Ят кешеләр

Рәйес НИЗАМОВ

Повесть

Күренекле башҡорт яҙыусыһы, республиканың Ғәлимов Сәләм исемендәге йәштәр премияһы лауреаты (1978) Рәйес Ғилметдин улы НИЗАМОВ 1932 йылдың 1 июлендә Әлшәй районының Ташлы ауылында тыуған. Үҫмер сағы Бөйөк Ватан һуғышы осорона тура килә, тыуған ауылында ололар менән бер рәттән бөтә эштәрҙә лә ҡатнаша. Атаһы һуғышта һәләк булған Рәйес Өфөгә интернатҡа ебәрелә һәм, унда урта мәктәпте тамамлағас, артабан Мәскәүҙә Максим Горький исемендәге Әҙәбиәт институтында уҡыу бәхете эләгә.
Йәш яҙыусы Рәйес Низамовтың «Һалдат улы» (1959) повесы юғары уҡыу йортон тамамлағандағы диплом эше булып һанала.
Рәйес Низамов – башҡорт әҙәбиәтендә уҙған быуаттың 60 – 70-се йылдарында иң әүҙем ижад иткән яҙыусыларҙың береһе. Уның «Мәрйәм» (1964), «Ят кешеләр» (1967), «Кейәү» (1968), «Икмәк тәме» (1971), «Хәбәрсе» (1973), «Атай эҙенән» (1977), «Пароход тауыштары» (1980) повестары һәм күп һанлы хикәйәләре әҙәбиәт һөйөүселәр тарафынан йылы ҡабул ителде.
Балаларға тәғәйенләнгән «Ят кешеләр» повесында автор дәһшәтле һуғыш йылдарында Башҡортостанға күсеп килгән урыҫ ғаиләһенең башҡорт ауылында йәшәүе, туғанлыҡ һәм дуҫлыҡтың ысын тормошта һыналыуын ябай ауыл малайы күҙҙәре аша асыҡ һәм ихлас һүрәтләй.
Яҙыусы Рәйес Низамовтың тыуыуына 85 йыл тулыу айҡанлы «Йәншишмә» гәзитен уҡыусыларға уның мауыҡтырғыс итеп яҙылған «Ят кешеләр» повесын тәҡдим итәбеҙ.

 

Ҡара төтөн

Күрәҙәсе Фатима ҡарсыҡ тыны бөтөп килеп керҙе.
– Ғәлиәхмәт үргә үтеп бара, – тине ул. – Шалундары туҡта­ған, һөйләшеп торҙом. Күп сә­ләм әйтте. Рәшиткә бына бынау гимнастерканы биреп ебәрҙе. Илаһым, станса тулы һалдат! Баҫыр урын да юҡ. «Ахырыһы, кисләтеп кенә ҡуҙғалырбыҙ, юл тығыҙ», – тине. Күреп ҡала ал­маҫһығыҙмы икән?
Өләсәйем ни эшләргә лә бел­мәне.
– Ни килен өйҙә юҡ, – тине өҙ­гөләнеп.
Әсәйем эшкә киткәйне шул. Атайымды үҙенең дә оҙа­тып ҡал­ғыһы килә ине. Тиҙ генә атын-маҙарын ҡайҙан таба­һың, йәйәү барыр ине, яҡын ғына ара түгел, унлап саҡрым атларға кә­рәк. Мине генә ебә­рергә булды. Май, ҡорот, табала кетерҙәп ке­нә бешкән сөсө күмәстәрҙе таҙа киндер тоҡсайға һалды ла ҡу­лымдан тотҡан килеш, һөйләй башланы.
– Беҙҙең өсөн, атай, ҡайғыр­ма, тиң. Беҙгә бер нәмә лә бул­маҫ, инде үҙең иҫән-һау йөрөп ҡайт, тиң.
– Ярар, ярар, – тип башымды һелктем. Ә өләсәйем һаман үҙенекен туҡыны, ни тоҡсайҙы бирмәне, ни һүҙен бөтөрмәне.
– Поезд китеп барһа, әллә киткән дә – кем белә? Тоҡса­йыңды кире алып та ҡайтырмын әле.
– Йә, улайһа, хәйерле юл. Күс­тәнәстәреңде ҡойма.
Һиңә кәрәк саҡта атлы кешеһе лә осрамай. Поезд китеп барыр төҫлө. Ҡайһы саҡта улар тәүлек­тәр буйына тора, тип тә һөйләй­ҙәр ҙә бит, кем белә?
Беҙҙең яҡтарҙа яландар тигеҙ түгел. Хәйер, тигеҙ генә булһа, бөтә нәмә күренеп ятыр ине. Бынан ниндәй ҡыҙыҡ табаһың? Минеңсә, һәр бер тау артында яңы донъя ята кеүек.
Әле лә юл бер үргә үрмәләне, бер түбән тәгәрәне. Мин йүгере­үемде белдем. Тын ҡурылды. Юл ситендәге һәр үлән, ҡырла­лағы һәр ҡайын минең хәлде аңлаған һымаҡ ине. Әйтерһең, улар аҙым һайын көс, дәрт би­реп, алға әйҙәне.
Бер соҡорҙа абынып йығылып та алдым. Ауыҙға, күҙгә туҙан керҙе. Асыуымдан теш араһына эләккән тупраҡ бөртөктәрен шытырҙатып сәйнәп, ергә төкөр­ҙөм. Теҙ-быуындарым ҡалты­ранды. Әгәр ҙә поезд китһә?.. Ирендәр кипте. Хатта берәй шишмәгә һыу эсергә туҡталһам да, һуңлармын кеүек тойолдо. Ә ниңә һуң әле атайым үҙе ҡай­тып ураманы? Һуғыш ваҡыты шул, ярамайҙыр. Иптәштәренән айырылып ҡалһа, нисек ҡыуып етер? Ҡайтарһалар, ҡайтыр ине. Йылдан артыҡ өйҙә булманы. Әсәйем янына бер нисә мәртәбә барҙы барыулыҡҡа, тәки мине эйәртмәне. «Йыраҡ, арырһың», – тине. Малай кеше арый тиме ни, атайымды күреү өсөн йәһәннәм артына китер инем әле. Бик һағындым үҙен, минең был тиклем һағыныуым­ды бер кем дә белмәй. Хатта әсәйемә, өләсәйемә лә һиҙҙерт­мәйем. Өләсәйем үҙе йыш ҡына, егетмен тигән егеттең йөрәген­дә ҡыңғыраулы ат ятыр, ти. Был һүҙ­ҙәрҙең мәғәнәһен аңлайым мин.
Шыбыр тиргә баттым. Ахырҙа, район үҙәге, станция күренде. Вокзалға килеп тә еттем:
– По вагонам! – тип ҡысҡырып та ебәрҙеләр. Һалдаттар йүгере­шә башланы. Вагондарҙың асыҡ ишектәренән баштарын тығып, оло күҙҙәрен мөлдөрәтә-мөлдә­рәтә ауыл яҡтарына ҡарап, аттар кешнәште. Әйтерһең, улар ҙа алыҫҡа йүнәлгәндәрен һиҙенеп, күптән түгел генә һөрөп йөрөгән баҫыуҙары, эштән һуң үлән утла­ған ҡырҙары менән һаубуллаш­ты.
Бына-бына поезд ҡуҙғала ла күрә алмай ҡалам тигән уй ме­нән:
– Ата-ай! – тип ҡысҡырҙым.
– Бында атайҙар күп, улым, уның фамилияһы нисек һуң? – тине ҡулдарына йомортҡа, ҡыяр тотҡан һалдат.
– Ғәләх-мәт.
– Ғәлиәхмәттәр ҙә күп. Фами­лияһы нисек?
– Арал-баев.
– Бәй, ул минең менән бара лабаһа. Һин уның улы булаһың­мы ни?
– Эйе, – тинем, иренемде ҡымтып.
Әллә ҡайҙан атайым үҙе килеп сыҡты. Уның ҡосағына таш­лан­дым.
– Йә, йә, тыныслан, улым, – тине атайым, арҡамдан һөйөп.
– Минең дә һинең кеүек улым бар. Ул да оҙата сыҡты, ләкин илап ҡалманы, – тине теге һал­дат ағай. – Һеҙ бит хәҙер еткән егеттәр.
Ни эшләп еткән егет була­йым, ти. Мин малай ғына әле. Еткән егеттәр армияға китә. Илағым килгәс, ни эшләйем, тип атайымдың күкрәгенә нығыраҡ һыйындым. Бер ергә лә ебә­рергә теләмә­нем. Уның менән донъя­ның бөтә йәме китер төҫлө тойолдо. Ата­йымды үҙем менән ауылға алып ҡайтып киткем, яңынан баҫыу юлдарынан бергә елдергем, арыш араһына кереп юғалғым, тын кистәрҙә ситән буйындағы ташта әкиәт тыңлап ултырғым килде. Әй һин, поезд, кешеләр, атайымды ҡайҙа алып китәһе­геҙ!..
– Йә, улым, һау бул, – тип ата­йым маңлайымдан үпте лә вагон ишегенә йәбеште.
Мин илай-илай, вагондарға ҡушылып йүгерҙем. Тәгәрмәс­тәр тәгәрәне.
– Кит-тек, ҡайт, кит-тек, ҡайт, кит-тек, ҡайт, – тигән һымаҡ тәгәрәне.
Бына һуңғы вагон тауҙар ҡул­тығына йәшеренде. Поезд күҙ­ҙән юғалды. Һауаға тик ҡуйы ҡа­ра төтөн генә күтәрелде. Ул тө­төн ҡара ҡайғы булып мәңгелек­кә йөрәгемә һеңде.

Ят кешеләр

Мин уянғанда, иҙәнгә төшкән ҡояш нурҙары менән бесәй балаһы уйнай ине. Өйҙә берәү ҙә юҡ. Тыштан геүләшкән тауыш ишетелде. Тәҙрә эргәһенә кил­дем. Беҙҙең ҡапҡа төбөндә, һәнәк, тырмаларын күтәреп, эшкә барырға йыйынған ҡатын-ҡыҙҙар тора. Әсәйем дә, өлә­сәйем дә шунда. Яндарына сыҡтым. Бәй, урам уртаһына теҙелешеп, ылауҙар туҡтаған. Төргәктәр өҫтөндә, мөлдөрәшеп ҡарап, ябыҡ, ят кешеләр ултыра. Сиғандар, тиһәң, уларға оҡша­мағандар. Сиғандарҙың Һары­налы буйында сатыр ҡороп йәшәп киткәндәре бар. Уларҙың кейемдәре лә икенсе төрлө – барсалы. Ҡатын-ҡыҙҙарының күлдәктәре ергә тиклем һөйрә­леп йөрөй. Малайҙарының сәс­тәре һағыҙ кеүек ҡара, беҙҙең бүлтерек һарыҡ бәрәсенең йө­нөндәй бөҙрә була. Сиғандар, ҡулыңды ҡарайым, бәхет әйтәм, тип йөҙәтеп бөтөрә. Ә былар арбаларынан да төшмәй, өн­дәшмәй-нитмәй әсәйемдәргә төбәлеп тик ултыра.
– Кемдәр ул? – тинем өләсә­йемә.
– Мәскәүҙән килгәндәр, улым.
– Ниңә килгәндәр?
– Һуғыш йөрөтә, һуғыш, – тине өләсәйем, көрһөнөп.
– Йә, уйлаштығыҙмы? – тине бригадир Әхмәҙулла бабай. – Көттөрмәйек, бәндәләр йонсо­ған. Алдағы ылауҙы кем ала?
Берәү ҙә өндәшмәне.
– Яңғыҙы булһа, бер хәл ине.
– Балалары бар шул… – тиеш­теләр.
Ҡапыл өләсәйем, шәп-шәп атлап, арба янына барҙы ла атын үҙебеҙгә табан борҙо һәм:
– Рәшит, ас ҡапҡаны, – тине.
Мин ҡапҡаны киң итеп асып ебәрҙем.
Беҙгә төшкән апай әсәйемә ҡарағанда буйға оҙонораҡ. Ми­нең әсәйем тәбәнәк кенә шул. Сәстәре лә уныҡы кеүек оҙон түгел, ҡыҫҡа, ә тырнаҡтары ҡып-ҡыҙыл. Ундай тырнаҡлы кеше­ләр ҙә була икән. Малайы минең буйы, һәйбәт ҡара пинжәк менән салбар кейгән, сәстәре беҙҙең күп йомортҡа һала торған тауыҡ төҫлө ҡыҙғылт һары. Танауы ос­ло. Ҡыҙы ла һары сәсле, йәмшек танаулы, ә күҙҙәре, Шаулы тауҙа үҫкән сәскәләрҙәй, зәп-зәңгәр. Әйберҙәрҙе соланға индерҙек.
– Хәҙергә ладны, ярар, патум өйгә, – тине өләсәйем. Әйтер­һең, мәрйә апай уның телен белә, башын ҡаҡҡыланы. Өләсә­йемде әйтәм, башҡорт һүҙҙәрен ҡыҫтыра-ҡыҫтыра, рәхәтләнеп урыҫса һөйләшә. Олатайым оҙаҡ йылдар буйына урман ҡа­рауылсыһы булып эшләгән шул. Өләсәйемде атына ултыртып урыҫтар араһында күп йөрөгән. Олатайым булмаһа ла, Тау Мо­роно урыҫтары баҙарға барған­да, беҙгә кереп сәй эсеп китә. «На, малайка, гастинсы», – тип миңә ҡыяр ырғыталар. Мин уны тотоп, урамға сығам. Малайҙар һырып ала. «Бер генә тешләт әле, әй», – тип маҙаға тейеп бө­тәләр. Бер ҡыярҙы шул тиклем малайға нисек еткерәһең? Ҡап­тыра башлаһаң, ҡомһоҙораҡ­тары умырып ала. Шуға күрә мин уларға үҙем генә тешләп бирәм. Әллә ни эшләп беҙҙең ауылда ҡыяр сәсмәйҙәр бит. Картуф та картуф. Ярай әле өлә­сәйемдең «ызнакумдары» бар.
Әсәйем мәрйә апайҙы, уның балаларын йәлләп, илап та ал­ды. Бигерәк йомшаҡ күңелле.
– Ҡәйнәм, ҡунаҡтарҙы ҡара инде, – тип ул эшкә ашыҡты.
– Бар, бар, былай ҙа һуңға ҡалдың, – тине өләсәйем, сама­уырҙы өрөп.
– Ҡунаҡҡа ғына килгәндәрме ни? – тинем мин. – Ҡунаҡҡа бит саҡырып килтерәләр.
– Саҡырылмай килһәләр ҙә, бик ҡәҙерле кешеләр. Ғөрөф-ғәҙәт буйынса, әле улар беҙгә ике-өс көнгә ҡунаҡ.
Малайҙар һыҙғырҙы.
– Һеҙгә кемдәрҙе кереттеләр? – тинеләр.
– Мәскәү малайын, – тинем. – Һеңлеһе, әсәһе бар. Ә һеҙгә?
– Беҙгә бер ҡарсыҡ менән бер апай эләкте.
– Ә беҙгә Әхмәҙулла бабай йәш балалы апайҙы бирҙе.
– Мәскәү малайы ҙурмы?
– Минең кеүек.
– Уҫалмы?
– Уҫал, һөйләшмәй.
– Ҡурҡаһыңмы?
– Юҡ.
Малайҙар, күрербеҙ әле ти­гәндәй, бер-береһенә ҡарашты ла таралыштылар.
Өләсәйем сәй эсергә өндәш­те. Өҫтәлгә ҡаймаҡ та, бал да ҡуйған. Уларҙы ашаған бар ҙа ул. Һыйыр ҙа, умарта ла үҙебеҙ­ҙеке. Мәскәү малайы икмәккә бал яғып, һоҫа бирә. Ҡыҙыҡай, киреһенсә, икмәктең өҫтөн теле менән генә ялай.
Өләсәйем мәрйә апайға кисә атайымды оҙатып ҡайтыуым ту­раһында һөйләне. Күп һүҙҙәрҙе аңламаһам да, урыҫса бер аҙ төшөнә инем: мәктәптә уны өй­рәнәбеҙ.
– Бынан һуң «Анна апай, Кустя, Люся» тип өндәш, – тине өлә­сәйем миңә.
– Не Кустя, а Костя, – тине малай.
– Ҡарт кешегә ярамаған тағы, – тине өләсәйем. – Люся менән Кустяның атаһы ла һуғышта икән.
Анна апайҙарҙы түрге яҡҡа урынлаштырҙыҡ та мунса яғырға киттек. Янынан ғына йылға аҡ­ҡас, һыуын да күп ташыныҡ. Юрый ташҡа һыу һибеп ҡара­ным, шажлап тора, әй! Сыҙа ғына.
– Эҫеһен һеҙ башлағыҙ, – тине өләсәйем.
– Ҡуй, башҡа еҫ ҡабыр, – ти­нем.
– Бабайланма, ҡоро утын ғына яғылды.
Костя мунсаға инеү менән бер эләүкәгә, бер мейесенә ҡараны. Ахырыһы, ул быға тиклем бын­дайын күрмәгән. Тасҡа йылы һыу һалып биреп:
– Йыуын, – тинем. Янына йыу­ғыс, һабын ҡуйҙым. Теге башын эйеп, тик ултыра, әй. Бик эҫе шул. Тын алыр әмәл юҡ. Шаяр­тып, һыуыҡ һыу һиптем. Тәнен бөршәйтеп, сирҡанып ҡуйҙы. Тағы ҡабатланым. Ул күҙҙәрен сытылдатып йомоп алды ла, та­науын тартып йылмағайндай итеп, миңә ҡаршы һыу һипте. Китте, әй, һыу һибешеү!
– Керәшиндәр, тапҡандар уйын! – тип өләсәйем ҡапыл ишекте асты һәм итәктәрен ҡыҫтыра-ҡыҫтыра, миндеккә үрелде. – Кустя, мен эләүкәгә, сабынмайынса тәндең кере бөт­мәй ул.
– Мен, мен, – тинем үҙемә эләкмәҫ борон.
Өләсәйем ташҡа һыу һалып ебәрҙе, ҡайһы ерең ҡысый, түҙ генә! Ут сәселәме ни! Мин тыш­ҡа сығып тайырға уйланым.
– Урыныңдан ҡуҙғалма! – тип өләсәйем минең арҡаға ла мин­декте төшөрҙө. Боҫа һал. Кос­тяға аптыраным. Әллә сыҙап, әллә ҡурҡышынан – өндәшмәне. Мин булһам, биллаһи, түҙмәҫ инем.
– Төш, Кустя, Рәшит, әйҙә.
– Үҙем генә сабынам.
– Мен тиҙәр һиңә! – Өләсәйем манма тиргә батты, күлдәге тә­ненә йәбеште. – Кустя тиклем дә була алмайһыңмы ни?
Минең намыҫҡа тейҙе, һуҙыл­дым да яттым. Тәнгә ут ҡаптымы ни!
– Үлтерәһең бит, һалҡын һыу ҡой!
– Үлмәҫһең.
Миндек шартлап торҙо. Ҡан­һыҙ ул өләсәйем, кешене йәл­ләү-нитеү тигән нәмәне белмәй.
– Хәҙер шаярһағыҙ ҙа ярай, – тип ул миндеген мөйөшкә ыр­ғытты ла сығып китте. Үҙенең дә хәле бөттө.
Мин ишекте шар асып таш­ланым. Тын алыуы иркенәйеп ҡалды. Костя йылмайып:
– Хорошо, – тине.
– Хороша, – тинем мин дә.

