Юл күрһәтеүсе ҡаҙ

Z1,3«Йәншишмә»нең 12-се һанында (25 март) Фәниә Шаһибалованың «Серле Һыуыҡбил» тигән мәҡәләһен уҡып сыҡҡас, элегерәк өлкәнерәк йәштәге ағайҙарҙың һөйләгәндәре минең дә хәтергә килеп төштө әле. Беҙҙең Йөйәк ауылында йәшәгән хеҙмәт ветераны (аҙаҡ байтаҡ йылдар вафатына тиклем ауылда мулла вазифаһын башҡарҙы) Иҫәнғәле бабай Шаһивәлиев менән бул­ған хәл был.

«Һуғыш осоронда Ноҡат леспромхозында үҫмер генә көйө эшләп йөрөргә тура килде. Аҙналар буйы шунда йөрөп, туғандарҙы күрергә, мунса инергә алмашлап ҡайта торғайныҡ. Шулай бер көндө нормаға бирелгән аҙыҡ-түлекте арттырып, инәйемә, туғандарыма күстәнәс итеп алдым да яңғыҙым кискә табан Ноҡаттан сығып киттем. Көҙ, һыуыҡ… Елмерҙәкте үтеп, Йөйәк буйына еткәнсе ҡараңғы төштө, хәлем бөттө, сөнки ҡар яуған – һыртта ул тубыҡҡа етә. Инде ҡайтып етә алмам, аҙаштым, тигән саҡта Изгеләр зыяраты янында (ауылға алты саҡрымлап була) бер ҡаҙ килеп сыҡты ла алдымдан төшөп алды. Ул мине аҙашмаҫлыҡ ергә – «Күперле» кисеүенә еткәнсе эйәртеп килде лә күҙҙән юғалды», – тип һөйләгәйне бабай. Бына шундай хәлде нисек аңлатырға?
Изгеләр зыяраты ауылдан ситтә, Оло ялан тигән ерҙә, урынлашҡан. Унда Ҡатай иленең бик күренекле кешеһе (әүлиә, тип тә әйтәләр) күмелгән. Бей (кенәз, ырыу башлығы) булған тигән мәғлүмәттәр ҙә бар. Батшаға барып жалованный грамота алып ҡайтҡан Ҡолман бей күмелгән, тип тә һөйләйҙәр. Аҙаҡ уның янына Ҡатай ерендәге күренекле кешеләрҙе килтереп күмер булғандар. Сермән, Айыс яҡтарынан да күптәр шунда ерләнгән.
Был зыярат янында шифалы шишмәһе лә бар. Һыуыҡйылға, тип тә йөрөтәләр үҙен. Ҡышҡыһын ул бер ваҡытта ла туңмай, ә бына йәйен һыуы теште ҡамаштырырлыҡ һалҡын була. Сит-ят күҙҙәргә ташланып бармаһын өсөн ҡәберҙәр өҫтөнә бер ниндәй ҙә билдә ҡуйылмаған. Хәҙер улар беленмәй ҙә тиерлек. Шулай ҙа кешеләр ул ерҙе онотмай, изге урын һанай.
1927 йылда Ҡатай төбәгендә Николай Дмитриев етәкселегендәге этнографик экспедиция ағзаһы Билалов яҙып алған легендала, Оло ялан зыяратына туғыҙ ауыл изгеләрен күмер булған, тиелә.

Ринат ШӘЙБӘКОВ, уҡытыусы.
Белорет районы, Йөйәк ауылы.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code