Юбилейың ҡотло булһын, өлкән ағайыбыҙ!

Башҡорт халҡының мәшһүр көйө «Урал»ды аяғүрә баҫып тыңланылар.

Республикабыҙҙың абруйлы баҫмаларының береһе – «Башҡорт­остан» гәзите уҙған аҙнала 100 йыллыҡ юбилейын билдәләне. Байрам сараһы Конгресс-холл бинаһында уҙҙы.

Өфө районы Шамонин ауылының
«Дарман» балалар бейеү ансамбле.

Тамаша залы шығырым тулы ине. Был үҙе үк халыҡтың республикабыҙға исем биргән гәзитебеҙгә ҡарата ихтирамы тураһында һөйләй ине. Улар шулай уҡ был көндө яратҡан баҫмаларына яҙылды, матур итеп ойошторолған күргәҙ­мәлә милли уйын ҡоралда­ры, би­ҙәүес әйберҙәре һатып ал­ды.

Стәрлетамаҡ бейеү театры коллективы.

Тамашаны барыбыҙ ҙа ярат­ҡан Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры артистары Хөрмәтулла Үтәшев менән Сара Буранбаева алып барҙы. Улар баҫма тарихының сағыу биттәренә байҡау яһаны. «Баш­ҡортостан» гәзите 1917 йылда ойошторола. Төрлө йылдарҙа төрлөсә атала: «Башҡортостан хәбәрҙәре» (1919 – 1922 йылдар), «Башҡортостан (1922 – 1937), «Ҡыҙыл Башҡорт­остан» (1937 – 1951), «Совет Башҡорт­останы (1951 – 1990). 1990 йылдан «Башҡорт­остан» исеме менән донъя күрә. 1968 йылда Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләнә.

Әлим Ҡәйүмов менән Рима Амангилдина йырлай.

Байрамда шулай уҡ гәзиттә төрлө йылдарҙа эшләгән баш мөхәррирҙәр, ветерандар һәм абруйлы ҡәләм оҫталарының ҡотлау һүҙҙәре, тос фекерҙәре яңғыраны. Улар­ҙың сығыштары артистар­ҙың матур бейеүҙәре, йырҙары менән үрелеп барҙы.
Ниндәй байрам бүләкһеҙ бул­һын инде?! Баҫманың бүлек мөдире Салауат Әбүзәровҡа

Республика Башлығының
матбуғат секретары Фәнүр Йәғәфәров Салауат Әбүзәровҡа награда тапшыра.

«Башҡортостан Республика­һының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре» тигән маҡтаулы исем бирелде, ә Илдар Аҡъюлов Башҡорт­остан Республикаһының Почёт грамотаһына лайыҡ булды. Бүләкләнеүселәрҙе – оло наградалары, ә «Башҡортостан» ағайыбыҙҙы күркәм юбилейы менән ҡотлайбыҙ.

Гәзит-журналдарға яҙылыу ваҡытында.

«ЙӘНШИШМӘ» ТУҒАНЫҒЫҘ.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code