сы­ғып, осрашыу тураһында һөй­ләш­тек.
Күп тә үтмәй: «Беҙ һинең янға киләбеҙ!» – тип хәбәр итте ул. Мин тағы ла адресымды ҡабатлап, тәҙрә янына килеп баҫтым. Ана, өйөбөҙ алдында машина ла күренде. Автомобилдең артҡы ишегенән килеп сыҡҡан апай мине күреп, ҡул болғаны. Тиҙ генә ҡунаҡтарҙы ҡаршы алырға йүнәлдем. Бесәйҙең хужаһы бик алсаҡ һәм ихлас кеше булып сыҡты. Рәхмәт әйтеп, бәләкәй генә күстәнәсен ҡалдырып, шатланып ҡайтып китте. Мин тәҙрә алдына ба­ҫып, уларҙы оҙатып ҡалдым. Яңы ғына тапҡан ду­ҫымдан айырылыу ҡыйын ине…
Клим, зинһар, бүтән юғалма!

Илшат БАЙЫҠОВ.
Стәрлетамаҡ ҡалаһы.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code