Шаулы тау

Костя сыға ла ситән буйында ятҡан оҙон дүрткел таш өҫтөнә ултыра. Уны былтыр атайым менән икәү Шаулы тауҙан алып ҡайт­ҡайныҡ. Бик ауыр үҙе, беҙ уны арбаны ҡыйшайтып ҡына һалдыҡ. Таш атайыма ла оҡшаны, ул бында кистәрен ял итергә ярата ине.
Бөгөн һиҙҙермәй генә Костяны ситән ярығынан күҙәттем. Ул ауыл тирәһендәге туғайҙарға ҡаранып, көрһөнөп ҡуйҙы. Күрәһең, беҙҙең яҡтарҙы ят итә. Ҡарамалы миңә генә яҡын ул. Күҙемде йомайым – Шаулы тауҙың ҡайындары тирбәлә лә тора. Яратам мин уларҙы! Моғайын, ундай ҡайындар бер яҡта ла юҡтыр. «Костяға күрһәтеп алып ҡайтһаң инде, күңеле лә күтәрелеп ҡалыр ине», – тинем эстән генә. Шулай итәйем әле тип, уға сыбыҡ менән төрттөм. Теге терт итеп китте.
– Әйҙә Шаулы тауға.
Костя яурындарын һикертте. Башҡортса белмәй шул, ни мин уның телен аңлап етмәйем.
– Әле һин уның ниндәй тау икәнен белмәйһең. Ана-а-а, түбәһенән ағастар күренәме? – тинем, ҡулым менән төртөп. Ул Шаулы тау яғына ҡараны. Әһә, мин әйтәм, быға ымлап һөйләргә кәрәк икән.
– Ҡасан ғына барма, унда аҡ ҡайындар һәр саҡ шаулашып, йырлашып ултыра. Шуға уны олатайым Шаулы тау тип атаған. Чапай тауы тип тә йөрөтәләр: Чапаев булған унда.
– Чапаев? – тине Костя, ғәжәпләнгән һымаҡ.
– Эйе, эйе, – тинем аңламаһам да, ҡулдарымды һелтәй-һелтәй һөйләп. – Аҡтарҙы ҡыуғанда Чапаевтың аты Шаулы тауҙа яраланып үлә. Олатайымдың дөлдөлө булған, ул Чапаев менән бергә һуғышҡан. Олатайым тотҡан да шул үҙенең атын бүләк иткән. Чапаевтың атланыуы булған, дөлдөлдөң Шаулы тауҙан Ҡарсыға тауға һикереүе булған. Күрҙеңме, олатайым уға ниндәй ат биргән! Ышандырыуы ҡыйын, әлбиттә. Шулай ҙа Чапаев Шаулы тауҙа булған. Әйҙә, киттек.
Костя минең арттан эйәрҙе. Беҙ башлап Сәйле шишмәгә туҡтаныҡ. Уның һыуы, тау битләүенән тишеп, урғылып сыға. Ул ауыҙға алғыһыҙ һыуыҡ, бер-ике уртланыңмы, тешкә тейә. Ҡышын бер ҡасан да туңмай, пары күтәрелеп ята. «Ниңә Сәйле тип атағандар, төбөндә сәйе лә күренмәй, суйыр таштан башҡа нәмә юҡ?» – тинем бер ваҡыт өләсәйемә, еләккә барғанда.
– Һыуы йомшаҡ, сәй сығара, – тине ул. Әйтәм, беҙҙең урамдың ҡатын-ҡыҙҙары бөтәһе лә көйәнтәләп шунан һыу алып ҡайта.
Костя тубыҡланып, Сәйле шишмәнең һыуын эсте.
– Хорошо? – тинем.
– Хороша, – ти ул, ҡулы менән ирендәрен һөртөп.
Шаулы тауға күтәрелгәс, өҫкө ботаҡтары ҡорой башлаған ҡарт ҡайын янына туҡтап:
– Үәт, бына Чапаев ошо ағасҡа кәпәсен элгән, – тинем.
Костя уға оҙаҡ ҡына ҡарап тор­ҙо. Шунан һуң беҙ аяҡтарҙы һәлендереп, таш ҡая өҫтөнә ултыр­ҙыҡ. Аҫта бормаланып аҡҡан зәңгәр йылғалар, бесән эҫкерттәре менән сыбарланған яландар, һар­ғайған иген баҫыуҙары ята.
– Хорошо? – тинем Костяға.
– Хорошо, – тине ул йылмайып. Унан өндәшмәне. Костяның ҡарашы алыҫта, күк менән урманды тауҙар тоташҡан яҡтарҙа ине. «Мәскәү шундалыр инде», – тинем эстән генә.

Баҫыуҙа

Ураҡ өҫтө етте. Баҫыуҙар косаркалар тауышынан геүләп тора. Ауылда ҡарт-ҡоронан башҡа кеше күренмәй тиерлек. Көн ҡыҙҙыра башлаһа, эттәргә тиклем болдор аҫтына ҡасып бөтә. Әйтерһең, ауылда бер генә йән эйәһе лә ҡалмай. Ошондай көндәрҙең береһендә беҙҙең ҡапҡа төбөнә бригадир Әхмәҙулла бабай килеп туҡтаны.
– Рәшит улым, бер фурман буш тора ине, көлтә ташырға бармаҫһыңмы? – тине.
– Барыр, – тине өләсәйем, тауыҡтарға ем һибеп йөрөгән еренән. – Сапай тауында уйнар ваҡыт түгел.
– Кем, бармайым, тип әйтә әле һиңә? – тинем.
Ат, тиһәң, миңә генә ҡуш инде. Бигерәк тә шәптәрен яратам. Көнөнә бер аттар һарайына барып урамаһам, күңелем булмай. Барыбер нәҫел айғыры Буянды күрмәйенсә ҡайтмайым. Уны тышҡа эсерергә алып сығаралар. Үҙе бик матур, төҫө сөм ҡара, бәкәлдәре аҡ. Маңлайында бәләкәй генә ағы бар. Аймы ни! Йылҡылдап, муйындарын дуғаландырып, уйнап тора. Тауыштары һуң! Әллә ҡай­ҙарға ишетелә. Райондан ҡайт­ҡанда һыртлы тауға килеп менһә, ҡолаҡтарын торғоҙоп, ауылға ҡарап кешнәп ебәрә! Йөрәктәр елкенеп китә.
– Әй хайуанҡай, ғүмереңде генә бирһен, – ти Әхмәҙулла бабай, ҡыуанып. – Торғаны ауылдың ярты йәме…
Хәҙер Буян юҡ инде, һуғышҡа атайым менән китте… Айғырҙың станогы буш. Яңыраҡ ҡына уның улағын ҡарап сыҡтым. Ситтәрен кимереп бөтөргән. Утлыҡ ағасына ҡыҫылып бер нисә бөртөк ял сәсе ҡалған. Мин уларҙы алып ҡайтып, китап араһына йәшереп ҡуйҙым. Атайым менән Буянды һағынған һайын, атайымдың карточкаһына бағам, китабымды асып, ял бөртөктәрен ҡарайым. Әйтерһең, айғыр йыраҡтан кешнәй…
– Ниндәй ат ҡалған һуң? – тинем Әхмәҙулла бабайға.
– Ала бейә.
– Һиии! – тинем, күңелем һүрелеп, – уны ектең ни, үгеҙ ектең ни. Уға һуҡтың ни, ташҡа һуҡтың ни, барыбер, үҙ көйөнсә генә тик йөрөй ул. Кунихтәр уны иң үсләшкән кешеләренә генә бирә.
– Ала бейәне тот инде, башҡа ат юҡ, – тиҙәр. Ни эшләһендәр? Утыны ла, бесәне лә кәрәк, егергә мәжбүр булалар. Тегеләр ни, кинәнеп, мыйыҡ аҫтынан ғына көләләр. Йәнәһе, ҡаптығыҙмы ҡармаҡҡа.
– Бөгөнгә ярар, улым, иртәгә алмаштырырбыҙ, – ти бригадир.
Әхмәҙулла бабайҙың биле бөгөлөп төшкән ситәнһеҙ кырандас­ҡа, үҙе әйтмешләй, тыратайкаһына ултырҙым. Һиҙәм, Костяның да ҡалаһы килмәй. Минән күҙен алмай.
– Уны ла алайыҡ, – тинем. – Беҙ бер-беребеҙҙән айырылғаныбыҙ юҡ.
– Бик яҡшы. Барһын. Икмәктең нисек тыуғанын белһен, ни тиһәң дә, ҡала малайы бит. Булканың ағаста үҫмәгәнен күрһен.
– Мин дә ултырам, – тип Люся йүгереп сыҡты ла кырандастың артына йәбешергә уйланы. Костя уны этеп ебәрҙе. Ҡыҙыҡай ауыҙын турһайтып, ситән буйына баҫты.
– Әйҙә, ҡыҙым, – тип Әхмәҙулла бабай уны үҙенең алдына алды һәм, бер аҙ барғас, күпер төбөндә төшөрөп ҡалдырҙы. – Тағы ла ултыртырмын.
Күрҙеңме, тигән кеүек, Люся Костяны үсекләп телен сығарҙы. Ағаһы уға йоҙроҡ күрһәтте. Миңә был оҡшаманы, әллә ни эшләп Люсяны этеп-төртөп бара. Минең һеңлем булһа, өрмәгән ергә ултыртмаҫ инем, юҡ ҡына.
Ала бейәне нисек етте шулай егеп бөттөк. Дуғаһы шөкәтһеҙ киң, ҡамыт бауы ҡыҫҡа. Сөйөлдөрөктө Әхмәҙулла бабай үҙе тартып бир­ҙе. Ҡабаланып, фурманды майларға ла онотҡанбыҙ. Аттар һарайы алдынан сығып та етмәнек, артҡы күсәр шығырҙай ҙа башланы. Гүйә, ул: «Әхмәҙулла, Әх-мә-ҙул-ла», – тине.
Костя араталарға йәбешеп ултырҙы. Уға ҡыҙыҡ ине.
– Бәй, – тине әсәйем, – малай­ҙарыбыҙ үҫкән дәбаһа.
Анна апай ҙа йылмайып ҡуйҙы. Ул да эшкә сыҡҡайны.
Әсәйем көлтәләрҙе фурманға ырғытты, ә Анна апай уның артынан ҡалған башаҡтарҙы тырмаланы. Фурман эсе тулғас, әсәйем миңә көлтәләрҙе ситләтеп кенә теҙеп һалырға ҡушты. Күп тә үтмәне, беҙҙең йөк күккә күтәрелгәндәй булды.
Ала бейәне эҫкерт яғына бор­ҙом. Ҡайһы урындарҙа фурман ауа яҙып барҙы. Мин әле тегеләй, әле былай ултырҙым. Шулай ҙа ауманы.
– Әхмәҙулла, кеше юҡ, тип ыҙалана, бына һиңә бер юлы ике егет, – тине эҫкерт һалыусы ҡарт. – Шәп иткәнһегеҙ, балалар, колхоз хәҙер һеҙҙең ярҙамға бик мохтаж. Ни эшләйһең, уйнап туя алмаған сағығыҙ ҙа бит, ҡәһәр төшкөрө шул һуғыш. Нимә етмәйҙер был донъяла, ни бүлешәләрҙер? Гитлер тигәндәрен ошо һәнәгем менән сәнсеп кенә ырғытыр инем дә бит, ҡартайылды. Күпме йәш түктерә, күпме ҡан ҡойҙора… Йә, Рәшит, төшөгөҙ, көлтә бирергә көсөгөҙ етмәҫ. Апайығыҙ ырғыт­һын.
Тейәйҙәр, бушаталар. Беҙгә ат йөрөтөргә генә икән. Шулай ҙа бында ла етеҙлек кәрәк. Бер йөк килтергәнсе, икешәр йөк килтергән малайҙар бар. Был ат менән фурманға бәйләнгән. Ни эшләй­һең, бөгөн ала бейәнең аяҡ ялына ғына ҡарап йөрөргә ҡала.
Төшкөлөккә туҡтар алдынан ҡатындар юлдан уҙып барыусы Фатима ҡарсыҡты үҙҙәре янынан са­ҡырып индерҙеләр. Оҙон буйлы, ас яңаҡлы әбей, баштарын ҡай­ҡаңлатып, көлөмһөрәп торҙо ла, аяҡтарын ҡайсылап ултырып, ҡамыл өҫтөнә аҡ күлдәгенең киң итәктәрен йәйҙе. Тоҡсайын сисеп, ноҡот орлоҡтарын сәсте. Ҡатындар, уны тирәләп, бөтә донъяларын онотто. Беҙ ҙә, ат йөрөтөүсе малайҙар, фурман төбөнә һа­лын­ған ҡабыҡ өҫтөнә түш менән ятып, күрәҙәсенең ауыҙына төбәлдек.
Ҡарсыҡ ноҡоттарын яңынан ҡуш усында бутаны ла, башын тирбәтеп, күҙҙәрен йомдо, тағы асты. Ауыҙ эсенән генә нимәлер һөйләнде һәм ҡулдарын ҡалтырата-ҡалтырата күрәҙәлек ҡыла башланы. Баштарын эйеп йөрөгән ҡатындарҙың йөҙҙәре асылып китте.
Сират әсәйемә етте. Ул бер ҡы­ҙарҙы, бер ағарҙы.
– Ҡайғыларың ҙур, Ғәлиә килен, – тине Фатима ҡарсыҡ. – Эйе, был ваҡытлы ғына ҡайғы. Күктән болоттар нисек таралһа, улар ҙа бер заман шулай юғалыр. Был көн кеүек асыҡ. Ғәлиәхмәтең ха­ҡында күп уйлайһың. Ә уның һаман юлда. Бына юл төшә, юлы оҙон күренмәй. Аллаһы бирһә, ҡауышыр көндәрегеҙ яҡын. Ғәйеп­шәйҙәрҙән, кис ҡояш байығанда, Ғәлиәхмәтең ҡайтып, тәҙрәңде ҡағыр.
– Бына һин әле, бик һәйбәт төштө бит, – тиештеләр. Әсәй ҡыуа­нысынан күҙҙәрен һөрттө.
– Ирегеҙҙең исеме нисек? – тине Фатима ҡарсыҡ. Анна апай аңламай ҡалды.
– Николай! – тип ҡысҡырҙым мин.
– Тик ултыр, һинән һорамайҙар, икенсе кеше яуап бирһә, дөрөҫ асылмай, – тине ҡарсыҡ, бармағы менән янап.
– Китегеҙ, һеҙ ни беләһегеҙ? – тиеште ҡатындар.
– Ярай, тыңлаһындар, – тине Фатима ҡарсыҡ көлөмһөрәп. – Яуыздарҙан ҡотола алмаҫһың… Был арала Никулайҙың хәбәре юҡ икән. Киләсәк. Казённый өйҙә күренә. Һеҙҙең өсөн бик көйөнә.
– Көйөнмәй ни теге, икеһе ике яҡҡа йорт-илдәрен ташлап кит­һендәр әле, – тине әсәйем.
Анна апай тәүҙә беҙҙең кеүек был ноҡотҡа ышанмайыраҡ ул­тыр­ғайны ла, ахырҙа, Фатима ҡарсыҡтың һүҙҙәре уйландырырға мәжбүр итте. Уға ҡатындар бер башҡортса, бер урыҫса һуҡалап, аңлатырға тырышты.
Николай ағайҙың һуңғы ваҡытта, ысынлап та, хаты юҡ ине юҡлыҡҡа. Ҡарсыҡтың һүҙҙәре нисектер тура килде, әллә алдан һиҙгәйне. Ул ауыл эсендәге яңылыҡтарҙы ярты сәғәт эсендә белеп бөтә, тип һөйләйҙәр. Почта таратыусы ҡыҙ менән дә дуҫ, кемдәрҙән ниндәй хәбәр килгәнен һорашып тора, ти. Нисек кенә булмаһын, Фатима ҡарсыҡ ауыр ваҡытта кешеләрҙең күңелдәрен күтәрҙе, бер кемгә лә насар хәбәрҙәр һөйләп, ҡайғыға һалып китмәне.
Әсәйем еңелсә һулап, тағы ла ҡулына һәнәген алды. Беҙҙең өҫкә йәнә көлтәләр оса башланы.

Ала бейә

Костя һаман да миңә ултырып йөрөнө. Арышты бөтөп, бойҙайға төштөк. Бик күп иген эҫкерттәре һалдыҡ. Бер көндө иртән ат еккәндә, бер фурмандың эйәһе килмәне. Сирләгән, тинеләр.
– Кемде ҡушырға һуң? Кешеһе лә юҡ бит әле. Әллә, улым, һин егерһеңме? – тине Әхмәҙулла бабай Костяға. Уға шул кәрәк ине, ат тоторға йүгерҙе. Конюхтар Кос­тяға ала бейәне биреп сығарҙылар.
– Ала бейәһеҙ эште башлап булмай, – тине Әхмәҙулла бабай, көлөшкән малайҙарға бармаҡ янап. – Ул – аҡыллы хайуан, сы­ғынсы-маҙар түгел. Бөтә ҡорамалыңды тейә – һөйрәй. Һеҙ унан юҡҡа ғына баш тартаһығыҙ.
Костя артыҡ уйлап торманы, ат эләккәнгә ҡыуанды. Ул ала бейә­һен, тиҫкәре яҡтан килтереп, тәртә араһына керетте. Ыңғырсаҡ һалмайынса, дуғаға йәбеште, ә уны ҡамыт бауының артҡы яғынан алды. Малайҙар пырхылдашып көлә башланы. Костяны әйтәм, минең ат еккәнде күпме ҡарап торҙо инде, өйрәнә алмаған. Өтәләнеп бейәнең әле был яғына, әле икенсе яғына сыға.
– Ауыҙығыҙҙы йырмағыҙ, һеҙ­ҙең кеүек ат араһында үҫкәнме ни ул? – тинем, Костяға ярҙамлашып.
Ала бейә үҙ яйы менән генә атланы. Костя әле йүнләп ат та ҡыуа белмәй ине. Ауыҙын ослайтып һыҙғыра ла: «На-на», – тигән була.
– Былай барһаҡ, төш еткерербеҙ, дилбегәңде тартыбыраҡ тот, сыбығың менән һул яҡ ботон һуҡ, уң яғының иҫе китеп бөткән инде уның, юҡҡа ҡулыңды талдырма, – тинем. – Вәт тәк.
– Ярар, ярар, – тип Костя башын ҡаҡты һәм аты лерт-лерт юртып китте.
Фурманды эҫкерттең эргәһенә генә туҡтатырға кәрәк. Йырағыраҡ булһа, көлтә ырғытҡан кеше:
– Мә һәнәк, үҙең бушат! – тип асыулана башлай. Костя эҫкертте йә алғы күсәренең башы менән һыҙыртты, йә фурманының артын әллә ҡайҙа ҡалдырҙы. Уға кире боролоп килергә ҡуштылар, ләкин асыуланманылар. Шулай ала бейәһенең башын тартып маташҡанда, кинәт кенә йөгө ауҙы ла китте, үҙе көлтәләр араһында ҡалды. Улын ҡурсып ҡына күҙәтеп торған Анна апай, ағарынып килеп етте. Уның артынан – әсәйем.
– Костя, Костя! – тине Анна апай, ни эшләргә белмәй. – Үлмә­неме икән?
Костяның тауыш-тыны сыҡманы. Анна апай илай башланы. Күмәкләп көлтәләрҙе аҡтарырға тотондоҡ.
– Берүк һәнәк менән эҙләмәгеҙ, ҡаҙалыуы бар, – тине әсәйем. Мин көлтәләрҙе ян-яҡҡа ташлай башлағайным, Костя, йомран һымаҡ, башын ҡалҡытты. Бер нәмә лә булмаған. Анна апай улын ҡосаҡлап алды.
– Мин юрый ғына ауҙым, – тине Костя, йылмайып.
Өс-дүрт көндән һуң ул бына тигән ат йөрөтөүсегә әйләнде. Мәрәкә малай ҙа инде. Йөгөн бушат­ҡанда, беҙҙең кеүек эҫкерт буйында юҡ-бар һөйләнеп ултырыр­ға бер ҙә яратмай. Һаман аты янында булыша. Арҡалыҡ, бауыр­ғалыҡтарын тотоп ҡарай. Фурманының сөйҙәре урынындамы – бөтәһен дә тикшерә. Ғүмергә ҡул теймәгән, дегәнәккә уҡмашып ҡат­ҡан ала бейәнең ялдарын та­ҙарта башланы. Миңә әллә нисегерәк булып китте. Ат яратам, тигән булам тағы, уны минең һымаҡ ҡарамайҙар икән шул. Ҡарамалыла ығышлығы менән дан ҡаҙан­ған ала бейә, сәсен тараған ҡыҙ төҫлө матурланып, оҙон ялдары ҡабарып ҡалды. Етмәһә: «И-и, Рәшит туған, юҡҡа һин мине хурлай­һың, бына ниндәймен!» – тигән һымаҡ, ала бейә миңә башын сай­ҡап ҡуя. Уға ялҡаулығы өсөн ике-өс ауыҙлыҡлы йүгән кей­ҙерерҙәй булғайным да, ә Кос­тя уның ауыҙлығын бушҡа һәлберәтеп йөрөтә. Нисек түҙәлер! Мин Марийкамдың, атымдың исеме шулай, ауыҙлығын һалдырмайым да. Ауыҙы ла боҙолған, дилбегәне саҡ ҡына тартыр хәл юҡ, шунда уҡ башын күтәрә. Уның ауыҙын миңә тиклем боҙғайнылар.

– Егеттәр, аттарығыҙҙы ҡарап ҡына, ауыҙлыҡһыҙ йөрөтөгөҙ, эш күп, йонсотмағыҙ, – тип Әхмәҙулла бабай туғып ҡына тора ла бит, юҡ, ул киттеме, Марийкамдың башына йәбешәм. Уйлап торҙом да, туҡта әле, мин әйтәм, ала бейә ауыҙлыҡһыҙ йөрөгәнде, ни эшләп Марийка йөрөмәһен?.. Ваҡытында эҫкерт янына ла барып етәм, сират та көтөп торам, атым иркенәйеп китте, тирләмәй ҙә башланы. Юғиһә, ул ҡыҙыу ҡанлы мал дилбегә ҡаҡҡанға ла юрта. Кос­тяға бүләк итеп атайымдан ҡал­ған сыбыртҡымды бирҙем. Һигеҙҙән үрелгән, суҡтары ғына ни тора! Һабы тоторға йәтеш кенә, ҡарама ағасынан йәпләп һаплан­ған. Костя, шатлығынан, сыбырт­ҡыһын шартлатып ҡараны. Ни эшләйһең, һәйбәт булғас, һәйбәт инде.
– Мә һиңә, – тип ул миңә Мәскәүҙән алып килгән ҡайышын сисеп бирҙе.
– Кит әле, шуның өсөн генә, – тинем.
– Мә инде.
– Ал, Рәшит, айылында якоре лә бар, – тиештеләр малайҙар. – Зәһәр ҡайыш!
Зәһәр икәнен үҙем дә күреп торам да ул, уңайһыҙыраҡ.
Костя ҡайышын ҡулға тотторҙо.
– Рәхмәт, – тинем, ҡыуанып.

