Юбилейың менән, «Ирәмәл»!

Уральск ауылындағы «Ирә­мәл» балалар бейеү ансамбле ошо көндәрҙә үҙенең 30 йәшлек юбилейын билдәләп үтте. Тамашаға халыҡ бик күп йыйылды. Йыраҡ араларҙы яҡынайтып килгән абруйлы ҡунаҡтар ҙа байтаҡ ине. Байрам тантанаһы бик күңелле барҙы. Һәр сығышты тамашасы ҙур алҡыштар менән ҡаршы алды. Балалар­ҙың дәртле баҫып бейеүе һәр кемдең күңеленә хуш килде.

Беҙҙең данлыҡлы ансамбль.

«Ирәмәл» – халҡыбыҙ­ҙың матур йолаларын, бейеүҙәрен өйрәнергә теләгән балаларҙы берләштергән ансамбль. Етәксеһе Әлфиә Нәжип ҡыҙы Ғарипова – талапсан, талантлы кеше. Уның төп маҡсаты – ансамблде һаҡлап ҡалыу, яңы таланттар асыу һәм уларҙы үҫтереү.

Мин ошо кейемдә сығыш яһайым.

«Ирәмәл»дә мин өсөнсө йыл шөғөлләнәм. Үҙем Бәләкәй Ҡаҙаҡҡол ауылында йәшәйем. Атай-әсәйемә рәхмәт инде, теләгемә ҡаршы килмәнеләр. Ансамблдә ике төркөм эшләп килә. Мин Гөлиә һәм Фәнис Кәримовтар етәкләгәнендә бейейем. Башҡа тиҫтерҙәрем дә ансамблгә ҙур теләк менән йөрөй. Беҙҙе бейеү, сәхнә серҙәренә өйрәтәләр. Әйткәндәй, ансамблдең уңыштары ла бик күп. Үҙебеҙ ҡатнашҡан һәр конкурста төп приздарҙы ғына яулайбыҙ.
«Ирәмәл» балалар ансамблен юбилейы менән ихлас ҡотлайым, артабан да ижади уңыштар ғына юлдаш булһын. Дуҫтарыма, тиҫтерҙәремә, бейеү серҙәренә өйрәтеүсе апай-ағайҙарыбыҙға һаулыҡ-сәләмәтлек, яңынан-яңы үр­ҙәр яулауҙарын теләйем.

Сөмбөл ЙОСОПОВА, V синыф уҡыусыһы.
Учалы районы, Бәләкәй Ҡаҙаҡҡол мәктәбе.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code