Зөһрә КАШАПОВА шиғырҙары

Заставка 1,8Беҙҙең быуа

Беҙҙең өйҙөң эргәһендә
Ялтырап ята быуа.
Йәйен унда һыу инәбеҙ,
Ҡышын конькиҙа шыуам.

Балыҡҡа ла бай быуабыҙ,
Иренмәй ултыр ғына!
Быйыл унда балалар ҙа
Күберәк былтырғынан.

Ҡар бәрешеп уйнайбыҙ ҙа
Шаҡ-шоҡ сәкән һуғабыҙ.
– Ҡасан килерҙәр икән? – тип
Көтөп ята быуабыҙ.

Һеңлемдең сәсе

Итәгенә төшөп тора
Һеңлемдең сәс толомо.
Ә тағатһа, япраҡ ярған
Хас та ҡайын олоно!

Ҡояш нуры йым-йым итә
Һеңлемдең шул сәсендә.
Көмөш тәңкә балҡый, гүйә,
Йондоҙло тирәсендә.

Матур таҫма ҡушып әсәй
Үрә һеңлемдең сәсен.
– Ҡыҙымдың, – ти, – толомонан,
Әйҙә, ҡыҙҙар көнләшһен!

Өләсәйем

Өләсәйҙең ҡулы оҫта,
Бәйләй бөтә әйберҙе.
Йәһәт кенә эшләп ҡуя,
Көтөп тормай әҙерҙе.

Йөн кофтаһын, башалтайын
Атай яратып кейә:
– Улар бик тә йылы, – ти ул, –
Төшә күрмәһен көйә!

Был бөжәккә өләсәйҙең
«Дарыуы» күптән әҙер:
– Тышҡа элеп ҡуйһам, – ти ул, –
Үлеп бөтәләр хәҙер!

Ул бәйләгән бейәләйҙәр
Шундай ныҡ, шундай йылы.
Һәр бер нағыш-биҙәгендә
Балҡый өләсәй һыны.

Шәп спортсы

Йөҙ түбән дә ята ул,
Баш түбән дә тора ул.
Кәрәк икән, башты уңға
Йә һул яҡҡа бора ул.

Һыуға төшөп, ҡолас ташлап
Йөҙөргә лә бик оҫта.
Мускулы ла ташып тора
Ҡаты таштай, ҡоростай.

Һикерергә, йүгерергә
Өйрәнде бала саҡтан.
Шәп спортсы кем булыуын
Һорағыҙ Айсыуаҡтан.

Атлап түгел, йүгереп гел
Йөрөй ул ҡайһы саҡта.
Көс тигәнең кемдә, тиһәң,
Ул бары Айсыуаҡта!

Ҡулъяулығым

Өләсәйем бүләк итте
Миңә кескәй ҡулъяулыҡ.
Йәйҙең алһыу сәскәләрен
Хәтерләтте шул яулыҡ.

Баҡсабыҙҙа үҫте улар,
Нурҙар эсеп ҡояштан.
Һандуғастар моңдар түкте,
Ҡайтҡас та йылы яҡтан.

Яндарында алмағастар
Торҙо ҡоласын йәйеп.
Ҡулъяулығым һаҡлай төҫлө
Ерҙең ҡояшлы йәйен!

Ишет, ел!

Шарт-шорт утын яра атай,
Ҡыҙығып ҡарап торам.
Тик ел генә ҡыҙыҡманы –
Һыҙғырҙы арттан буран.

Өшөтөргә теләп уны,
Салғыйын, еңен тартты.
Ишетмәгәс, урап килеп,
Ҡарын ергә таратты.

Йоҙроҡ төйҙөм уға өйҙән:
– Ишет, ел, ишет, – тиеп.
– Шәп булғас, һин, бына беҙҙе,
Йә, өйҙә өшөт! – тиеп.

Әбйәлил районы, Асҡар ауылы.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code