Шатлыҡлы көн

Баҫыуҙан күҙ бәйләнгәндә генә ҡайтабыҙ. Тәүҙә миңә ат йөрөтөү уйын һымаҡ ҡына тойолһа ла, һуңға табан уның ҡыҙыҡ түгеллеге һиҙелә башланы. Оҙон көн буйына фурман өҫтөнән төшөлмәй. Әсәйем биргән һәр көлтәне һәнәк йәбенән алып рәтләп һалырға кәрәк. Улар­ҙың төрлөһө була, көс еткеһеҙлектәре лә осрай.
Ҡайһы саҡта баҫыу миңә тынып ҡалғандай күренә. Әсәйем дә, Анна апай ҙа өндәшмәй, улар шым икән, мин дә шулай. Эҫкерт араһы йыраҡ ҡына булһа, дилбегәне аяҡҡа урап, атымды үҙ яйына ебәрәм дә, ҡырын ятып, һуҡыр ҡурай һыҙғыртам. Уның сыңлауын тыңлап барыуы рәхәт тә, яманһыу ҙа. Уйҙар әллә ҡай­ҙарҙа, мин белмәгән яҡтарҙа йөрөй. Атайым иҫкә төшә. Юҡ, унһыҙ йәшәүе ауыр… Әсәйем ниңә өндәшмәй тиһең? Ниңә бойоҡ саҡтары күп була? Атайым хаҡында уйлана ул… Уның йөҙҙәре тартылды, ҡараштары үҙгәр­ҙе. Элек йөҙөнән нур төшмәй торғайны, ә хәҙер ниндәйҙер ҡара болот шәүләһе ҡаплаған төҫлө. Ләкин быны һиҙҙертергә теләмәй. Бик сабыр шул ул. Йомшаҡ ҡына итеп һөйләшә, ерле-юҡҡа серҙәрен сисеп тә бармай, күп нәмәләрҙе йөрәк түрендә һаҡлай белә.
Анна апай Мәскәүҙән килгән мәлде ябыҡ ҡына ине, хәҙер матурланып китте. Арып килгәйнеләр шул. Ул эшкә Әхмәҙулла бабайҙан әйттереп тә торманы.
– Рәхмәт, Анна, – тине Әхмәҙулла бабай, уға ҡул тырмаһы биреп. – Әйҙә, хәҙергә фурман артынан ғына йөрө, һуңынан күҙ күрер. Бәлки, иген игергә лә тура килмәгәндер, ә?
– Тегеү фабрикаһында эшләнем, – тине Анна апай. Әхмәҙулла бабайҙы әйтәм, һөйләй ҙә, кешене көйләй ҙә белә. Һәйбәт ҡарт ул. Уның ҡасан торғанын, ҡасан ятҡанын күрмәҫһең, урамдан-урамға, баҫыуҙан-баҫыуға саба. Тегеһен тегеләй итә, быныһын былай итә. Ул булмаһа, ни эшләр инек? Ирҙәр юҡ, йыйын ҡыҙ-ҡырҡын да бала-сағабыҙ. Колхоз эшен алып барырға кәрәк. Ә уның осо-ҡырыйы күренмәй.
Беҙ ҡайтыуға өләсәйем менән Люся ашарға әҙерләп тора. Тик бына Анна апай ғына өҫтәл артына тартынып ултыра.
– Нисек инде һәр ваҡыт һеҙҙеке лә һеҙҙеке, – ти ул.
– Нисек һәр ваҡыт! – тип өләсәйем ҡыҙып китә. Һин уны ҡыҙҙырма инде, барыбер үҙенекен һүҙ итмәйенсә туҡтамай ул. – Һеҙҙеке, беҙҙеке юҡ. Бар саҡта ашайыҡ, бөтһә, тағы күҙ күрер.
– Анна, ҡыҫтатма инде, – ти әсәйем дә. Улар сыға. Беҙ бер ғаилә булып тамаҡ туйҙырырға ултырабыҙ.
Шулай кисен күмәкләп сәй эскәндә, хат таратыусы апай килеп инде.
– Беҙгә юҡмы? – тинем мин, урынымдан һикереп тороп.
– Әллә шул, – тине апай, йылмайып.
Бер юлы ике хат! Береһе – атайымдан, икенсеһе – Николай ағайҙан. Сәй эсеү ҡайғыһы китте. Өләсәйем хатта самауыр мороно бороп ҡуйырға ла онотҡан, өҫтәл өҫтө ҡайнар һыу менән тулды.
– Әй гонаһ шомлоғо, – тип ул бер миңә ҡараны, бер ҡул сепрәге менән өҫтәлде ҡоротто. Мин өс мөйөшлө хатты астым да ҡысҡырып уҡый башланым.
«Һағынышлы хат.
Һеҙки, һөйөклө кәләшем Ғәлиә, беҙки, иптәшең Ғәлиәхмәттән һеҙгә ялҡынлы сәләм һәм дә Рәшит улыма, әсәйемә өҙөлөп-өҙөлөп, һағынып күп сәләм һәм дә беҙҙә фатирҙа тороусы Анна Михайловна менән Костя, Люся туғандарға күп сәләм әйтерһегеҙ. Шуның һуңында был хатты уҡығанда тыңлап тороу­сыларға күптин-күп сәләм. Сәләм һәм дә тамам. Һеҙҙең хәлегеҙҙе һорап, үҙемдең хәлде белдереп китәм. Хәҙергә иҫән-һау, сәләмәтмен. Окопта ятабыҙ, шулай булғас, һеҙгә күп итеп яҙып тораһы юҡ, һуғыш хәлен белергә тейешһегеҙ. Хаттарығыҙ бик оҙаҡ йөрөп килә. Яңыраҡ ҡына береһен алдым, хәбәрҙәрегеҙҙе уҡығас, һеҙҙең менән күреп һөйләшкән кеүек булдым. Хатты йышыраҡ яҙырға тырышығыҙ. Фашистарҙы ҡыйратып, һеҙҙең янға ҡайтырға күп ҡалманы инде.
Хушығыҙ. Йыраҡтан һағынышлы сәләмдәр ебәреүсе Ғәлиәхмәт тип белерһегеҙ».
– Әһә, атайым кәрәктәрен бирәме! – тип башымды ҡалҡыттым. Бәй, әсәйем менән өләсәйем мыш-мыш танауын тарта.
– Ниңә илайһығыҙ? – тинем.
– Күңел тула шул, улым, – тине әсәйем. Беҙ атайымдың хатын уҡып, Анна апайҙарҙы бөтөнләй онотҡанбыҙ. Улар бер яҡ ситкә тайпылған. Николай ағай ҙа иҫән-һау, Кавказ тауҙарында һуғышып йөрөй икән. Үҙенә Ҡыҙыл Йондоҙ ордены ла биргәндәр. Беҙгә лә күп сәләм әйткән. «Костя менән Рәшит дуҫ йәшәйҙәрме? Дуҫлыҡ, иптәшлек һәр ерҙә лә кәрәк ул», тигән.
Хаттар ҡат-ҡат уҡылды. Өләсәйем Анна апай менән әсәйемә ҡат-ҡат ҡыҫтап сәй яһаны, һөйләшеп һүҙҙәре бөтмәне. Был төн беҙҙең өй өсөн ҙур байрам булды. Һуң ғына яттыҡ. Ләкин минең йоҡо ҡасты. Атайымдың хат яҙып ултырғаны күҙ алдымдан китмәне. «Әле ни эшләй икән?.. Ни эшләһен, мылтығы менән фашисҡа аталыр, йә булмаһа ял итеп яталыр», – тип уйланым.
Урта ишек асыҡ ине. Костяның да карауатында ҡырҡҡа әйләнгәне ишетелде. Ахырыһы, ул да йоҡлай алмай ине.

Яралы йомран

Игендәр эҫкерткә инеп бөткәс, әсәйем менән Анна апай ашлыҡ һуғырға йөрөй башланы. Улар смена менән эшләне. Төнөн һуҡҡанда ҡояш сыҡҡанда ғына арып-талып ҡайттылар. Йөҙҙәре тартылған, күҙҙәре ҡыҙарған була. Төн буйына барабанға көлтә биреп тороу еңел түгел, әлбиттә. Йөҙ генә түгел, меңләгән көлтәне өҫкә бирергә кәрәк. Ә уларҙың кеше күтәргеһеҙҙәре лә осрай. Ҡайһы бер ҡатындар, иренеп, игендең ҡуйы үҫкән ерендә шулай бәйләп китә. Әсәйемдәр түҙә, түҙемле кешеләр шул улар.
Беҙ ҙә, фурмандарҙы ташлап, һабан ектек. Костя түгел, әле минең дә уны тотҡан юҡ ине. Тотаһы килмәгәндән түгел, быға тиклем ерҙе атайымдар һөрҙө. Беҙ, малайҙар, баҫыуға мәрәкә итеп кенә, атҡа атланыр өсөн генә бара, бураҙнанан майлы ҡанатлы ҡарғалар менән ярышып, балыҡ ҡаптырырға ҡорт сүпләй, күпереп ятҡан тупраҡта туйғансы аунай торғайныҡ. Рәхәт ине ул саҡта, донъя матур ине…
Өйрәктәр балаларын башлап йөҙөргә алып төшкәндәй, Әхмәҙулла бабай бураҙнаны үҙе ярып бирергә уйланы. Ул тел осо менән генә ус төптәренә төкөрөп, һаҡалын һыйпаны ла, ер башына баҫҡан килеш, алыҫтағы яңғыҙ имәнгә күҙҙәрен ҡыҫып ҡарап торҙо һәм ниндәй­ҙер бер дәртләнеү менән:
– Әйҙәгеҙ, малҡайҙар, – тине. Артынан ҡара һыҙат эйәрҙе, ул туп-тура булып һуҙылды. Мин әллә ҡайҙарға кереп бөтөр инем әле: был эш – утын ярыу түгел, оҫталыҡ кәрәк. Әхмәҙулла бабай ғүмерендә бик күп бураҙналар ярғандыр әле, улар бит хатта уның маңлайына күскән.
Әхмәҙулла бабай бураҙнаны ҡайтарып сыҡҡас:
– Семафор асыҡ, – тине, тирләгән йөҙөн һыпырып. – Инде балалар, сей ҡалдырмай ғына, матур итеп һөрөгөҙ. Киләһе йыл­ғы икмәктең яҙмышы һеҙҙең ҡулда.
Һабан һөргән кешеләрҙе күргәнем бар ине, ул саҡта аттары ла тыңлаған кеүек ине. Хатта ҡайһы бер ағайҙар, һабан тот­ҡаһына йәбешмәйенсә, тәмәке тартып ҡына йөрөй. Күрәһең, көйләй белгәндәр. Ә бына минең һабан һис тә баш бирмәй. Марийкам инде ул бураҙнанан сыҡмай, ситкә ҡайырған байталды ла үҙенә тарта. Этләй бит был байтал. Теге тиҫкәрегә бер­ҙе сыбыртҡы менән шажлаттым. Ни ғәләмәт, йығылып киттем, күҙҙән уттар күренде. Һабан тот­ҡаһы яңаҡҡа бәргән икән.
Фурманда йөрөү уйын булған, бында бураҙна буйлап атлайһың да атлайһың, аяҡтарың ғына түҙһен. Ә беҙҙең баҫыуҙың бер осонан икенсе осо әллә ҡайҙар­ҙа ята, оҙаҡ ҡарап барһаң, күҙ тала.
Төшкә табан быуындар ҡалтырай, аяҡтар тыңламай башланы, һөрөнөп тә алғыланым, ләкин дилбегә менән һабан тот­ҡаһын ҡулдан ебәрмәнем. Тирә-яғыма күҙ ташланым, берәү ҙә туҡтамай, Костя ла арттан килә. Мин туҡтаһам, ул да туҡтаясаҡ. Норманы үтәргә кәрәк, әле уның яртыһына ла етмәгән. Атларға ла атларға, оҙон көн буйына атларға кәрәк. Мин үҙемде донъя­ны әйләнеп сыҡҡандай һиҙҙем. Быға тиклем төш еткәнен тоймай ҙа ҡала торғайным, хәҙер ҡояшҡа ҡараңҡырап йөрөй башланым. Күләгә оҙон әле.
Яландар тыныс, яҡты. Яҡындағы урмандар ҡояш нурҙары аҫтында һап-һары булып йылтырап ята. Яратам мин көҙгө һарылыҡты! Уҙған йыл был ваҡыт­та бөтә синыф менән япраҡ йыйырға сыҡҡайныҡ. Быйыл уҡыу­ҙы ике айға һуңлаттылар, колхозға ярҙамлашырға, тинеләр. Беҙ шул япраҡ йыйған көндө кискә тиклем урманда йөрөнөк, ҡуян ҡыуҙыҡ, аҡтар, ҡыҙылдар һуғышын уйнаныҡ. Ҡабығы һы­ҙырылған йүкә ағасҡа атланып, чапайлылар булып, аҡлан араларынан: «Дең-дек-дек, дең-дек-дек», – тип сабыштыҡ. Барыбер «аҡтар»ҙы еңдек. Бына хәҙер һабанды ла еңһәк, тағы ла «аҡтар»ҙы ҡыйратҡандай булыр ине. Эйе, был йүкә ағасҡа атланып сабыу түгел шул, ер һөрөү, ә уны һәр кемгә лә ышанып тапшырмайҙар. Әхмәҙулла бабай беҙгә ышана.
Эйе, былтырғы көҙ – бала саҡ менән һаубуллашҡан һуңғы миҙгел булғандыр. Һуңғы тапҡыр беҙҙең шат тауышты торналар үҙҙәре менән алып киткәндер.
Һабан тәгәрмәстәре сыйылдай. Юҡ, тәгәрмәстәр түгел, ел илай, ер иламай, һабанға һөйрәлеп, беҙҙең бала саҡ тартҡылаша…
– Рәшит!
Мин артыма әйләндем.
– Төйлөгән, төйлөгән! – ти Кос­тя, ҡулдарын йәйеп. Аттарҙы туҡтатып, баҫыу эсенә йүгерҙек.
– Көш, көш! – тим, сыбыртҡы менән янап.
– Уҫал ҡош, – ти Костя.
Төйлөгән шыйлап ике-өс мәртәбә ергә тейә яҙып үтте.
– Фашист самолётымы ни, – ти Костя, ҡаштарын йыйырып…
– Кепкаңды баҫыбыраҡ кей, эләктереп алып китер, – тинем.
– Эләктерҙе! – тине Костя, көлөмһөрәп. – Тотһаҡ, кәрәгеңде алыр инең, фашист!
Төйлөгән баш өҫтөндә әйләнеп йөрөнө-йөрөнө лә урман яғына китте.
– Ҡурҡыттыҡ, – тинем мин. – Ни тибергә маташты икән?
– Әйҙә әле эҙләйек.
Күп тә барманыҡ:
– Йомран! –тине Костя, ҡыс­ҡырып. – Эсен ярған! Тере!
Мин йүгереп уның янына килдем. Ысынлап та, хәле бөткән йомран ҡамыл өҫтөндә көс-хәл менән генә ҡыбырҙай ине. Оя­һына барып етә алмаған, ике-өс аҙымдай ғына ҡалған. Ҡанға батҡан. Мин сыбыртҡы һабының осо менән уға төртөп ҡараным.
– Теймә, – тине Костя.
– Ҡоротҡос бит ул. Игенде ашай. Ояһын ҡаҙып ҡара әле, күпме бойҙай йыйған икән?
– Әллә йыйған, әллә юҡ, һин уны ҡайҙан беләһең?
– Йомран йомран инде, уны үлтерергә кәрәк, – тип сыбырт­ҡымды күтәрҙем.
– Ҡағылма, – Костя минең ҡулды этеп ебәрҙе.
Йомран һаман ояһына шыуышты. Костя танауын тартып ҡуйҙы, уның күҙҙәре йәшләнде. Әллә нисек миңә лә йәл булып китте.
Кисен, өйгә ҡайтҡас:
– Йомран тоттоҡ, – тинем өләсәйемә.
– Һабан һөрөү урынына йомран ҡыуып арыу итәһегеҙ, – тине ул.
– Беҙ төйлөгән яралаған йомранды ғына күрҙек.
– Үлтермәнегеҙме һуң?
– Юҡ.
– Йән эйәһе бит, – тине өләсәйем, көрһөнөп. – Миңә себен дә йәл. Ә тегендә бер-береһенә атышалар, нимә етмәй уларға? Ахыр заман тигәндәре шулдыр инде, хоҙайым…

Ниңә һуғышалар?

Ҡояшлы көндәр йонсоулыһы менән алмашынды. Быҫҡаҡлап яуған ямғырҙар аҫтында, сабаталарға уҡмашҡан батҡаҡтарҙы төрәнгә ҡыра-ҡыра, ат ҡыуабыҙ. Ҡойоп яуған ямғыр, исмаһам, тиҙ баҫыла, ә был энә күҙендәй генә бөртөктәр кейемде тишеп үтәме ни, елеккә барып етә.
Мин артыма әйләнеп ҡаран­ғылайым. Костяның да тештәре генә йылтырап күренә, йөҙө-маҙары ҡап-ҡара. Тағы алға әйләнәм. Аттар, бер ҡолаҡтарын торғоҙоп, бер ятҡырып, әкрен генә атлай. Бураҙна артынан бураҙна күмелә, бураҙнаға беҙҙең уйҙар күмелә.
Төштән һуң Әхмәҙулла бабай килә. Аттарҙы эҫкерт эргәһенә ҡуябыҙ. Малайҙар, һаламды соҡоп, ҡорораҡ урынға ышыҡланырға тырыша.
Әхмәҙулла бабай иҫке плащының башлығын артҡа ташлап, еүеш һаҡалын «һауғылап» ала ла, эҫке кеҫәһенән янсығын сы­ғарып, тәмләп кенә тәмәке төрөргә керешә.
– Йә, улым, һабан һөрөргә өйрәнеп буламы? – тип һүҙҙе Кос­тянан башлай. Уны бик яҡын күрә.
– Була шикелле, – ти Костя, ҡыҙарынып, һәм ерле-юҡҡа ҡулының һырты менән танауын һөртөп ала.
– Тәүге көндәр түгел инде. Хә­ҙер сей-маҙар күренмәй. Ат тояғы апарыу ғына бата. Тик бына һауа ҡырыҫланып тора. Ямғыр тымғанын көтөп ятып та булмай. Оҙаҡламай туңдырыр ҙа инде, – тип Әхмәҙулла бабай усы менән ышыҡлап шырпы һы­ҙа һәм сәсәй-сәсәй тәмәкеһен һура. Янсыҡтың бауы бәйләнгәнсе, башҡа ҡулдар һуҙыла. Элегерәк ауыҙҙарында тәмәке күргән малайҙарҙы кесерткән менән баҫтырған ҡарт хәҙер өндәшмәй, махоркаһын семтеп-семтеп үҙе өләшеп сыға. Ни эшләһен, ирҙәр рәтенә индек. Мин үҙем тәмәке тартмайым. Өйрәнеп ҡараным да, тик барыбер ташланым, яратманым, төтөн йотоуы ҡыйын.

– Әй, махоркаһы елле, йылын­дырып та ебәрҙе, – тигән була малайҙар. Мин быға ышанмайым, улай булһа, һәр кем дә тәмәке тартыр ине.
– Һин, ҡарт, кәнсәләр тирә­һендә күберәк буталаһың, һуғыш тураһында Мәскәү ни һөйләй? – тип һораша башлайҙар.
– Хәлдәр ауырыраҡ әле, – тип ул ҡаштарын емерә. – Теге яуыздар Мәскәүгә яҡынлаша. Беҙҙекеләр әле рәтләнеп, көс туплап етә алмай, ләкин бик ҡаты торалар, Мәскәүгә ебәрмәҫтәр.
– Оҙаҡ һуғышырҙармы икән?
– Ниңә һуғышалар икән?
– Нисек аңлатырға? – Әхмә­ҙулла бабай аптырабыраҡ ҡала. – Бына ошо һеҙ һөргән ерҙәрҙе Гитлер үҙенеке итергә уйлай.
– Бәй, ул колхоздыҡы бит?!
– Колхоздыҡы итәһе килмәй шул. Элек ошо тирә-яҡ ауылдар­ҙың ерҙәрен Зулин тигән баяр биләп йәшәне. Ул урыҫ баяры ине, ун етенсе йылда ҡасты. Ә хәҙер Гитлер немец баярын килтермәксе була. Кем уға ҡол булып эшләргә теләй? Минме, һинме, йәиһә һинең атайыңмы? Юҡ! Беҙ улар өсөн ҡан ҡойоп, колхоз төҙөнөкмө ни, ә?! Бына ни өсөн атайҙарығыҙ һуғышҡа китте, яуыздарҙы илдән ҡыуып сығарғансы һуғыш барасаҡ! – тине Әхмәҙулла бабай ҡулдарын йоҙроҡлап. – Ебәрмәйҙәр генә, нисәмә ҡат ғариза бирҙем. Мин ул эттәрҙе ҡыйнап өйрәнгәнмен. Беренсе ярман һуғышында әфисәрҙәренең яғаларынан эләктереп тонсоҡтора торғайныҡ.
– Обозға ла алмайҙармы ни?
– Армия обозһыҙ – ярты ҡанатһыҙ. Кем ҡорал, аҙыҡ ташый? Обоз. Ҡоро ҡул менән һуғышып ҡара. Обозға мин бик теләр инем дә бит…
– Һин киткәс, беҙҙең бригадир кем була?
– Шул-шул. Ярай, уландар, ҡуҙғалайыҡ.
Торабыҙ. Костя өндәшмәй-нитмәй генә аттарының аяҡтарына сыбалған постромкаларҙы рәтләй башлай. Мин уның уйҙарын һиҙәм. Гитлер һалдаттары бит уның тыуған ҡалаһына яҡынлай. Ни тип йыуатайым һуң?.. Әгәр мөмкин булһа, фашисҡа ҡаршы ҡарлауымды күтәреп йүгерер инем!.. Тағы бураҙнаға төшәбеҙ. Уйҙар, оҙон бураҙналар…
Ямғыр туҡтап, ел иҫә башлай. Ҡапыл болоттар йыртылғандай була. Зәңгәр күк киҫәге күренеп ҡала. Йылмайып ҡояш килеп сы­ға. Беҙ уға оҙаҡ ҡына ҡарап барабыҙ. Әйтерһең, ҡояш – беҙҙең берҙән-бер йыуанысыбыҙ…
Кис етә. Аттарҙы туғарабыҙ.
Әй, минең Марийкама ни етә! Ҡамытын кейҙерергә әҙерлән­һәң дә, теҙгененә баҫып менергә йыйынһаң да – эйелеп кенә тора. Арҡаһы осло булһа ла, юр­ғалап ҡына, йомшаҡ ҡына итеп юрта. Ат тиһәң дә ат! Костя ала бейәһен бер кемгә лә бирмәй. Ул инде ер һөрөр өсөн генә яратылған мал. Костя уға бөтөнләй эйәләште, ҡаты итеп, эсте һелкетеп юртһа ла, һабан тәгәрмәсенә баҫып, оҙон ялдарына йәбешә-тырмаша шуға атлана.
Аттарҙы атлатып ҡына ауылға йүнәләбеҙ. Көнбайышта офоҡ сите ҡып-ҡыҙыл булып күренә. Ул беҙгә, гүйә, һуғыш утының ялҡыны һымаҡ тойола.

