Юғары уҡыу йорттары Ҡытай менән бәйләнештә

Республиканың юғары уҡыу йорттары Ҡытай Халыҡ Республикаһы менән әүҙем эшмәкәрлек алып бара. Башҡорт дәүләт университетында Рәсәй-Ҡытай бизнес-инкубаторы булдырылған. Ун­да студенттар бизнес төҙөү буйынса Ҡытай алымдарын өйрәнә, Ҡытай Халыҡ Республикаһында стажировкалар ҙа ҡаралған. Башҡорт дәүләт медицина университеты Ҡытайҙың медицина ғилми даирәләре менән тығыҙ бәйләнештә йәшәй.

Был хаҡта республикабыҙ Башлығы Рөстәм Хәмитов Ҡытайҙың алдынғы киң мәғлүмәт саралары – «Синь­хуа» мәғлүмәт агентлығы һәм Ҡытайҙың Үҙәк телевидениеһы вәкилдәренә биргән интервьюһында һөй­ләне. Йәштәрҙең ҡытай телен ҙур теләк менән өйрәнеүҙәрен дә билдәләп китте.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code