Ятып ҡалғансы – атып ҡал!

Һай, башҡорт егеттәре!

«Бәйләнештә» селтәренән Өфө ҡалаһында үҫмерҙәр араһында традицион уҡтан атыу буйынса Байыҡ Айҙар кубогына «Уғатар» турниры уҙғарылыуын белгәс, ун­да бик тә ҡатнашҡыбыҙ килде. Атай-әсәй­ҙәребеҙ теләгебеҙҙе хуплап һәм ярҙам күрһәтеп, ярышҡа алып бар­ҙы.

Байыҡ Айҙар кубогына турнирҙың иң мәргән уғатары – Учалы егете Таһир Таңатов (һулда) ағайҙар Рөстәм Теләүбирҙин һәм Юлай Ғәлиуллин менән.

Беренсе тапҡыр ҡатнашһаҡ та, күпмелер кимәлдә уңышлы сығыш яһаныҡ. Сибай һәм Учалынан килгән мәргән, тәжрибәле, оҫта ағайҙарыбыҙҙан өлгө алып, уларҙан күп нәмәгә өйрәндек. Өфө һәм Шамонин спортсылары һәм беҙҙең кеүек үк башлан­ғыс синыф уҡыусылары булған Ишембай уҡсылары менән аралашып, киләһе йылда ла турнирға килеү теләге менән өйҙәребеҙгә таралыштыҡ. Бындай саралар бик кәрәкле, улар беҙҙе мәҙәни һәм рухи яҡтан байыта ла инде.

Илдар ТИМЕРҒӘЛИЕВ, IV « Б» синыфы уҡыусыһы.
Стәрлетамаҡ ҡалаһы, Жәлил  Кейекбаев исемендәге 3-сө гимназия.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code