Люся

Люся беҙҙән бер йәшкә бәләкәйерәк булһа ла, буйға оҙонораҡ. Миңә ул баштараҡ әллә нисегерәк күренде.
– Ҡара әле улыңды! – тип ер­ле-юҡлы сәрелдәп барҙы.
– Костя, кемгә әйтәләр? Ниңә оло була белмәйһең? Һеҙҙе генә көйләргә ҡалды, – тине Анна апай, асыуланып.
– Ана, сандырыңды тый.
– Һинең туғаның бит ул.
– Уның ише туған.
– Етте.
Люся миңә торғаны ошаҡсы ҡыҙ булып тойолдо. Ул түрге яҡтан сыға белмәне. Үҙен оҙон көн буйына мейес башынан кү­ҙен ҡыҫып ҡына ҡарап ятҡан ала бесәйгә оҡшаттым. Бесәй, тигәндәй, уны күр­ҙеме, Люсяның иҫе китә лә ҡуя. Башынан һыйпай, мыйыҡтарын тотоп ҡарай, ауы­ҙын ирененә терәй. Шул тиклем яратыр икән, хатта ашағанда ла янында.
– Берес, керәшин, сәйгә йөнөн ҡоя инде. Люся, ҡағылма һин уға, ауыҙыңа ҡорто керер, – ти өләсәйем.
– Гөлбикә әбейең дөрөҫ әйтә, – ти Анна апай ҙа.
Люсяның ҡапыл ирендәре бүртенә, ул һикереп тора ла үҙҙәре яғына йүгерә.
– Артыҡ иркәләйһең, –ти өләсәйем. – Бала-сағаны уны ҡоро­раҡ тоторға кәрәк. Уларға ирек бирһәң, башыңа менерҙәр.
– Ҡоро тотам, тип ни эшләй­һең инде, – ти Анна апай, көрһө­нөп. Люся әсәһе эшкә йөрөй башлағас, өләсәйемә эйәләшеп китте. Бергә-бергә сөкөрҙәшеп тауыҡтарға ем бутайҙар, самауыр ҡайнаталар.
Бер көндө эштән алдараҡ ҡайт­тым да соланда сабаталарымды сисә башланым. Ҡолаҡҡа үҙ-ара һөйләшкән тауыш ишетелде: ишек ябылып бөтмәгәйне.
– Әбей, Рәшит һәйбәтме, әллә Костямы?
Сабата ҡайғыһы китте. Ҡолаҡ­ты ҡарпайтып, шымып ҡалдым. Өләсәйем тиҙ генә яуап бирмәне, юҡ, ул ҡабалана торған ҡарсыҡ түгел, тәүҙә ул һинең бер аҙ күҙҙәреңә ҡарап тора әле, унан ғына үҙ һүҙен әйтә. Әле лә көттөрҙө. Ишеккә яҡыныраҡ шыуыша төштөм. Әгәр ҙә уны иҫлә­мәҫтән асып ебәрһәләр, маңлайға эләгеүен көт тә тор. Ниңә әйтмәй инде? Кемдең нисегерәк икәнен ишетке килә бит әле, бигерәк тә өләсәйемдең ауыҙынан.
– Улар – икеһе лә һәйбәт малайҙар, ҡыҙым.
– Икеһе ләме?
– Эйе.
– Костя үсекләй, артынан эйәртмәй.
– Һинеңсә, алама малай инде? Ә Рәшит ҡалайыраҡ?
– Рәшитме? Рәшит ул…
Нәҡ ошо ваҡыт Костя шығыр­ҙатып ҡапҡаны асты. Мин сабаталарымды сисергә керештем.
– Һин дә яңы ҡайттыңмы ни? – тине ул.
– Эйе, – тигән булдым. Үҙем һаман да Люсяның һүҙен ишетә алмағанға үкендем. Өйгә инеү менән, өләсәйемдәр яғына ҡарамайынса, пинжәкте һала башланым.
– Рәшит, ни эшләп иҫәнлек-һаулыҡ һорашмайһың? Ана, Кос­тянан үрнәк ал, – тине өләсәйем.
– Әллә, мин уны-быны уйламаным, – тинем, һаман улар яғына боролмайынса. Әйлән­һәм, тыңлап торғанды һиҙерҙәр кеүек ине: юҡ-барға ҡыҙарып барам шул.
– Мин һине аҡыллы улым тип йөрөткән булам, ә ул иҫәнләшергә лә теләмәй.
– Иҫән икәнлегегеҙҙе күреп торам бит инде, – тип улар яғына боролдом. Люся ҡом көршәкте тотҡан, өләсәйем ҡалаҡ менән туҡый. Май яҙалар. Көршәктең ситенә буялған ҡаймаҡты Люся нәҙек оҙон бармаҡтары менән тиҙ генә һыпырып ала ла ауыҙын шапылдатып ҡуя.
Мин ҡыҙға аптырабыраҡ ҡалдым. Уның ошо көнгә тиклем ту­ҙып йөрөгән һары сәстәре майланып, ҡыҙыл таҫма менән үрелгән. Тәненә һылашып ҡына тор­ған сәскәле аҡ күлдәк кейгән. Люся беҙгә килгәндән бирле был күлдәген кейгәне юҡ ине әле, ахырыһы, сумаҙанда һаҡлаған. Ул бөтөнләй икенсе ҡыҙ булған.
– Ярай, һуңынан туҡып бөтөп ҡуйырбыҙ, ағайыңдар асығып ҡайтҡандыр, ашата һалайыҡ, – тине өләсәйем. – Ҡайҙа, ҡом­ғандың һыуы бар микән?
– Үҙем-үҙем, – тине Люся, ысбутта ялтырап ултырған еҙ ҡом­ғанға үрелеп.
– Бир үҙемә, – тине Костя, ри­за булмайынса.
– Өтәләнеп торған баланың кү­ңелен һүрмәгеҙ. Костя, ни эшең был? Люся үҙегеҙҙе, ҡасан ҡайтырҙар инде, тип көтөп ала, ҡулығыҙға һыу һалырға тора. Изгелеккә яуызлыҡ итмәйҙәр. Тағы ни кәрәк һеҙгә? Кешенең ҡәҙерен белергә кәрәк. Бәй! Ҡабат минең ҡыҙыма ауыр һүҙ әйтәсәк булмағыҙ. Уға әйткән һүҙ – миңә лә ҡағыла.
Люсяның зәңгәр күҙҙәрен йәш ҡапланы. Уны йәлләп киттем, йыуатҡым килде.
– Һин һыу ҡойғас, йыуыныуы рәхәт икән, – тинем. – Бынан һуң шулай һәр ваҡыт һалып торорһоң, йәме.
– Ярар, – тине Люся йылмайып һәм минең усҡа тултырып һыу ҡойҙо.

Анна апай күлдәк бирә

Көндәр аҡрынлап үтте. Ер туңғас, Әхмәҙулла бабай беҙҙе элеваторға иген ташырға ҡушты.
Анна апайҙар иң яҡын дуҫтарыбыҙға әйләнде. Беҙ улар­һыҙ, улар беҙһеҙ йәшәй алманыҡ. Костя менән Люся ярайһы ғына башҡортса һөйләшергә лә өйрәнде. Анна апай ҙа ватҡылап булһа ла, һуҡаларға тырышты. Ни эшләйһең, башҡорт ауылында йәшәгәс, башҡортса көн күрелде. Николай ағай менән атайымдан хаттар килеп торҙо. Бик алыҫтан өс мөйөшлө конверт эсендә килгән хәбәрҙәр беҙҙе борсой ҙа, ҡыуандыра ла ине.
Яуап хаттарын күмәкләп бергә ултырып яҙабыҙ. Беҙ Костя менән яҙабыҙ, әсәйемдәр әйтеп тора. Ҡайғырыу һүҙҙәре ишетелһә, өләсәйем һыҙҙырып ташлата. «Шул ғына ҡалды, ирҙәре­геҙҙең башын йыйын сүп-сар менән тултырмағыҙ», – ти. Үҙе әйтеп яҙҙыра башлай. Люся ла ҡыҫылмайынса ҡалмай. Ҡулын төшөртөргә ҡуша һәм бармаҡ араларына: «Атаҡайым, бик һа­ғындым, тиҙерәк ҡайт», – тип яҙып ҡуя. Хаттар, Костя менән мин яҙған хаттар, һуғышҡа ки­тә… Һуң ғына ятып йоҡлайбыҙ, тағы таң ата, йәнә баҫыуға китергә, юлға сығырға әҙерләнә башлайбыҙ. Тик бер көндө иртән беҙҙең ғаилә араһында күңелһеҙ хәл булып алды. Анна апай күптән бирле дөйөм өҫтәлгә ултырырға ҡыйынһынып килә, ул ашарға үҙҙәренә башҡа әҙерләргә теләй ине. Ләкин өләсәйем менән әсәйем килешмәне.
– Һеҙҙән хаҡ һораған кеше юҡ бит әле, – тине өләсәйем. – Аллаға шөкөр, хәҙергә бар. Артабан да Хоҙай ярлыҡаһын.
– Гөлбикә әбей, һеҙ ҡыҙыҡ ҡына һөйләп ҡуяһығыҙ. Костя менән икәүләп эшләйбеҙ. Колхоз да аҙыраҡ ярҙам итеп тора, – ти Анна апай йомшаҡ ҡына тауыш менән.
– Анна, беҙ бөтәһен дә аңлай­быҙ, – ти әсәйем, йылы итеп өн­дәшеп. – Улай итмә. Кителгән күңелде тағы китмә.
Анна апай күнергә мәжбүр бу­ла. Беләм, уға ауыр. Ул быны ниндәйҙер насар уй менән дә эшләргә теләмәй, ни тиһәң дә, беҙ уларға сит кешеләр бит, барыһын да һөйләп бөтә тиһеңме ни, тартыналар.
Эйе, шул көндө Анна апай иртүк торған да, үҙҙәренә айырым һауытҡа тары бутҡаһы бешергән. Костя менән Люся дөйөм өҫтәлгә ултырырға йыйынғас:
– Әйҙәгеҙ, – тип уларҙы түрге яҡҡа алып сығып китте. Беҙ аптырашып ҡалдыҡ.
– Анна, ни эшең был? – тине әсәйем.
– Галя, зинһар, борсолмағыҙ. Һеҙ мине аңларға тейешһегеҙ…
– Ихтыяр һиндә. Нимә кәрәк, һора, һорауҙың ояты юҡ. Һатып алған – һары алтын, – тип әсәйем ҡулына сынаяғын алды.
Өҫтәл артында Костялар булмағас, әллә нисек буп-буш күренде. Люсяның урыны миңә ҡапма-ҡаршы ғына ине, сәйенә эйелгән һайын, йылмайып ала торғайны. Әсәйемә яҡыныраҡ һыйындым, ул арҡамдан һөйөп ҡуйҙы. Мин уның күҙҙәренә ҡараным, йөҙҙәре лә үҙгәрҙе, яңаҡтары тартылып ҡалды, маңлайына һырҙар ҡунды. Иҫләмәҫтән генә уның сикә сәстәре араһынан ике бөртөк аҡ сәс күр­ҙем.
– Әллә сәсең ағара башлаған инде? – тинем.
– Ағарһа ла ағарыр шул, балам.
– Кеше менән һөйләш, көл. Һәр ваҡыт уйланып, эстән уфта­нып йөрөмә, – тине өләсәйем. – Шуның ғәләмәте ул. Ҡайның мәрхүм теге ярман һуғышына китте. Күҙе атлығып сыҡҡыры, һаман шул нимес инде, Рәсәйгә ҡаныҡҡан бит, муйыны аҫты-өҫ­кә килгере. Унан ырвәлүсиә баш­ланды. Биш йыл ғына йөрөп ҡайтты. Түҙҙем. Бына әле яңы ғына сәсем ағара төштө.
– Ни эшләп яңы булһын, – тинем. – Мин белгәндән бирле бит.
– Ат дағалағанда баҡа ботон ҡыҫтырған. Минең йәшемә ет әле.
Әсәйем минең итәктән тартты.
– Анна, балаларыңа ҡоро бут­ҡа ашатма, йөрәктәренә ятмаҫ, – тине өләсәйем.
– Рәхмәт, әбей.
– Рәхмәт тә рәхмәт. Рәхмәт менән тамаҡ туймай.
– Ҡәйнәм, яҙған майың бармы? Берәй ҡаҙаҡ бирергә кәрәк.
– Булмай ни, – өләсәйем Кос­тяларға бүлмәнән май керетеп бирҙе.
– Ҡуйығыҙ, кәрәкмәй. Уны нисек буш ҡул менән алаһың. Ни Николайҙан аҡса килеп етмәгәй­не. Кәрәкмәй, рәхмәт.
– Кем аҡса һорай һуң әле? – тине өләсәйем, үртәнеп. – Бына һин әле!
– Юҡ, юҡ, ҡайҙа ул буш алыу, – тип Анна апай оло сумаҙанын аҡтарырға тотондо һәм күбәләктәр төшкән матур күлдәген тартып сығарҙы.
– Бер ҡаҙаҡ май өсөнмө? – Өләсәйем яурындарын һикертте. – Һалып ҡуй урынына.
– Килгәндән бирле күрһәткән асыҡ сырайығыҙ өсөн. Галя, ал инде, – Анна апай ҡулдарын һу­ҙып, тилмереп әсәйемә төбәлде. Костя ла, Люся ла әсәләре арты­нан эйәреп, беҙҙең яҡҡа сыҡ­ҡайны. Улар өсәүләшеп беҙгә ҡарап тора башланы.
– Ан-нушка, – тине әсәйем, тулҡынланып. Уның һүҙе бөтөп ҡалды. – Минең күлдәктәрем бөтәһе түгел. Әле тегелмәгәндәре шул көйөнсә ята. Бер нәмәң дә кәрәкмәй. Һаҡла һин уны, Мәскәү иҫтәлеге итеп һаҡла. Гел генә былай ғына йәшәмәбеҙ, һуғыштар бөтөр, айырылышырбыҙ. Ҡарамалыла үткән көндәр иҫтәлеге итеп һөйләргә генә ҡалыр…
Әсәйем, өҫтәл артына баҫҡан көйөнсә, күҙ йәшен һөрттө. Кинәт уны Анна апай ҡосаҡлап ал­ды.

Пушкалар

Келтерәп торған көҙгө туң юлдарҙан бричкалар өҫтөнә ҡырын ятып район үҙәгенә барабыҙ. Оҙон ылау булып һуҙылып йөрө­үе күңелле. Берәүҙәр йырлай, икенселәр шартлатып ат ҡыуа, өсөнсөләр кәрт һуға. Төш тирәләрендә элеваторға килеп керәбеҙ. Ҡапҡа төбөндә тауыш, сыуалыш: ҡайһы бер колхоздар сиратһыҙ үтергә ынтыла. Күсәргә күсәр эләгә, арбалар ауа.
Сират етә. Эскә инеп китәбеҙ. Беҙ Костя менән икәү бергә бушатабыҙ. Ҡапсыҡтар ауыр, елкәгә һалырға көс етеңкерәмәй. Көс етмәй, тип тороп булмай, һине башҡалар көтә.
Костяға күтәртәм. Бер-ике атлау менән, уның нәҙек кенә боттары ҡалтырай башлай, кәүҙәһе ергә бөгөлөп төшә. Артынан тотам. Таҡтаға баҫып, келәт ауы­ҙына менергә кәрәк. Таҡта һы­ғыла, сайҡалып йығылып китәбеҙ. Тоҡ ярыла, түгелгән бойҙай­ҙы йыйырға керешәбеҙ. Келәт эсендә иген елгәргән ҡыҙҙар һындары ҡатып көлә. Етмәһә:
– И-и, кәләш алабыҙ, тигән булалар тағы, үҙҙәренең тоҡ күтәрергә лә хәлдәренән килмәй! Страм!
– Әйҙәгеҙ ҡолаҡтарынан тартып үҫтерәйек!
– Ҡуйығыҙ, йә өҙөлөп сығыр! – тип ирештерәләр.
Өндәшмәйбеҙ. Костя һары сәстәрен ялбырҙата-ялбырҙата, осло танауын ергә тейҙерерҙәй булып, усы менән тупраҡҡа буталған бойҙайҙы һеперә.
Ҡыҙҙар һаман ирештерә.

– Әле мин һеҙҙе, – тип сыбыртҡыға үреләм.
– Кил әле, кил, салбарыңды һалдырып, иген араһына күмеп ҡуймайыҡ! – тиҙәр.
Мин артҡа сигенәм. Уларҙан булыр ҙа, бөтәһе лә тиерлек буй­ға еткән ҡыҙҙар. Өләсәйем әйтмешләй, тотоп кейәүгә бирә торған ғына саҡтары, тик егеттәре генә юҡ, һуғышҡа китеп бөткән.
– Ебәрегеҙ, йә эйәреп инер­һегеҙ, һеҙҙән башҡа ла бында сүп етерлек! – тип үртәп, ҡыҙҙар ҡапсыҡтарҙы тартып ала. Әхмәҙулла бабайға асыу килә. Көс етмәгән эшкә ниңә ҡушырға инде? Рәхәт, тип белә микән ни?.. Тоторға ла иртәгә баш тартырға.
Бөгөн дә колхоз фатирына туҡтап сәй эстек тә, аттар емдәрен ҡапҡылағансы, вокзал тирәһендә йөрөп килмәксе булдыҡ. Башҡа ҡайҙа бараһың? Беҙ ни, ауыл малайҙары, паровоз күрһәк, эләгә-йығыла йүгерәбеҙ инде. Станция тирәһендә ты­уып үҫмәгәс, иҫ китә лә ҡуя. Кос­тя ғына бар тип тә белмәй, тимер юл буйында күҙе асылған шул. Иллә мин станцияға ашҡынып барам. Поездарҙы күрһәм, тәнем сымырҙап китә. Улар миңә яҡын да, шул уҡ ваҡытта әллә нисегерәк тә булып тойола. Атайымды алып киттеләр бит, ҡасан алып ҡайтырҙар, белмәйем…
Брезент менән бөркәлгән эшелондар, перрондарҙы дер һелкетеп, үргә уҙа. Ҡайһылары туҡтай, ҡайһылары юҡ. Һалдаттар ҡул болғап үтә. Беҙ ҙә сәләмләйбеҙ. Бер ағай:
– Держи, пацан! – тип йылтырап торған консерва ырғытып китте. Кемгә икән, иллә-мәгәр Костя эләктерҙе. Тышына балыҡ һүрәте төшөрөлгәйне.
– Миңә ырғытты бит! – тинем мин.
– Юҡ, миңә, – тине Костя.
– Һиңә түгел, миңә.
Беҙ саҡ талашып китмәнек.
– Ниңә юҡ өсөн баш ватаһығыҙ? – тине ҡара шинель кейгән апай. – Асығыҙ ҙа бергә ашағыҙ.
– Шулай шул, – тине Костя. Мин ҡабат тартҡылашманым. Кемдән-кемдән, Костянан һалдырып алырға маташыуым өсөн әллә нисек ҡыйын булып китте.
– Вагондарҙы ниңә бөркәйҙәр икән? – тинем мин, аптырап.
– Күрһәтмәҫкә, – тине Костя. – Ана анауы көпшәләр пушка көпшәләре бит ул.
– Кит әле, әй! Хәҙер атырға ҡушһаң, ата микән?
– Атмаған нәмәне һуғышҡа ебәрмәйҙәр. Уның бер снаряды һинең был вокзалыңдың көлөн күккә осора.
Костя миңә ҡарағанда күберәк белә шул. Ни тиһәң дә, Мәскәү малайы. Поездар үтә. Уларға ултырып, атайым янына китәһе килә. Бик йыраҡта шул, хаттар етмәҫ ерҙәрҙә…
Ҡояш киске яҡҡа ыңғайланы. Аттар, ҡайтырға сыҡҡанды һиҙеп, ҡыҫтатманы. Буш бричкаларҙың тауышы тағы ла нығыраҡ яңғыраны.
Яурындар һыҙлай. Буш тоҡтар өҫтөнә ятып та, ултырып та ҡарайым, юҡ, барыбер эсте ҡойор­ҙай итеп һикертә. Пушкалар тағы иҫкә төштө. Бричканың һикертеүен оноттом… Иртән генә радио, беҙҙең ғәскәрҙәр ауыл, ҡалаларҙы ҡалдырып, артҡа сигенә, тине. Һаман сигенә… Немецтар Волгаға яҡынлаша. Уны аша сыҡһалар, беҙҙең яҡтар яҡын ҡала… Әгәр ҙә танкылар, пушкалар алып барған поездар юлда туҡтап ҡалһа, әгәр ҙә улар ваҡытында барып етмәй, фа­шис­тарға ҡаршы атмаһа, ни булыр ине?.. Әгәр ҙә иртәгә минең бричкам аттар һарайы янында кешеһеҙ торһа, элеваторға иген илтмәһә, ни булыр ине?.. Атайымдарға һуғышыу бик ауырға төшөр ине… Юҡ, мин ҡыҙҙар ирештергәнгә генә эшемде ташламайым, ҡапсыҡтарға тешем-тырнағым менән йәбешәсәкмен. Күрерһегеҙ, йәбешәсәкмен!..
– На, малҡайҙар!

Костя шиғыр һөйләй

Талпынып беренсе ҡарҙар төштө. Башҡа йылдарҙа мин уларҙы, алыҫтан ҡайтҡан яҡын кешемдәй, көтөп, һағынып ала торғайным. Быйыл артыҡ иҫем китмәне. Ҡар ни яуыр инде, тинем.
Ауыл көтөүҙәре туҡтаны. Мал-тыуар өй тирәһендә ҡысҡырыша башланы. Йылғалар боҙ менән ҡапланды. Ҡаҙҙар ҡаңғылдашып, һауаға күтәрелде. Йорт, ҡаралтыларға ир ҡулдары теймәгәне тиҙ үк һиҙҙертте. Берәүҙең ситәне ҡыйшайҙы, икенсенең ҡапҡаһы ауҙы, өсөнсөнөң лапаҫ, ҡайырмалары һүтелде. Ҡарамалы төҫ ташлап, ҡартайып ҡалғандай булды. Әйтерһең, уның баҡсаларын ҡырау бик иртә һуҡты…
Мин, колхоз эшенән туҡтап, уҡырға йөрөнөм. Баштараҡ Кос­тя менән Люсянан башҡа мәктәпкә барыуы уңайһыҙыраҡ ине. Беҙҙең мәктәп – башҡорт мәктәбе шул, башҡорт телендә уҡыталар, ә Костялар урыҫ телендә белем алған. Улар беҙҙеңсә өйрәнеп киләләр ҙә, мәктәптә икенсерәк, таҙа итеп һөйләшергә, дәресте аңлатып бирергә кәрәк.
Шулай тәнәфес ваҡытында минең эргәгә директор апай туҡталды ла:
– Костяға әйт, иртәгә уҡырға килһен, – тине.
Мин аптырап ҡалдым.
– Эйе, эйе, уҡырға килһен.
– Ә Люся?
– Ул да килһен, дүртенсегә керер. Ә Костя һинең менән бишенсегә ултырыр. Мәскәү балалары беҙҙә байтаҡ ҡына бит, райондан уларға айырым, урыҫ телендә, дәрес бирергә ҡуштылар. Аңланыңмы?
– Аңланым! – тинем, ҡыуанып. Бына шатланасаҡтар. Юғиһә, мине Костя бойоғоп ҡына оҙата, күңелһеҙ генә ҡаршы ала ине. Люся ла ҡайтып кереү менән: «Ниндәй билдә алдың?» – тип сумкаға йәбешә.
Һуңғы дәрес бөтөү менән өйгә йүгерҙем.
– Һөйөнсө! – тинем, ҡысҡырып.
– Ни булды, балаҡайым? – тине өләсәйем, ҡапыл ҡаушап. – Әллә атайың ҡайтып киләме, әллә һуғыш бөткәнме? Хоҙа­йым?
– Юҡ… Ни, Костя, һин дә, Люся, һин дә иртәгә минең менән мәктәпкә бараһығыҙ. Вәт.
– Нисек? – тине Костя, ғәжәпләнеп.
Мин барыһын да һөйләп бир­ҙем. Шатланасаҡтар, тинем бит. Ҡыҙ менән малай үрле-ҡырлы һикерҙе.
Өләсәйем «һөйөнсө»нән оло нәмә көткәйне лә бит, ни эшләй­һең, иртәрәк шул әле. Атайым ҡайтһа, һөйөнсө алмаҫ инемме ни мин? Хатта тауҙарға менеп ҡысҡырыр инем.
– Һәйбәт булған, – тине өләсәйем дә хуплап. – Һеҙҙең уҡый торған сағығыҙ ғына бит әле, ауырыраҡҡа тура килде. Шулай ҙа ил, һуғыш тип, мәктәптәрҙе япманы, ҡәҙерен белегеҙ, балалар.
Иртәгеһен өсәүләп киттек. Беҙҙе өләсәйем йылмайып оҙатып ҡалды.
– Хәйерле аяғығыҙ менән, – тине. – Люсяны ҡарап ҡына йөрөтөгөҙ, юлда ата ҡаҙ-маҙар таламаһын. – Ҡыҙ, ата ҡаҙҙан, ғөмүмән, уҫал ҡаҙҙан ҡурҡа ине.
Өсәүләп атлауы күңелле.
Уҡытыусы апай беҙгә «Бородино» шиғырын ятлап килергә ҡушҡайны. Әмәлгә ҡалғандай, синыфта ике-өс кенә кеше ятлаған булып сыҡты.
– Тағы кемдәр һөйләргә теләй? – тине уҡытыусы апай.
Мин тирә-яғыма ҡарандым. Күптәр баштарын эйгән. Инде исемлек буйынса һорамаһа ярар ине, тигәндәй, тын да алмай ултыралар.
Костя ҡулын күтәрҙе. Синыф тын алды. Баштар күтәрелде, парта ҡапҡастары шаҡылданы. Ҡотҡарҙы бит был малай.
Костя, ҡулдарын һелтәй-һелтәй, «Бородино»ны һөйләргә тотондо. Күрәһең, уны Мәскәүҙә үк ятлаған. Костяны бөтә синыф һоҡланып тыңланы. Ул беҙҙең кеүек көйләп түгел, ә кемгәлер: «…скажи-ка, дядя, ведь недаром, Москва…» – тип өндәшеп, һөйләшкән һымаҡ һөйләне. Бына минең ниндәй иптәшем бар, тигәндәй, шатланып ултыр­ҙым. Гүйә, шиғырҙы ул түгел, ә мин ятланым…
Көндәр үтте. Сатлама һыуыҡтар башланды. Түҙ генә.
Мәктәпкә барғанда йыш ҡына артыбыҙға әйләнеп атлайбыҙ: башҡа сара юҡ, танауҙы өтөп ала, аяҡ-ҡулға йәбешә. Люся беҙгә ышыҡланып ҡына йөрөй. Өләсәйемдең мамыҡ шәле менән ауыҙ-моронон йәшереп бөтөрә, зәңгәр күҙҙәре генә асыҡ ҡала. Уларҙың да керпектәрен бәҫ баҫа.
Люсяның быймаһы йоҡа, ҡаланыҡы шул. Ярай әле, шулай булһа ла бар, ә бына Костяныҡы юҡ. Тәүҙә ул ботинка менән йөрөнө, ҡайҙан тиҙ генә быйма табаһың. Ауылдың берҙән-бер быйма баҫыусыһы Искәндәр бабай ҙа һуғышҡа китте. Ҡарсығы Сәрби әбей әүәләп маташҡан була ла, уныһына ла сират етерлек түгел.
– Туҡта әле, – тип өләсәйем минең ҡыйыҡҡа аҫып ҡуйылған иҫке быйманы алып төштө. – Бөтөнләй онотҡанмын. Төплөккә-маҙарға боҙормон, тигәйнем, нисек баланы шаҡырҙатып йөрөтәһең. Иҫке лә иҫкелеккә, быйма быйма булыр әле.
Уны күҙлек кейеп, ике көн буйына яманы: иҫке кейеҙҙе киҫеп, төп һырыны, үксәләренә күн тегеп ебәрҙе. Быймаларға тағы йән керҙе лә китте. Костя бик ҡыуанды.
Синыф бүлмәһе һыуыҡ. Өҫтө һалыу юҡ. Хатта ҡайһы бер малайҙар бейәләйҙәрен кейгән көйөнсә яҙа. Беҙҙеке түгел, уҡытыусы апайҙың ҡулдары тыңламай, ҡайһы саҡта ул аҡбурҙы йүнләп тота алмайынса иҙәнгә төшөрөп ебәрә.
Бер көндө шулай иртән инша яҙырға йыйындыҡ. Батыр һалдат тураһындағы хикәйәне уҡытыу­сы апай уҡып сыҡты. Эстәлеген бер нисәбеҙҙән һөйләтте. Хәҙер яҙаһы ҡалды.
– Апай, ҡарам туңған, ни эшләйем икән?
– И-и, минеке лә.
– Дәфтәремдең бер генә таҙа бите бар… – тиеште балалар.
Мин дә ҡара һауытымды ҡараным. Туңған. Костяныҡы хатта ярылған. Егерме биш ҡара һауыты – бөтәһе лә туңған булып сыҡты. Мейестең көлөн дә аҡтарып ҡарайбыҙ. Исмаһам, осҡон ишараты күренһә. Юҡ-бар уҫаҡ ботағының ниндәй йылыһы ҡалһын.
Кемдер:
– Яҙмайбыҙҙыр инде, – тине. – Ни ҡәләм юҡ.
– Апай, алдаша, уныҡы бар, йәшерҙе.
– Тик ултыр, сәсеңде йолҡормон. Күрҙеңме ни?
– Күрҙем шул, күрҙем, ант, ҡояш…
– Етте, тауышланмағыҙ, – тине уҡытыусы.
Минең дә, Костяның да дәфтәре юҡ ине. Уҡытыусы апай беҙгә иҫке китаптар таратты. Ташҡа баҫылған һүҙҙәр араһындағы асыҡ урындарға яҙырға мөмкин ине.
Китап битенә ҡәләм йүнләп сыҡманы. Тын менән ҡараны өрөргә тотондом. Тәүҙә ҡара пероның осона ғына эләкте. Өрә торғас, шөйлә ул пероның биленә етте.
Мин бөтәһен дә оноттом, уйҙарым алыҫҡа, бик алыҫҡа китте. Батыр һалдаттың һынын мин атайымдың һыны итеп күҙ алдыма баҫтырҙым. Моғайын, һәр кем дә шулай үҙ атаһын йәки ағаһын күҙ алдында тотоп, инша яҙғандыр.

Ҡош ояһы

Утын әҙәйә, тип һөйләнә тор­ғас, ул бөтөп ҡуйҙы. Әхмәҙулла бабайҙан ат һораныҡ.
– Һеҙҙең өсөн йәл түгел инде, балалар, – тине ул. – Бына аттар бушамай бит әле, көн-төн район юлындалар. Ал да юҡ, ял да юҡ. Хайуанҡайҙарҙы әйтәм, нисек түҙәләр. Әй, ат башы менән ир башы ниҙәр генә күрмәй?..
Ана, ҡара үгеҙ менән ала үгеҙ утын ташырға ҡуйылған, сират еткәс, алырһығыҙ инде.
Беҙ ҡайтып киттек.
– Атығыҙ ҡайҙа? – тип ҡаршыланы ҡапҡа төбөндә өләсәйем. Хәлде аңлатып бирҙек.
– Аяғында көскә баҫып торған үгеҙгә ышанып ятһаң, туңып үлер­һең, – тине ул. – Бәләкәй сана менән булһа ла алып ҡайтырға кәрәк. Ҡарауылсы-маҙар тотоп, балтағыҙҙы һалдырып алып ҡалмаһын, алдығыҙҙы-артығыҙҙы ҡарап йөрөгөҙ. Хоҙай, һаҡланғанды һаҡлармын, тигән.
Был арала урманға барған юҡ ине. Төпһөҙ ҡойо янына туҡтаныҡ. Имеш, бында ҡасандыр ат батып үлгән. Һаҙлыҡ үҙен йот­ҡан, тип һөйләйҙәр. Ысынмы-бушмы, белмәйем.
Ҡайҙа баҡма, ботаҡ түшәлеп ята, эләгеп йығылырлыҡ. Ағасты ҡыйратҡандар ғына. Эскәрәк атланыҡ. Күккә ашып ултырған уҡтай ҡайынды һайланыҡ. Артыҡ йыуан да түгел, өҙгөләгәс, санаға таман ғына булыр кеүек күренде. Костя башын аңҡайтып, һыҙғырып ҡуйҙы, йәнәһе, көс етерме икән?
– Ничава, – тинем мин һәм ағастың төбөн ваҡ сыбыҡ-сабыҡтан әрсей башланым. Бәй, күҙем иҫке ояға төштө. Йоморт­ҡа ярсыҡтарына тиклем һаҡлан­ған.
– Ҡоштары ҡайҙа икән? – тине Костя, ипләп кенә ояның ситенән һыйпап.
– Йылы яҡтарға киткәндер, – тинем. Оя үрелгән сыбыҡтың төбөнә сабырға ҡул барманы. Ул миңә ниндәйҙер ваҡытлыса ташлап киткән өйҙө хәтерләтте. Юҡ, ватырға ярамай. Хужалары тағы ҡайтасаҡ бит, тағы ла ошо аҡ ҡайындың ботағына баҫып, сыр-сыу килешеп, ҡанат ҡағасаҡтар, тирә-яҡты йырға күмәсәктәр. Әгәр ҙә инде ҡайынды таба алмаһалар, уларға бик күңелһеҙ буласаҡ. Әйтерһең, Костя ла минең уйҙы һиҙҙе. Ояға оҙаҡ ҡына ҡарап торҙо ла бейәләйенең һырты менән танауын һөртөп:
– Ҡағылмайыҡ, – тине. Ҡайын шаулағандай итте. Гүйә, ул шатлығынан иланы…
Икенсе ағасты йығып, тураҡлап тейәп, ҡайтырға сыҡҡанда, ҡояш Бәләбәй тауҙары башына ҡунғайны. Юл тын. Аҙыраҡ барабыҙ ҙа туҡтайбыҙ. Ахырыһы, күберәк һалғанбыҙ. Костя миңә аҫылынып барған һымаҡ тойолдо. Асыуым килде. Бөтә көсөмдө һалып алға ынтылыуым булды, бауым шартлап, өҙөлөп китте. Танауым ҡарҙы һөрөп, ергә ауҙым. Күҙ алдында уттар күренде.
– Рәшит, Рәшит, – тип Костя, илай яҙып, баш осона эйелде. – Тор, тор инде.
Мин әкрен генә ҡалҡындым да өҫ-башымды ҡағып, бауҙы ялғаным һәм ҡырын күҙем менән генә иптәшемә ҡараным. Ул ағарынғайны, уның ғәйебен тапманым, йөк үҙе үтә ауыр ине. Тағы ҡуҙғалдыҡ, бер ағасты ғына түгел, ә бөтә урманды төбө-тамыры менән тартып алып ҡайт­ҡан һымаҡ булдыҡ.
Ҡарамалы осона еткәс, өләсәйем менән Люся беҙгә ҡаршы сыҡты.
– Ах, йүләрҙәр, ниңә шул тиклем тейәргә? – тине өләсәйем, ғәжәпләнеп. – Урманда утын бөтәме ни, имгәнеүегеҙ бар бит, илаһым.
Урамға кергәс, күпер төбөнән Анна апай менән әсәйем дә күренде. Беҙ ҡапҡаны үткәнсе улар, дағалы аттар һымаҡ, туң быймалары менән тыҡылдап ҡайтып етте.
– Малайҙар тик ятмай әле, – тине әсәйем, йылмайып.
Шулай барыбыҙ ҙа аҙбар эргәһендә өйөлөшөп торғанда ҡап­ҡа төбөнә Әхмәҙулла бабай килеп туҡтаны.
– Шатлыҡ таратып йөрөйөм, беҙҙекеләр немецтарҙы Мәскәү янында ҡыйратҡан! – тине ул, ҡыуанып.
– Ысынмы, бабай? – Анна апай Әхмәҙулла бабай эргәһенә йүгереп барҙы.
– Мәскәү бушты һөйләмәҫ, ҡыҙым.
– Рәхмәт, бабай!
– Миңә нимә, ирҙәрегеҙгә, үҙегеҙгә рәхмәт.
Әсәйем менән өләсәйем өндәшмәй генә күҙ йәштәрен һөрттө.

Әхмәҙулла бабай киткәс, Кос­тя менән лапаҫ башына менеп:
– Атайымдар немецтарҙы ҡыйратҡан, ура! – тип ҡысҡырырға тотондоҡ.
– Тауыҡ ҡурҡытып йөрөмәһәгеҙ, ерҙә урын бөткәнме ни! – тип өләсәйем беҙҙе унан ҡыуып төшөрҙө. Шатлығың ташҡан ваҡытта ерҙән тороп ҡына ҡыс­ҡыраһы килмәй шул, бөтә донъя­ны яңғыратаһы килә.
Был төндә беҙҙең өйҙә байрам булды. Өләсәйем мейесте тартып, ҡаҙан аҫтына яғып ебәр­ҙе, аш һалды, әсәйемдәр һәйбәт күлдәктәрен кейҙе. Беҙҙең дә өҫтө алмаштырҙылар. Люся тағы ла матурланып, бит остары алланып китте. Ул күлдәген күрһәтергә теләгәндәй, бер алғы яҡҡа, бер түрге яҡҡа сыҡты.
Өҫтәл артына ултырышҡас, өләсәйем соландан ярты литр араҡы алып керҙе. Магазин-маҙарҙа юҡ, ҡайҙан тапҡан? Әсәйем менән Анна апай ҙа бер-береһенә йылмайып ҡарашып, яурындарын һикертеп ҡуйҙы.
– Әллә ҡасандан бирле ятҡан көмөшкә ине, Таумороно урыҫтары, ызнакумдар, биреп киткәйне. Әйҙә, Аннушка, килен, бөгөнгө изге хәбәр хөрмәтенә, – тине өләсәйем һәм йөҙөн һытып эсеп ҡуйҙы. – Дөмөкһөн тәреләр!
– Ғәлиәхмәт өсөн, Николай өсөн! – тине Анна апай.
– Иҫән-һау йөрөүҙәре өсөн! – тине әсәйем.
Бәй, өләсәйем йырлап та ебәр­ҙе. Әсәйем дә ҡушылды. Унан һуң башҡорт йырын урыҫ йыры алмаштырҙы. «…Куда бежишь, тропинка…» – тип Анна апай бик моңло итеп йырланы. Ул йыр миңә әллә ниндәй сит яҡтарҙы хәтерләтте…
Әсәйемдәр ятмағас, беҙҙең дә йоҡо ҡасты. Моғайын, беҙҙең өйҙөң уты башҡа өйҙәрҙең уттарына ҡарағанда бик һуң һүнгәндер.

Тау шыуҙыҡ

Урыҫ теленән өйгә бирелгән күнегеүҙе эшләргә ултырҙым. Күп нөктәләр ҡуйып киткән урындарҙы тултырып яҙырға кәрәк. Алты һөйләм төҙөнөм, ә етенсеһендә миңә аңлайышһыҙ һүҙҙәр бирелгән. Юҡ, булмай, Костя ла әллә ҡайҙа сығып киткән, минең дә әҙерәк йөрөп керәһе килә. Шулай ҙа өйгә бирелгән эште эшләп бөтәһе ине, Люсянан һорашырға оялам. Ул баянан бирле инде йыш ҡына минең яҡҡа ҡаранып ала. Беләм уны, имеш, өләсәйемдең мамыҡ шәленә төрөнгән дә мейес буйында китап уҡып ултыра. Уҡымай ул, мине күҙәтә, һөйләм төҙөй алмағанымды һиҙә. Ярай, ни булһа ла булыр, тинем дә әйберҙәремде йыя башланым.
– Рәшит, урыҫ теле дәфтәреңде күрһәт әле? – тип Люся шунда уҡ урынынан һикереп тор­ҙо.
– Ниңә кәрәк ул һиңә?
– Күрһәт әле, күрһәт, – ҡыҙый сытырман һымаҡ йәбеште бит.
– Мә… ниңә, – тинем.
– Аҙаҡҡы һөйләмең яҙылып бөтмәгән. Иртәгә уҡытыусыға ни тип яуап бирәһең?
– Белмәнем, тим.
– Шуның нимәһен белмәйһең? Ултыр урыныңа.
– Ҡара әле, ҡара, уҡытыусымы ни?
– Ултыр, ултыр.
Пустәк кенә һүҙ икән, шуға баш етмәгән. Хәҙер Люсянан ҡотола алмаҫһың, һинән бер тамсы ла ҡалмай, йә тегендә, йә бында барайыҡ, тип йөҙәтеп бөтә инде. Алып бармаһаң, өләсәйем ҡыҫыла башлай, һеҙҙең менән йөрөмәй, кем менән йөрөһөн ул, ти.
Алғы бүлмәлә ашыҡ-бошоҡ кейенә башланым.
– Ҡайҙа бараһың? – тип Люся килеп тә сыҡты.
– Аттар һарайына, – тинем.
– Мин дә һинең менән.
– Унда ни бар?
– Тәмәке төтөнө, – тип өләсәйем ҡыҫыла һалды. – Ана, лутсы аш бешкәнсе сана шыуып ҡайтығыҙ.
Минең һис тә аттар һарайына барырға уйым юҡ ине, саңғы менән Ҡарамалы тауына һыҙыр­ға самалағайным. Өләсәйем тиҙ тотто. Бына хәҙер Люсяның кейенгәнен дә көтөргә кәрәк, ул тегеһен кейә, быныһын урай, көтә-көтә ялҡып бөтәһең; бигерәк өшөмһәк кеше, Мәскәүҙең йылы ҡышына ғына өйрәнгән шул, ә беҙҙеке уҫалыраҡ, семтеп кенә түгел, өтөп ала.
Ҡарамалы тауы бейек кенә. Күптәр уның итәгенән генә шыуа. Тауҙың башына менеп етер алдынан бер киртләсе бар, беҙ саңғы менән шунан төшәбеҙ.
Люся менән тәүҙә аҫтан ғына шыуҙыҡ, унан:
– Әйҙә, өҫкә күтәреләйек, – тинем.
– Әйҙә! – тине ул, дәртләнеп. Уны тауҙың башына алып мен, риза булыр, һис тә ҡурҡып тормаҫ.
Киртләскә еттек.
– Ҡарамалы ниндәй матур күренә! – тине Люся, һоҡланып. – Ана, беҙҙең өйҙөң төтөнө сыға.
– Киттек! – Мин – сананың алдына, ул артына ултырҙы. – Нығыраҡ йәбеш, йығылып ҡалма.
Артта ҡар бурандары ғына уйнай. Сананы аяҡ менән бороп барам, юғиһә, ҡолауыңды көт тә тор. Бәй, күҙгә аҡ-ҡара күренмәй башланы.
– Таш! – тине Люся, ҡапыл мине ҡосаҡлап. Һәм санам күтәрелеп киткәндәй булды…
– Ой! – тип ҡысҡырып ебәрҙе Люся.
Мин күҙемде астым: әллә ҡай­ҙа барып төшкәнбеҙ, сана – бер яҡта, Люся икенсе яҡта ята. Ҡуйынға, быйма ҡунысына ҡар тул­ған. Тиҙерәк тороп, Люся янына барҙым, ул һаман да аяғына баҫмағас, имгәнмәһә ярар ине, тинем. Йөҙөн бөтөнләй ҡар ҡап­лаған, шәл аҫтынан һарғылт сәстәре сыҡҡан. Эйелеп, битендә­ге ҡарҙарҙы һыпырҙым. Ул күҙҙәрен асты. Күҙҙәре зәп-зәңгәр! Әҙерәк еүешләнгән дә кеүектәр. Мин бындай күҙҙәрҙе күргәнем юҡ ине. Зәңгәр күк ни, Люсяның күҙҙәре ни! Юҡ, улар күктән дә зәңгәрерәк. Бәй, уның күҙҙәрендә үҙемде күрҙем. Булмаҫ! Тағы ҡараным, эйе, мин. Ғәжәп. Люся көлөп ебәрҙе. Мин дә.
– Берәй ерең ауыртманымы? – тинем.
– Юҡ, – Люся ҡалҡынып, туҙған сәстәрен рәтләне.
Тағы елдереп төшөп киттек.
Миңә Люся менән тау шыуыуы бик күңелле булды.
Йәшел гимнастёрка
Өләсәйем ҡайһы саҡта оло һандыҡты аса ла кейем-һалымдарҙы, сепрәк-сапраҡтарҙы кәштәгә теҙеп ҡуя. Атайым станцияла биреп киткән йәшел гимнастёрканы ла элгәс, өйҙөң эсе йәнләнеп китә.
Бөгөн шул кейемгә ҡарап тор­ҙом да:
– Өләсәй, уҡырға кейеп барайым әле, – тинем.
– Әллә шул, – тине ул, гимнас­тёрканы ҡулына алып. Еҙ төймәләрен тотҡоланы, яғаһын һыйпаштырҙы, ең остарына күҙ һалды. Күңеле тулып китте. – Ҙурыраҡ түгелме һуң? Бәләкәйләтһәк, боҙолормо икән? Эйе, йәме ҡалмаҫ шул. Хәйер, һин ҙурайҙың инде. Кейәһең килгәс ни, кей. Ҡара уны, шаярып, өҫтөңә ҡара-маҙар түкмә. Атайыңдың төҫө итеп кенә йөрөт.
Яңы кейем кейһәң, әллә нисегерәк шул, ҡыҫҡан һымаҡ. Етмәһә, синыфта бөтәһе лә миңә ҡараған төҫлө. Тегеһе тегеләй, быныһы былай, ти. Әйтерһең дә, барыһы ла армияла хеҙмәт итеп ҡайтҡан. Өҫтәүенә, уҡытыусы апай таҡтаға мәсьәлә сисергә сығарҙы. Артта бышылдай башланылар. Албырғанып, буталып ҡуйҙым. Бер һөрттөм дә бер яҙҙым, тирләп бөттөм. «Атаһының гимнастёркаһын кейеп килгән булған», – тигән һүҙҙәрҙе лә ишеттем.
– Ҡабаланма, уйла, – тине уҡытыусы.
– Юҡ, сисә алмайым, – тинем. Өйгә күңелһеҙ генә ҡайттым.
– Сирләйһеңме әллә? – тине өләсәйем.
– Насар билдәһе алдым, – тинем, башымды эйеп.
– Атайыңдың гимнастёркаһын кейеп барып, шәп иткәнһең.
Минең асыу килде.
– Барығыҙ ҙа шуға йәбештегеҙ инде, – тип ҡайышты сисеп ырғыттым.
– Керер алдынан сығырыңды, кейер алдынан сисереңде уйларға кәрәк ине. Үс итеп, тунды утҡа яҡмайҙар.
Мин иртәгеһен дә гимнастёрканы кейеп барҙым.
– Кей, – тине өләсәйем, – һалдат кейеме – уйын кейеме түгел, атайың да уны башлап кейгәндә, тартынғандыр.

Һөт һатырға барабыҙ

Өләсәйем юҡ-барға уфылдай, ерле-юҡҡа һуҡрана башланымы, уның сәйе бөттө тигән һүҙ. Был саҡта күҙенә күренмә инде, йә тегеһенә, йә быныһына, берәй семтем генә һора, тип ебәрә. Тапмай ҡайтһаң, сирләргә һалыша.
Сәй ҡиммәтле дарыу урынына ғына ҡалды шул. Халыҡтың бөтә таянысы – мәтрүшкә лә киптергән ҡабаҡ ҡабығы. Әгәр ҙә инде магазинға сәй килеп сыҡһа, ауылда ығы-зығы ҡуба. Әҙ-мәҙ нәмә кемгә етһен һуң?!
Ҡулдан һатып алырға булһа, өләсәйем ике ҡуллап риза. Бер әйберҙе лә йәлләмәй, ата тәмәкесе менән бер.
Бына әле ул:
– Рәшит улым, Костя менән шахтаға менеп төшмәҫһегеҙме? – тине. – Шунда, упшыжитыйҙа, ҡайһы берҙә һөткә алмаштыра торғайным. Үҙем барыр инем дә, һис тә хәлем юҡ.
Шахта тигәне – ҡаласыҡ. Унда шахтёрҙар йәшәй, беҙҙең ауылдан өс саҡрым ерҙә, тау өҫтөндә ултыра. Шахтанан һоро күмер сығаралар ҙа станцияға ат менән ташыйҙар. Унан тимер юлынан төрлө яҡҡа алып китәләр. Паровоздарға, завод, фабрика ҡаҙандары аҫтына яғырға бик килешә, тип һөйләйҙәр. Килешәлер инде, юғиһә, йәһәннәм аҫтынан күмер ташырға колхоздарҙы ҡыумаҫтар ине.
Шахтаның гудок тауышы Ҡарамалыға ишетелеп тора. Сәғәт тә кәрәкмәй. Гудок ул эшселәр­ҙе эшкә саҡыра, эштән ҡайтара. Беҙҙең ауыл кешеләре лә уға күнегеп, үҙ итеп бөткән. Гудок менән иртәнге етелә баҫыуға китмәһәләр ҙә, төшкөлөккә шуға ҡарап туҡтайҙар. Харап һәйбәт нәмә.
– Башлап һары йортҡа туҡтағыҙ, унда ҙурыраҡ нәсәльниктәр йәшәй, – тине өләсәйем.
– Нисек алмаштырабыҙ һуң уны? – тинем, аптырап.
– Бына, йүләр, – тине өләсәйем, көлөмһөрәп. – Әле һинең һөт һатҡаның да юҡмы ни? Хәйер, юҡтыр.
– Шулай шул, – тинем, был бәләнән ҡотолорға теләп.
– Нимәһе шулай? Коридорға инеү менән: «Каму малака? Каму малака!» – тип ҡысҡыр, аңра бәрәс.
– Шунан?
– Шунан ни, берәйһе ишек асыр.
– Сәйҙәре булмаһа?
– Булыр, булғансы йөрөгөҙ.
«Булғансы йөрөгөҙ» тигәне, «булғансы ҡысҡырығыҙ» тигән һүҙе ине уның.
– Ярар, – тинем. Ни эшләйһең, беҙ Костя менән сәйһеҙ ҙә йәшәй алабыҙ ҙа бит, ә бына өләсәйем юҡ.
Шахта тауына күтәрелеүгә, әлеге гудок ҡысҡырып ебәрмәһенме. Шахтёрҙар, ҡара ҡар­ғалар һымаҡ, төрлөһө төрлө яҡҡа һибелеште. Тештәре генә йылтырап күренә. Күптәр, ҡулдарындағы бәләкәй шахтёр лампаларын һелтәй-һелтәй, дөйөм торлаҡтарға йәки, өләсәйем әйткәнсә, «упшыжитыйҙарға» ашыҡты. Әйтерһең, шуларҙың береһе беҙгә ер аҫтынан күмергә оҡшаш таҡта сәй ҙә алып сыҡҡайны.
Өләсәйем өйрәткәнсә, ике ҡатлы һары йорттоң коридорына индек. Ишектәр теҙелешеп киткән. Стеналағы сөйҙәргә шахтёрҙарҙың эш кейемдәре эленгән. Коридорҙан әллә ниндәй күмер ҡатыш кәрәсин еҫе аңҡый.
Башлап кемгәлер өндәшергә кәрәк. Беребеҙ ҙә баҙнат итмәне. Әллә нисек, шулай бер-беребеҙгә ҡарашып, ҡыйынһынып торғанда, бер ишек асылып ҡуй­ҙы. Оло ғына йәштәрҙәге бер апай сыҡты.
– Һөт кәрәкмәйме? – тинем.
– Бик кәрәк тә бит, эш хаҡы алынмаған.
– Ни, өләсәйем, сәйгә алмаштырһаң да ярай, тигәйне.
– Ҡайҙа ти ул сәй, улым. Бына миңә, яңыраҡ ер аҫтынан газ йотоп сыҡҡан кешегә, бик һәйбәт булып ҡалыр ине лә бит, юҡ. Барыһын да һуғыш ҡоротто.
Ни эшләргә? Әллә кире боролорғамы?.. Бәй, урлашырға киленмәгән дә. Тоттом да:
– Каму молока? Каму молока? – тинем һәм үҙем һаман мөйөшкәрәк һыйындым. Әммә бер генә ишек тә асылманы.
– Нығыраҡ ҡысҡыр, – тине Кос­тя.
Юҡ, беҙгә иғтибар итеүсе булманы. Кәмһетелгән кешеләрҙәй, баштарҙы түбән эйеп, икенсе йортҡа йүнәлдек.
– Хәҙер һиңә сират, – тинем Костяға. Кешегә әйтеүе генә анһат икән, уның тауышы бөтөнләй үҙ янынан да китмәне. Минең асыу килде.
– Каму молока, молока каму? Каму молоко чай, кому чай молока? – тип һөрән һалмайыммы.
Бына һиңә! Бер юлы ике ишек, ыңғырашып, асылды. Сәстәре тырпайып торған, картуф танаулы бер ағай ярылып бөткән ҡара бармағын һөттөң өҫтөнә тыҡты.
– Тәмле, ҡуйы, – тине, кинәнеп ялап. – Күпме һорайһың?
– Аҡсаға һатмайбыҙ, – тинем.
Шахтёр аптырап, ҡулбашын һикертте.
– Сәй кәрәк.
– Бәлки, икмәккә алмаштырырһығыҙ? – тине икенсе йәшерәк ағай.
– Юҡ, сәй кәрәк. Өләсәйем сирләй.
– Йәл. Сәй үҙебеҙгә лә юҡ, туған. Коридорҙа тағы икәү генә һерәйешеп ҡалдыҡ. Күңелһеҙ генә өсөнсө йортҡа ыңғайланыҡ.
– Каму молока, молока каму? Каму молока чай?
Юҡ, бында ла юл уңманы. «Ныу был өләсәйемде, ҡайҙа ебәрә бит, – тинем, асыуымдан шартларҙай булып. – Шахта тауында сәйҙе әҙерләп ҡуйғандар, ти».
Нисек һөттө кире алып ҡайтаһың? Бер түтәрәм икмәккә биреп киттек. Асыҡтырғайны, әленән-әле ҡуйынға тығылдым. Кос­тя ла минән күҙен алманы, йыш ҡына төкөрөгөн йотҡолап ҡуйҙы. Икмәге лә инде икебеҙгә бер ашарлыҡ ҡына. Ашап бөтөр­һәк, ҡайтҡас, өләсәйемә нимә тип яуап бирербеҙ? Унда бит әле беҙҙән башҡа дүрт кеше бар. Моғайын, бөтәһенең дә шахтёр икмәген тәмләйһе килә. Икмәк, тигәндәй, хәҙер ул беҙҙең ғаиләнең өҫтәлендә бик һирәк, көтөп алған ҡәҙерле ҡунаҡ һымаҡ ҡына күренә башланы. Телемдәр ҙә йоҡарҙы.
Костяға әҙерәк һындырып бир­ҙем дә үҙем дә ҡаптым, шуның менән ҡәнәғәт булдыҡ.
– Мин һеҙҙең атлауығыҙҙан һиҙҙем, – тине өләсәйем. Артыҡ әрләмәне.
– Марфа ҡарсыҡта булһа ла сәй эсеп, танһығымды ҡандырып ҡайтыр инем, юҡҡа үҙем барманым, – тигән булды.

Ҡайғы

Уҡыуҙан ҡайтҡанда уҡ буран шәбәйә башлағайны. Ул көсәйгәндән-көсәйҙе, күршеләрҙең өйө бер юғалды, бер күренде.
– И-и, Хоҙайым, ҡыйыҡты ғына аҡтармаһа ярар ине, – тип ҡай­ғырҙы өләсәйем. – Шул морон ағастарының бауы бәйләнелмәй ҡалынды бит. Яңы һалам менән япҡас, күпме әйттем Ғәлиәхмәткә, ҡулы етмәне баламдың.
Өй алдына нимәлер лап итеп килеп төштө.
– Харап итә бит, барығыҙ әле, бар! – тине өләсәйем, өтәләнеп. – Килен, ташла әле шул кереңде!
Костя менән йүгереп тышҡа сыҡтыҡ. Тупһа төбөндә имән баҫтырма ята. Күҙ асырлыҡ та түгел, тупраҡ ҡатышлы һаламдар өйрөлә. Әйтерһең, өй ҡуйы һары сәсен үргә ҡаратҡан да ел-тарағы менән туҡтауһыҙ өҙгөләп тарай.
Баҫҡыс килтереп булашҡанда ҡапыл ситән буйында үҫкән ҡарт уҫаҡтың йыуан ботағы шартлап һынды.
– Ипләп кенә, тайлығып китмә, – тине әсәйем ағарынып, мин үрәсәләргә йәбешеп менә башлағас. Күтәрелгән һайын үс иткән төҫлө, ел нығыраҡ йәбеште, гүйә, ул мине ҡыйыҡтан алып ергә ырғытырға тырышты, ләкин һаман үрмәләнем, буран тынды ҡурҙы, күҙҙе томаланы… Бына өйҙөң башындамын. Бәй, минең арттан, бау тотоп, Костя ла менеп килә. Ул да ҡайҙа йәбешергә белмәй, тегендә тотона, бында тотона.
– Ырғыт! – тинем мин. Юҡ, ел бауҙың осон икенсе яҡҡа осор­ҙо.
Костя уны тағы ла йомарлап ырғытырға йыйынғанда иҫләмәҫтән бүркен ел алды.
– Кире төш! – тине шикелле Анна апай, ҡул болғап. Костя ишетмәне, ахырыһы. Әллә ишетеп тә, иғтибар итмәне. Ул бейәләйен сисеп, яланғас ҡулдары менән боҙланып ҡатҡан һаламға йәбешә-йәбешә, минең янға яҡынлашты. Ҡыйыҡтың һаламын ел туҙҙырып осорһа ла, Костяның сәстәрен йолҡоп осорорға хәленән килмәне, улар һаман елберҙәп, елгә ҡаршы күтәрелде. Костя күгәрсен тәпәйе кеүек ҡыҙар­ған ҡулын һуҙҙы, мин бауҙы эләктереп алдым.
Әсәйем менән Анна апай баҫтырмаларҙы бирҙе. Беҙ ауыр ағастарҙы көс-хәл менән өҫкә күтәреп, остарын бәйләп, кире төштөк. Осҡан бүректе баҡса осондағы талдар араһынан барып таптыҡ.
Кискә табан буран баҫылғандай булды. Костя менән ҡар күмгән мәкене асырға киттек. Ялбыр болоттар, бер-береһен ҡыуышып, Өфө яғына гиҙә. Улар­ҙың һыбайлы кеше һымаҡтары ла, Әхмәҙулла бабай кеүек һаҡаллы ҡартҡа оҡшағандары ла бар. Беҙ болоттарға ҡул бол­ғайбыҙ.
Ахырҙа, ярһыған урмандың шауы баҫылды. Ул тындымы, буран туҡтаны тигән һүҙ. Күп тә үтмәне, бөтә тирә-йүн тынып ҡалды. Ҡатын-ҡыҙҙар һыуға төшә башланы.
Мәкене таҙартып ҡайтыуға, беҙҙең ҡапҡа төбөнә Әхмәҙулла бабай килеп туҡтаны. Уның менән почта таратыусы апай ҙа бар ине. «Атайымдан хат бар­ҙыр», – тинем, ҡыуанып. Тик был юлы, ни эшләптер, Әхмәҙулла бабай ҡараңғы сырайлы ине, ул элеккесә хәл-әхүәл дә һорашып торманы, тура өйгә йүнәлде. Беҙ ҙә артынан эйәрҙек. Ул ингәс, ары китте, бире китте, ыҡ-мыҡ итеп, һүҙен башлай алмай торҙо һәм бүркен һалып, башын түбән эйҙе лә яңаҡтарын ҡалтыратып:
– Ан-нушка… бала-лар… һеҙ­ҙән йәшереүе мөмкин түгел, ауыр хәбәр бар… Ни эшләйһең, ил менән килгән ҡайғы… – тине.
Бөтәбеҙ ҙә ҡатып ҡалдыҡ. Анна апай сайҡалғандай итте лә:
– Дөрөҫ түгел! – тип йөрәк өҙгөс тауыш менән ҡысҡырып ебәр­ҙе. – Дөрөҫ түгел!..
– Дөрөҫ булмаһа, ни әйтер инең дә бит. Ҡыҙым, күрһәт әле ҡағыҙыңды, – Әхмәҙулла бабай почтальон яғына боролдо.
Анна апай яман ҡағыҙҙы ҡулына алды.
– Ко-ля!.. Ҡәҙерлем! – тип карауатҡа ауҙы. Илаш китте. Минең күҙҙәр Николай ағайҙың фотоһына төштө. Ул хәрби кейем­дә йылмайып ултыра, ҡайыштарын арҡыры быуған, сәстәре тулҡынланып тора. Ниндәй һәйбәт ағай ине! Һуғыштан Костя менән миңә күпме хаттары килде! Ә нисек матур итеп яҙа тор­ғайны.
– Исмаһам, балаларың хаҡына ҡайтманың! – тине Анна апай, өҙөлөп.
Беҙҙең өйҙө ҙур ҡайғы баҫты. Электән йөрәк сире менән яфаланған Анна апай һикенән тора алманы. Әсәйем менән өләсәйем уның баш осонда алмашлап ултырҙы. Люсяны өләсәйем үҙенең янынан ебәрмәне, арҡаһынан һыйпап ҡына торҙо. Костя өндәшмәне, тәҙрәнән тышҡа ҡарап тик ултырҙы. Өйгә бирелгән дәрестәрҙе лә эшләмәнек, уның ҡайғыһы юҡ ине, ҡулға бер нәмә лә барманы.
Атайым күҙ алдынан китмәне. Костя менән Люся атайһыҙ ҡалды… Көтмәгәндә, атайың юҡ инде, тиһәләр, ни эшләрһең!.. Нисек шулай ҡалмаҡ кәрәк?..

* * *

Ҡайғы бер Костялар башына ғына төшмәне, ул көн дә тиерлек бер өйгә инде. Эйе, ҡара хәбәр­ҙәр ауылға килеп кенә торҙо. Иртән, дәрес башланыр алдынан, теге йәки был иптәшебеҙҙең атаһы йәки ағаһы үлгәне беленде. Уҡытыусы апай беҙҙе бер тынға баҫтырып, кире ултыртты. Парталарҙың ҡапҡастары шаҡылдап асылды ла шаҡылдап ябылды. Синыфты тынлыҡ солғаны, тик уҡытыусы апайҙың ҡара таҡтаға аҡбур менән таҡылдатып яҙған тауышы ғына ишетелде… Беләм, уға ла бик ауыр ине, уның да ире үлгәйне. «Ҡай­ғы ағас башынан түгел, ә кеше башынан йөрөй», – тип өләсәйем юҡҡа ғына әйтмәй.
Атайымдың хатын көттөк… Ул килде. Беҙ уны, ғәҙәттәгесә, күмәкләп уҡырға тотондоҡ. Атайым Дон далаларында барған һуғышта яраланып, санчаста ятып сығыуын һәм хәҙерге көндә яңынан Гитлер һалдаттары менән аяуһыҙ һуғышып йөрөүе тураһында яҙғайны. Хатының аҙағында Николай ағайға сәләм ебәрергә ҡушҡан һәм уның адресын һораған. Күрәһең, минең һуңғы хатым барып етмәгән.
Атаһы хаҡында ишетеү менән, Костя сығып киткән. Мин хат менән мауығып, һиҙмәй ҡалғанмын. Уның артынан сыҡтым. Ишек алдында юҡ. Аҙбар артындағы утын түмәре өҫтөнә эйелеп ултырған да ҡулдары менән йөҙөн ҡаплаған.
– Костя, – тинем, уның башынан һыйпап.
Ул йәшле күҙҙәре менән төбәлеп ҡараны ла:
– Нимә? – тине һәм тағы башын түбән эйҙе. – Бар, ин. Мин ултырам әле. Яңғыҙымды ғына ҡалдыр.
Ҡамасауларға теләмәнем, боролоп, өйгә табан атланым. Ләкин кире уйланым. Минең өйгә инәһем килмәне. Керһәм, атайымдың хатын яңынан ҡулға алмайынса түҙмәҫ инем, ә был башҡаларҙың йөрәгенә әрнеү һала. Аттар һарайына киттем.

Ышандым да, ышанманым да

Оҙон ҡыш үтеп, яҙ килде.
Гүйә, Фатима ҡарсыҡҡа яҙ елдәре шифалы дарыу килтерҙе: ул оҙаҡ ҡына сирләгәндән һуң, тороп, урамға сыҡты һәм тағы ла күрәҙәлек ҡылырға тотондо. Әйтерһең, донъялағы бөтә хәлдәрҙе күреп, белеп ятҡан.
Ҡарсыҡты әйтәһең, үҙе артыҡ әрһеҙлек тә күрһәтергә тырышмай, урамдан уҙған саҡта, ғорур кешеләй, оҙон кәүҙәһен тура тотоп, башын юғары күтәреберәк атлай, алан-йолан ҡаранмай, үҙ баһаһын яҡшы белә. Уны күреү менән күп өйҙәрҙең ишектәре асыла.
– Фатима әбей, кер әле.
– Фатима апай, сәй эсеп сыҡ.
– Фатима, тейеп китсе… – тип ҡысҡыралар, һис тә, ноҡот һалырға, тип саҡырмайҙар, ҡарсыҡтың ғәҙәтен беләләр: күрәҙә ҡылырға, тип өндәшкән кешегә әйләнеп тә ҡарамай.
Өләсәйем дә уны һөрәнләп керетте. Әбей бик ябыҡҡан, күҙҙәре бөтөнләй эскә батҡан, өйрәк моронона оҡшаған танауы һәлпәйгән, ҡоро һөйәккә ҡалған бармаҡтары ҡалтырап тора.
– Тыным ҡыҫыла, – тине, инеү менән күкрәген тотоп. – Түшәктә өс ай яттым бит. Әйтергә генә анһат… Һөт ҡайнатып эсһәң, арыу була торғайны…
– Хоҙайым һыйырҙан айырмаһын, аҡһыҙ йәшәгән кешегә түҙем бирһен. Ун биш көн самаһы һыуалып йөрөнө, үлә яҙҙыҡ, һөтһөҙ сәй йөрәкте йыуып бөтөрҙө, – тип өләсәйем самауырын яңыртты. Анна апай менән әсәйем дә өҫтәл артына ултырҙы.
Фатима ҡарсыҡ өрөп-өрөп сәй эсергә кереште, шыбыр тиргә батты.
– Һинең сәйең, Гөлбикә, тәмле була, эсеп туя алмайһың, – тине ул, ҡулының һырты менән маңлайын һыпырып.
– Мин һиңә һәр саҡ һөттөң өҫтөн генә һалып яһайым.
– Рәхмәт инде, үткән һайын, өндәшмәй ҡалмайһың. Балаларыңдың, киленеңдең изгелеген күр, Гөлбикә. Һеҙҙең өйгә ин­һәм, сығаһы килмәй, илаһым.
– Килеп йөрө, һинең өсөн бер нәмә лә йәл түгел, – тип өләсәйем уны ҡыҫтай-ҡыҫтай һыйланы. Фатима ҡарсыҡҡа төҫ кереп киткәндәй булды.
Ахырҙа, амин тоттолар. Фатима ҡарсыҡ сәйҙән ҡалған шәкәр остоғон уҡа ептәре һүрелеп бөткән зәңгәр камзулының ке­ҫәһенә һалып ҡуйҙы.
– Төштәр ҙә буталыбыраҡ тора, – тине өләсәйем, – изгелеккә булһын.
– Эйе, эйе, Гөлбикә, – тип ҡарсыҡ баштарын һелкетеп, янсығын систе һәм ноҡоттарын ҡуш усында буталап, күҙҙәрен йомоп, ауыҙ эсенән генә нимәлер һөйләнде һәм яңынан күҙҙәрен асып, икешәрләп-өсәрләп ноҡоттарын теҙергә тотондо:
– Алай, алай, Ғәлиәхмәт казённый йортҡа эләгеп ятҡан икән… Унда оҙаҡ булмаған. Бына тағы ла юл төшә… Нимәгәлер ҡыуана.
– Әллә ҡайтып килә микән? – тине өләсәйем, шатланып. Ул Фатима ҡарсыҡҡа һыйына төштө.
– Тыуған төйәге хаҡында күп уйлай.
– Сит ерҙәрҙә бит балам.
– Оло кешеләр менән күренә, ҙур эштәр башҡара.
– Ауыр бәләләрҙән Хоҙай үҙе һаҡлаһын.
– Күңеле пак.
– Ирегеҙҙең исеме нисек ине әле? – тине Фатима ҡарсыҡ, Анна апайға төбәлеп.
– Николай.
– Эйе, эйе, Никулай… һы, бик ҡайғылы хәбәр алғанһығыҙ икән… Йыраҡта, ҡараңғы ерҙә, ят кешеләр тирәһендә күренә… Уларҙан тиҙ генә айырыла алмай… үтә ауырлыҡтар аша ҡотола… Алай, ҡайғылы хәбәр юҡҡа сыға. Кисен, ҡояш байығанда, Никулайың ҡайтып тәҙрәңде ҡағыр.
– Әйттем бит, иҫән, тип. Күңелем бер ҙә ышанмағайны. Кит, илаһым, күңелгә килгән – алға килә, тип дөрөҫ әйтәләр икән, – тине өләсәйем. – Ҡағыҙ ебәреү менән генәме ни ул, Анна. Ташбулат ауылынан берәү үле ҡағыҙы артынан үҙе ҡайтып килгән, имеш. Донъя буталғас, әҙәм башы ла буталалыр. Сабыр итер­гә кәрәк.
Анна апай ҡыуанып китте. Өйөбөҙ йәмләнеп ҡалды. Анна апай Фатима ҡарсыҡҡа үҙенең иҫке йылы күлдәген бүләк итте. Әбей бик күп рәхмәттәр уҡыны, өләсәйем уны урамға тиклем оҙата сыҡты.
Мин Фатима ҡарсыҡтың һүҙ­ҙәренә ышандым да, ышанманым да. «Юҡты һөйләй… Кем белә, бәлки, Николай ағай иҫәндер ҙә», – тинем йәнә.

Кәлжемә

Ҡар күҙе асылыу менән халыҡ яланға йөрөй башланы. Көҙҙән ҡалған һалам төптәрен ҡаҡҡыланылар, кәбәк елгәрҙеләр, ырҙын төптәрен һеперҙеләр. Бер уйлаһаң, әллә нисек тә, үҙебеҙ иген үҫтерәбеҙ, үҙебеҙ икмәккә тейенә алмайбыҙ. Фронт­ҡа ебәреп бөтәләр шул. Атайымдар икмәкһеҙ һуғыша алмай. Бында нисек булһа ла йәшәрбеҙ инде ул.
Беҙҙең дә рәт ҡалманы. Бура төбөн һепереп, биҙрәгә яҡын он тарттырҙыҡ. Ә яңыға тиклем күпме йәшәйһе бар әле. Нимә ашарбыҙ, белмәйем. Әлдә һыйыр бар. Шул ғына тотоп килә. Кәлжемәһен дә ашайбыҙ. Кәлжемә, тигәндәй, уныһын да эҙләп табырлыҡ түгел. Бер көн шулай аттар һарайы янындағы картуф еренә барҙыҡ. Ҡайҙа ҡарама, ҡатын-ҡыҙ, бала-саға соҡона.
Картуф ере әле ҡарҙан яңыраҡ асылған. Ҡояш ҡыҙҙыра, йырғанаҡтарҙан ҡар һыуҙары сылтырап аға. Ерҙең быуы күтәрелә.
Костя менән икебеҙгә бер биҙрә. Унда – ҡыҫҡыс, миндә – көрәк. Йәнәһе, мин соҡойом, ул ҡыҫҡысы менән сүпләй.
Аяҡтарҙы батҡаҡтан көскә тартып алабыҙ. Береһен һурһаң, икенсеһе бата. Әйтерһең, ул беҙҙең сабаталарҙы бөтөнләй бауынан өҙөп алып ҡалырға уйлай.
Көҙөн ҡул теймәгән төп тап­һаҡ, алтын тапҡандай, ҡыуандыҡ. Ләкин ундай урындар һирәк осраны. Аҙаплана торғас, ярты биҙрәгә яҡын нәмә йый­ҙыҡ. Аяҡтарға һыу үтте.
– Булмаһа, ҡайтайыҡ, – тинем. Ә гөрләүек аша сыҡҡанда икебеҙ ҙә күгәрсен йомортҡаһындай ғына картуфтың ағып бар­ғанын күрҙек.
– Хәҙер, – тине Костя, ынтылып. Ул аяғын һөйрәкләгәнсе, картуф ике-өс метр ер үтте. Кос­тя ҡабаланып, йығылып китте, шулай ҙа табышын эләктерҙе. Ул эсе генә күпкән буш картуф булып сыҡты. Был миңә хәйер һорашып ултырған һуҡыр ҡарт­ҡа аҡса урынына, таш тоттороп киткән ваҡиғаны хәтерләтте. Ниндәй аяныс!
Ҡайтышлай аттар һарайының теплушкаһына кереп сыҡтыҡ. Тимер мейесте малай-шалай һырып алған. Ҡара морондарҙы әйтәһең, яйын тапҡандар, ҡыҙарынып-бүртенеп, тимер мейес­тең өҫтөнә, ҡабырғаһына, шыжлатып, кәлжемә баҫалар. Ярты яғы бешәме-юҡмы, йәһәтерәк тығына һалалар. Бер-береһенекен урлап та ҡуялар, әммә үҙҙәре тағы тиҙ ярашалар. Күптәренең көндәре ошонда үтә, уларҙы ҡыуған-ниткән кеше юҡ. Ҡайһыларының аталары ла юҡ инде хәҙер. Ни эшләһендәр, берәүҙең дә асҡа эйәк ҡағаһы килмәй. Ошолай үҫә малайҙар.
Беҙ ҙә бер-ике картуф ҡыҙҙырып ҡараныҡ. Тәмен-маҙарын тапманыҡ. Көскә йоттоҡ. Ә өләсәйем уны еренә еткереп әҙерләне: йыуҙы, әрсене, тағы йыу­ҙы, һыҡты һәм, әҙерәк он һибеп, ҡамырға оҡшаш нәмәгә әйләндерҙе. Ҡоймаҡ, тиһәң, ҡоймаҡ, тәбикмәк, тиһәң, тәбикмәк түгел нәмә бешерҙе. Телеңде йоторлоҡ булды.
– Һыйыр ҡойроғо тейҙе шул, – тине өләсәйем сәй артында, – шуға тәм керҙе…
Кәлжемә кәлжемә ине әле, уныһы ла бөттө. Бөгөн йыраҡ ҡына ергә, Балҡантау буйына, башаҡҡа барырға йыйындыҡ. Үҙебеҙҙең баҫыуҙарҙан һыпырып йыйып бөткәйнеләр. Алыҫ яландарға, күрше райондың совхоз ерҙәренә, өмөт бағланыҡ. Буш тоҡтарҙы биштәрләп аҫып алдыҡ. Йәнәһе, күберәк йыйһаҡ, уларһыҙ ҡайтып булмаҫ. Ҡарттарҙай таяҡҡа таянып, иртә менән ауылды ҡалдырҙыҡ. Өләсәйем менән Люся беҙгә аҡ юл теләне. Люсяның да барырға теләге ҙур ине, әммә өләсәйем ҡаршы төштө.
– Ҡуй, арырһың, үҙеңдең ризығыңа яҙғаны ҡайтыр, – тине. – Бында ла эш күп.

Беҙ, алыҫ юлға сыҡҡан кешеләрҙәй, ҡояш күтәрелгән яҡҡа ҡарай атланыҡ. Шарлауыҡтар инде баҫылған, яландарға, яба­ғаһын ҡойған байталдай, йәшел йәм кергән. Һабан турғай­ҙары, гүйә, беҙҙең өҫтә генә талпына; әйтерһең, улар беҙҙе йыр-музы­ка менән оҙата.
Балҡантау тураһында, бәлки, ишеткәнегеҙ ҙә барҙыр әле. Уның хаҡында легендалар йөрөй. Имеш, Заятүләк менән Һыу­һылыуҙы Балҡантауҙың башына күмгәндәр. Дөрөҫмө-бушмы, мәгәр унда менгәнем юҡ. Шуныһы асыҡ: улар бәхет өсөн көрәшкән, тиҙәр…
Балҡантау буйҙары матур икән шул. Бынан бөтә тирә-яҡ күренеп ята. Һоҡланып ултыраһы ла ултыраһы ине. Ләкин, үкенескә ҡаршы, башаҡ йыйырға кәрәк. Ә уны сүпләүҙән дә ҡәһәрле эш юҡ икән. Бил, быуындар тала. Бер ҡалҡынһаң, эйеләһе килмәй. Күрәм, Костяға ла еңел түгел, йыш ҡына аяғүрә баҫып, йыраҡта зәңгәрләнеп ятҡан тау теҙмәләренә ҡарап тик тора. Әсәйемдәр, киреһенсә, баштарын да ҡалҡытмай.
– Йә, йә, – ти Анна апай Кос­тяға, – ҡуҙғал.
Ул өндәшмәй, йәнә ергә эйелә.
Әсәйем башаҡты тиҙ йыя. Бер усынан бер ҡаҙаҡтай төшөм сы­ғыр. Ул биҙрәһенә тиҙ-тиҙ генә ыуа ла көшөлөн шунда уҡ елгәрә. Төҫтәре ағарған, әммә топ-тос бойҙай ҡала.
Башаҡтарҙы бергәләп эҙләп булмай, һәр кем үҙ алдына йыя. Өләсәйем әйтмешләй, һәр кемгә өлөшөнә көмөшө тейә. Шулай ҙа беҙ Костя менән бер тирәләрәк буталабыҙ.
– Поезд тауышын ишетәһеңме? – тине ул.
– Юҡ, – тинем.
– Йүнләберәк тыңла әле.
– Шулай шул.
– Тимәк, тимер юлы күренмәһә лә, ул бында яҡын.
Поезд тауыштарын ишет­һәм, тулҡынланып китәм. Бөтә донъям­ды онотам. Әле лә, һантый кешеләй, ҡатып ҡалдым. Башаҡ ҡайғылары юғалды. Тағы ла паровоздың күккә йәйелгән һуңғы ҡара төтөнө күҙ алдына баҫты… Их, поезд тауыштары…
Төшкә табан асыҡтыра башланы. Алып килгән-ниткән аҙыҡ юҡ. Иртән дә арлы-бирле генә ҡапҡылағайныҡ. Ырҙын табағынан ҡалай киҫәге таптым да:
– Әйҙә, Костя, ҡурмас ҡурайыҡ, – тинем. Баҡһаң, ул белмәй ҙә икән, яурынбашын ғына һикертеп ҡуйҙы.
– Ярай, күрерһең, – тинем. Шырпы алғайным, ут тоҡандырып ебәрҙем. Ҡалайҙың ян-яғынан бөкләнем дә бер ағасҡа ҡыҫтырып алдым. Йәнәһе, таба менән табағас булды.
Бына бойҙай бөртөктәре бейешергә тотондо. Тегеләрҙе көймәһендәр өсөн һелкейем. Күп тә үтмәне, бер таба, таба тим инде, дөрөҫөрәге, ул – бер ҡалай киҫәге, ҡурмасты кепка эсенә түктем һәм шытырҙатып сәйнәргә керештем.
– Аша, – тинем Костяға.
Малай кепкаға үрелде. Ҡурмас уға оҡшаны. Әсәйемдәрҙе лә саҡырҙыҡ. Улар ҙа беҙҙең «төшкө аш»тан ауыҙ итте. Шөйлә йөрәккә ятты.
Бер мәл һыуһаттырмаһынмы! Ә яҡында ғына йылға юҡ, ҡар һыуын эсергә сирҡандыра. Эргәлә генә хутор күренә ине, шунда киттек. Ситтәге өйҙөң ҡап­ҡаһын асыуыбыҙ булды, башмаҡтай эт өҫтөбөҙгә ырғыма­һынмы! Ҡотобоҙ осто. Саҡ-саҡ ҡапҡаны кире ябып ҡотолдоҡ, юғиһә, баш бөткәйне.
Яныбыҙға ап-аҡ һаҡаллы бер ҡарт сыҡты. Ул беҙҙең өҫ-башҡа баштан-аяҡ күҙ йүгертеп сыҡты ла:
– Ҡайһы ауылдан? – тине.
– Ҡарамалынан, – тинек.
– Бешкән картуф-маҙар ҙа юҡ ине бит әле, сей көйөнсә алыр­һығыҙ, ә? – тине был. Күрәһең, беҙҙе хәйер һорашып йөрөгән малайҙар тип уйланы.
– Беҙҙең һыу эсәһе килгәйне, – тине Костя.
– Ә һин урыҫ малайымы ни? – тине ҡарт, ҡыҙыҡһынып. – Хәтерем яңылышмаһа, Ҡарамалыла урыҫтар йәшәмәй ине. Хәйер, бер тирмәнсе бар ине барлыҡҡа. Әллә шуның малайымы?
– Юҡ, мин Мәскәүҙән, күсеп килдек.
– Ҡунаҡҡамы ни? – тине ҡарт, йомартланып. – Әйҙәгеҙ, кереп сығығыҙ.
Аҡ һаҡал арыу ғына йәшәй икән. Йыуан ҡарсығы мейес эсендәге оло сүлмәктән кәбеҫтә һурпаһы һалып бирҙе. Эсендә картуфы ла, иткә оҡшаш нәмәһе лә бар. Берәр телем арыш икмәге лә телде. Ҡарт арлы-бирле иткәнсе, мин икмәкте, йәлп иттереп, кеҫәгә тығып та ҡуйҙым. Үрмәксенән күрмәксе, тигәндәй, Костя ла шулай итте. Әсәйҙәребеҙ хаҡында ла ҡайғырттыҡ.
– Минең дә малайҙар һуғышта, – тине ҡарт, беҙҙең янға терәлеп. – Тик бына хәбәрҙәре юҡ әле. – Ул һаман беҙгә шикләнеберәк ҡараған һымаҡ тойолдо. – Йә, беҙҙең яҡтарҙа ни эш бөтөрөп йөрөйһөгөҙ?
– Башаҡ сүпләйбеҙ, – тине Костя.
– Табып буламы һуң?
– Әҙерәк.
– Ярай, ярай. Атайҙарығыҙ фронтталыр инде?
– Эйе.
Беҙ урындарыбыҙҙан ҡалҡынып:
– Рәхмәт, – тинек.
– Һау булығыҙ, балалар, – тине ҡарт, беҙҙе ҡапҡаға тиклем оҙатып. – Юл төшһә, тағы керегеҙ.
– Рәхмәт.
Әсәйҙәргә хәлде һөйләп бир­ҙек. Улар кинәнеп, беҙҙең икмәкте ашаны.
Зойканы ектек
Бер килһә килә икән, сир сығып, күп кенә аттар ҡырылды. Улар ялан кәртәлә, иҫергән кешеләй, сайҡалып йөрөй ҙә йы­ғыла, баштарын ергә бәргеләй­ҙәр. Ҡоторған хайуандарҙың ҡай­һыларын салдылар, ҡайһыларын аттылар. Минең Марийкам да бик йәл. Ул үҙенең үлерен белеп яттымы ни, күҙҙәренән йәш атылды. Миңә башын ҡалҡытып, ҡарарға ынтылды. Юҡ, хәленән килмәне… Мин иланым, ул да иланы… Уның менән минең яҙмыш бәйләнгәйне. Һабан һөр­ҙөк, иген сәстек, көлтә ташыныҡ, элеваторға ашлыҡ илттек. Район юлдарынан нисегерәк келтерәп ҡайта инек. Ауыл күренһә, Марийкам йөрәкһенеп, танауҙа­рын пырхылдатып, ҡолаҡтарын ҡайсыландырып, юрта торғайны. Ә уның йәш саҡтарын һөйләп тораһы ла юҡ, тирә-яҡты шаулатҡан бер ат булған, һабан туйҙарында берәүгә лә ал бирмәгән. Уны бер саҡ урлап та алып киткәндәр, ләкин ул сит яҡтарҙан, тыуған ерен эҙләп, кире ҡайтҡан. Ауыл ҡыуанысынан ни эшләргә белмәгән, һәр кем тиерлек уның башынан килеп һыйпаған… Марийка шундай кеше йәнле мал ине. Хәҙер ул юҡ… Аттар бөтөнләй әҙәйҙе.
– Һыйырҙарҙы егәбеҙ инде, башҡа әмәл юҡ, – тине Әхмәҙулла бабай.
Мин аптырап киттем. Һыйыр тиклем һыйырҙы нисек екмәк кәрәк, атмы ни ул? Беҙҙең Зойка янына барырға ҡурҡыныс. Ул оло кәүҙәле, мөгөҙҙәре тарбаҡланып тора, хас боландыҡы кеүек, бер һелтәп ебәрһә, йә­һәннәм аҫтына осорһоң, самолётың-маҙарың да кәрәкмәй. Быҙаулаһа, быҙауын да бирергә теләмәй. Ҡурсый. Өләсәйем балаһын арҡан һалып ҡына тартып ала. Зойка аҙбарҙа яңғыҙы ҡал­ғас, донъяны емерерҙәй итеп үкерә; күҙенә аҡ-ҡара күренмәй, ишекле-түрле йүгереп йөрөй, ул тик аҙна-ун көндән һуң ғына баҫыла.
Өләсәйем Әхмәҙулла бабай менән һүҙгә лә килешеп алды.
– Еккәс, һөтө ҡаламы ни? – тине. – Аттарығыҙға ни булған? Тырмаға ҡаҙалып-нитеп ҡуйыуы бар, Хоҙайым.
– Ер кибә, Гөлбикә. Идара аптырағандан ҡушты. Аттар етешмәй. Бер һеҙҙеке генә түгел, ана бөтә Ҡарамалыныҡы егелә, ҡаҙалмаҫтар.
– Рәшит, Кустя, ипләп кенә инде, балалар, – тине өләсәйем, Әхмәҙулла бабай киткәс. – Берүк һуҡмағыҙ. Белмәйем инде, ҡуй инде.
– Ярар, – тине, Зойканың бауын сисеп. Уны беребеҙ етәкләне, икенсебеҙ арттан ҡыуҙы.
Баҫыуға килгәндә:
– Һәш, һәш!
– Һәүгәнәй, тим, һәүгәнәй!
– Суҡынып киткере! – тип ҡыс­ҡырыуҙы тиһеңме, һүгенеүҙе, көлөшөүҙе тиһеңме – бөтәһен дә ишетергә була ине. Ҡай­һы­һының һыйыры тыңлай, ҡай­һыһыныҡы аяҡтарын терәгән дә шаҡырайған.
– Ҡара әле, ҡара! – тине Костя. – Бер ҡатын үгеҙгә атланған!
Ысынлап та, бәләкәйерәк кенә ҡыҙыл үгеҙҙе Зәйнәп апай менеп алған да ер тырмата.
– Картуф ашап, үгеҙ һөйрәп йөрөр хәлем юҡ әле! – ти ул, ҡысҡырып көлөп. – Бисәләр, һыйырҙарығыҙға атланығыҙ. Һыбай йөрөйһөңмө ни, харап рәхәт.
– Ярай ҙа һинең үгеҙең бар, беҙҙеке юҡ бит!
– Мин һеҙгә, үгеҙегеҙҙе ҡалдырығыҙ, тип әйттем бит. Ирһеҙ ҙә, үгеҙһеҙ ҙә нисек йәшәмәк кәрәк. Ха-ха-ха…
– Етте, Зәйнәп, һиңә, – тине Әхмәҙулла бабай, сыбыртҡыһын күрһәтеп. – Тирә-яғыңда бала-саға барын да онотма.
– Ҡурҡытма, бригадир, үге­ҙемдең теҙгененә һаҡалыңды бәйләп ҡуймағайым тағы. Башың етһә, яҡыныраҡ кил.
– Абау, оятһыҙ, – тине Әхмә­ҙулла бабай, ергә төкөрөп.
– Ояла торған заман түгел хәҙер, – Зәйнәп апай үгеҙенә ҡырын төшөп ултырҙы.
Ҡатын-ҡыҙ тағы яланды тултырып көлөштө.
– Нимә иҫегеҙ китте, – тине Әхмәҙулла бабай, беҙгә өндәшеп. – Зәйнәпте күргәнегеҙ юҡ­мы әллә? Йә, һыйырығыҙҙы егегеҙ.
– Әйтергә анһат.
– Һин дә телеңә һалышма. Барығыҙҙы ла көйләп торорға ва­ҡытым юҡ.
Зойканың муйынын һыйпап ҡына ҡамыт кейҙерҙек. Уны арт­ҡа сиктереп булманы, ала бейә түгел шул, ала бейә, тигәндәй, ул да меҫкен һәләк булды. Костя аты өсөн бик ҡайғырҙы. Икәүләп тырманы тартып, постромкалар­ҙы эләктерҙек. Ләкин һыйырҙың бик тиҙ генә ҡуҙғалаһы килмәне.
– Әйҙә, – тип мин уның бауынан тарттым, Зойка башын эйеп, күҙҙәрен алартты.
– Ҡыу, – тинем Костяға. Ул сыбығын һелтәне. Һыйыр ҡапыл алға ынтылды һәм баш бирмәй саба башланы. Мин йығылып ҡалдым. Зойка сиҙәмгә сығып, тырмаһын таштарға бәрә-бәрә сапты..
– Тырмаға ҡаҙала бит!
– Ни ҡарап тораһығыҙ, тото­ғоҙ!
– Харап була инде!.. – тиеште, ҡатындар ҡысҡырышып.
Һыйыр артынан йүгерҙем. Ул миңә, бөтәһенә үс итеп, сабыр ҙа сабыр төҫлө тойолдо. Әммә көтмәгәндә шып туҡтаны. Бауы тояҡ араһына ҡыҫыл­ған икән. Мин яҡынлашҡас, Зойка башын түбән эйгән көйөнсә, тағы күҙҙәрен алартып, мине ашарҙай булып, ҡарап ҡуйҙы. Әйтерһең, ул: «Яҡын килмә, әгәр ҙә йәнә баш­ҡа тотонһаң, эсеңде аҡтарам да сығарам. Изгелеккә – яуызлыҡ. Һин минең менән генә тораһың, маңҡа малай. Минең күпме һөттө эстең, ҡаймаҡ, ҡатыҡты ашаның. Әгәр булма­һам, һеҙгә йәшәү юҡ. Ҡайһылай әллә ниндәй ауыр тимер тағып, мыҫҡыл итә­һең. Ысҡындыр ти­ҙерәк, яланға китәм. Минең тау­ҙарҙа үлән ашап йөрөй­һөм бар, мине ҡурпы, йыл­ға көтә. Ҡыҙған, ғүмергә лә бынау шөкәтһеҙ ҡамыт тигән нәмәгеҙҙе кеймәнем, муйынды ҡыҫа, тын алыуы ҡыйын…» – ти кеүек.
«Әй, телең юҡ бит, малҡай! Үҙеңә бөтәһен дә һөйләп бирер инем. Һин барыһын ла аңлар, мине ғәфү итер инең. Мин ғәйеплеме ни? Һине еккәнсе, Марийкамды егер, тауыш-тынһыҙ, рәхәтләнеп ер тырматыр инем. Беҙ бөтәбеҙ ҙә: өләсәйем дә, әсәйем дә, Анна апай ҙа, Костя ла, Люся ла һинең яҡлыбыҙ. Ни эшләйек һуң? Әхмәҙулла бабай ҡуша лабаһа. Яңғыҙың ғына түгел бит, ана, беҙҙең урамдың бар һыйырҙары ла бында. Улар­ға ла рәхәт, тиһеңме ни? Бер аҙға түҙ инде. Яңынан тауҙарға китерһең, күңелең бөткәнсе ун­да йөрөрһөң, һиңә берәү ҙә ҡа­ғылмаҫ. Хатта көтөүсе лә ауыр һүҙ әйтмәҫ. Нимә тиһен ул, һин бит аҡыллы…» – тинем, эстән генә әрнеп.
Юҡ, юҡ, татлы телләнмә, мин һиңә барыбер ышанмайым, тигән төҫлө, Зойка бер-ике ынтылып ҡараны ла, башын ҡаты тот­ҡанды һиҙгәс, ярар, күрербеҙ, һинеңсә булһын, тигәндәй, яй ғына атлап китте. Мин етәкләп йөрөнөм, Костя тырма таҙартты.
* * *
Яҙғы сәсеү тамамланғас, бер аҙ тын алып ҡалғандай булдыҡ. Халыҡ йыуынды, таҙарынды. Байрамға әҙерләнде.
Урмандар йәшел япраҡҡа төрөндө, тауҙарҙа кейәү ҡамсылары йомарланды. Әрәмәлә кәкүк саҡырҙы.
Элекке ғөрөф-ғәҙәт буйынса, ҡыҙҙар уйыны башланды. Ул беҙҙең ауылға ла килеп етте. Ҡарамалы тауына көллө халыҡ йыйылды. Ҡарттар әүәлге уйындарҙы һағынып һөйләне.
– Йә, хәҙер егет әҫәре күрмәҫ­һең, – тиештеләр, баштарын һелкеп. – Һуғышҡа тиклем нисек ине бит, ә! Тауҙар таңға ҡәҙәр тынмаҫ ине. Килендәр төшөрә, килендәр оҙата торғайныҡ. Бар ине замандар!..
Ҡарттар шулай тау буйын­да үҙ-ара гәпләшеп ултыр­ҙы, ә йәш­тәр бейене, йырланы.
Әсәйем менән Анна апай ҙа матур күлдәктәрен кейеп сыҡ­ҡайны. Улар ҡатындар менән һөйләшкән ерҙәренән, ситтән генә йылмайышып, беҙгә лә күҙ һалды. Беләм, үҙҙәренә был минуттар ҡыуаныслы ла, моңһоу ҙа ине. Моғайын, йәшлек йылдарын иҫтәренә төшөргәндәр­ҙер…
Беренсе мәртәбә түңәрәккә беҙ ҙә керҙек. Әллә малайҙар аҙ булғанға, ирек тә бирмәнеләр, уртаға саҡырып ҡына тор­ҙолар. Белһәк-белмәһәк тә, ергә тыпылдатып баҫырға тырыштыҡ.
Ҡулымдағы йөҙөгөмдөң
Исемдәре Рәфис.
Мин һағынһам,
тышҡа сығам,
Һалҡын елдәр булып иҫ.
Ил-лә, рил-лә, лә-ли-лә,
Ил-лә, рил-лә, лә-ли-лә.
Йырҙы берәү башлап ебәрҙе, икенселәр күтәреп алды:
Мин һағынһам,
тышҡа сығам,
Һалҡын елдәр булып иҫ.
Ил-лә, рил-лә, лә-ли-лә,
Ил-лә, рил-лә, лә-ли-лә…
Костяларҙың яғында бындай әйлән-бәйлән уйнау юҡ икән, шуға күрә ул тәүҙәрәк, ҡыҙҙар уртаға саҡырғанда, уңайһыҙланыбыраҡ ҡалды. Һуңынан өйрәнеп китте. Үҙенә оҡшаған ҡыҙ­ҙар­ҙың алдарына баҫа башланы.
Билдәрен ҡыҫып торған ҡара итәге менән бөтөрөлөп, тигеҙ генә итеп киҫелгән һарғылт сәстәрен елберҙәтә-елберҙәтә, Люся ла әйләнде. Ул ҡыҙҙарға ҡушылып, бик оҫта итеп баш­ҡортса йырҙар йырланы:
Ағиҙел һыуҙары булһам,
Уралып ағыр инем.
Ямғыр тамсылары булһам,
Алдыңа тамыр инем.
Ил-лә, рил-лә, лә-ли-лә,
Ил-лә, рил-лә, лә-ли-лә.
Ямғыр тамсылары булһам,
Алдыңа тамыр инем.
Ил-лә, рил-лә, лә-ли-лә,
Ил-лә, рил-лә, лә-ли-лә…

Люся минең тирәгә килеп бер нисә мәртәбә тыпырҙаны, ләкин уға тиклем башҡа ҡыҙҙар аяҡ баҫып өлгөрә ине. Бер мәл ул күҙҙән юғалды. Уйынды ташлап, эҙләп киттем. Бәй, теге ауыл яғына йүнәлгән. Артынан ҡыуып еттем дә:
– Ҡайҙа бараһың? – тинем.
– Ҡайтам, – тине был, башын түбән эйеп.
– Ниңә?
– Ҡайтаһы килә.
– Иртә бит әле, әҙерәк уйнайыҡ.
– Юҡ, мин ҡайтам, һин минең менән әйләнмәйһең…
– Әйҙә, әйҙә, әйләнәм. Һин киткәс, миңә күңелһеҙ, – тинем, Люсяның ҡулынан тотоп.
– Ысынмы? – тип йылмайып, миңә туп-тура ҡараны.
– Эйе.
Беҙ етәкләшеп, кире тауға табан йүгерҙек.

Мәскәү тауышы

Ауыл тирәләй һарғылт тулҡындар – арыш баҫыуҙары шаулаша. Туғайҙарҙа салғы тауыштары яңғырай. Әсәйемдәр, ҡыр ҡаҙҙары һымаҡ теҙелешеп, бесән саба. Улар артынан йәшел бакуйҙар, ҡуйы сәс толомдары кеүек, теҙелешеп ята. Гүйә, сәскәләр – сәсүргестәр, ҡыҙыл еләктәр – тәңкәләр.
«Ғышт-ғышт» килтереп салғы үләндәрҙе киҫә. Әсәйем тирләгән, бешкән-янған. Ул бына-бына йығылып китер төҫлө. Юҡ, йығылмай, гүйә, кемгәлер үс итеп, бөтә көсөн биреп һелтәй. Әйтерһең, уның алдында бил бөгәренә еткән үлән түгел, ә дошман, шәфҡәт һорап, баш эйә.
Тәүҙәрәк Анна апай артынан үләндәр шул көйөнсә тиерлек ултырып ҡалды, бара-бара шөйлә һелтәй белә башланы. Салғы сүкеүсе ҡарт уның янынан китмәне, йә салғыһын янып бирҙе, йә сабып күрһәтте. Анна апай­ҙың ҡулы килешмәһә:
– Не так, матушка, – тине, эсе бошоп. Инде әҙәм рәүешле сап­ҡандай итһә. – Вот так, мать-малина, – тине ҡыуанып. Бесән сабыу – утын ярыу түгел шул, оҫталыҡ кәрәк, ә ул бер көндә генә килмәй. Әсәйемдәр йәштән үк үлән араһында үҫкән, уларға бер ни ҙә түгел. Тик бына Анна апайға ғына ҡыйыныраҡ. Шулай ҙа ул бирешмәй, сәмләнеп тотона.
Беҙҙә туғайҙар ҙур, бер яғынан сабалар, икенсе яғынан күбәгә һалына бара. Беҙ, малай­ҙар, күбә тарттырабыҙ.
Төшкә ҡайтмайбыҙ. Һәр кем үҙ хәленсә тамаҡ ялғай. Ҡайһы саҡта Әхмәҙулла бабай һуңлабыраҡ килә. Халыҡтың ике күҙе юлда була. Ахырҙа:
– Ана, ана, күренде!
– Райондан ҡайтмай торҙолар, – ти бригадир, ғәфү үтенгәндәй. Шунда уҡ кырандасынан тоғон ала. Уның төбөндә генә ун ҡаҙаҡтай тары йәки һоло оно була. Халыҡ үҙен уратып ала. Ҡарт икегә бөкләнгән дәфтәрен ҡуйынынан тартып сығара ла исемлек буйынса ғына ҡалаҡлап он тарата. Уныһы йә етмәй, йә әҙерәк артып ҡала. Артһа инде, Әхмәҙулла бабай йәнә семтемләп бүлә. Ғәҙел кеше ул, әҙәм өлөшөнә ҡағылмай.
Бары менән байрам, тигәндәй, берәүҙәр тал төбөндә ыу­мас ыуырға, икенселәр йәймә әүәҫләргә тотона. Сыр-сыу килгән булалар.
…Әле ҡасан ғына был Оло ту­ғай ирҙәр тауышына геүләп тора ине. Бер бесән өмәһенә атайым мине лә алып килде. Ошолай төшкә туҡтанылар. Ике ерҙә ике ҙур ҡаҙан аҫылған. Өрөлөп, танауҙарҙы ҡытыҡлап, ауыҙ һыуыңды ҡоротоп, һарыҡ ите ҡайнай. Ошо уҡ Әхмәҙулла ҡарт бер йөк ҡымыҙ бушатты. Уның шешәләре шартлай башланы, көлөш-тауыш китте. Киҫәкләп ит таратырға тотондолар, күкрәккә терәп ап-аҡ бойҙай икмәге киҫеп ҡуйҙылар. Теләгәнсә аша!
Бер аҙ аш һеңдергәс, сәй эс­теләр, унан яңынан туғайҙар йырларға кереште.
Эҫкерттәре һуң! Хәҙергеләр улар янында түбәтәй хәтлем генә. Эҫкерт ҡойоусыларҙың, моғайын, баштары әйләнгәндер. Бик бейектә инеләр, уларҙы ер­гә төшөргәндә дилбегәнең осо көскә еткәндер.
Атайымдың салғыһы һыу кеүек үтте. Уның бакуйҙары өйрөлөп-өйрөлөп һуҙылды. Ә сабылған ере тап-таҡыр ине. Атайымды, әйтәм, салғы осонан яһалған бәкеһе менән минең сәсте лә шулай ҡырып ала торғайны. Түҙмәйенсә, мин илай инем. Ә ер уның ҡулынан ни эшләгәндер? Әсәйемдә атайымдың салғыһы ла бит, юҡ, ул элекке саҡтағы һымаҡ үтеп етмәй. Күрәһең, баш эйеңкерәмәй.
Ауыл араһы арыу ғына булһа ла, өләсәйем иренмәй, күләгә ҡыҫҡарҙы иһә, Люся менән килә лә етә. Сәйнүктә ҡарағат япрағы ҡайнатабыҙ. Һыуһындар ҡанып ҡала. Ҡарамалыға килгән мәлде Анна апайҙарҙың сәйгә артыҡ иҫтәре китмәй, ашағандан һуң оло көрөшкә менән күтәрәләр ҙә һыу эсәләр ине. Хәҙер сәйхурҙар, тиһәң дә ярай: тәмен белделәр.
Тамаҡ туйҙырғас, ҡатын-ҡыҙ­ҙар баш ҡараша, һуғыш тура­һында һөйләшә, бер-береһенең ҡайғыларын, шатлыҡтарын уртаҡлаша. Ирҙәрһеҙ донъя көтөү­ҙәре ауыр уларға, ҡыйын беҙгә, малайҙарға. Атайымдарҙың юҡлығы хәҙер аҙым һайын, ай һайын һиҙҙертте. Ауыл бөтөнләй етемһерәне, ғорур башын түбән эйҙе, бәләкәйләнде. Өй-ҡаралтылар туҙҙы, ситәндәр иҫкерҙе. Урманға барырға иренгән ҡайһы бер ҡатындар хатта ҡайырмаларын һүтеп яға башланы. Билдәле, быныһы инде йүнһеҙлек. Ни хәл итәһең, ҡоймаңды яҡма, тип уға нисек әйтәһең. Ундай­ҙарға өләсәйем:
– Эй, йорттарының йәмен ебәрәләр бит, – ти әсенеп. – Тора-бара улар ирҙәренә ҡайтып асыр­ға ҡапҡаларын да ҡалдырмаҫ әле.
Әсәйем өләсәйемә ҡаршы тө­шә:
– Эй, ҡәйнәм, баш иҫән булһа, ихата-маҙар яңынан ҡоролор ине әле, – ти.
Өләсәйем өндәшмәй, ләкин ул барыбер риза түгел…
Атайымдың хаттары хәҙер алыҫтан, ил сигенән, килде. Аҙаҡҡы хатында ул, мөрйәләре генә һерәйеп ҡалған һуңғы украин ауылын азат иттек, тип яҙғайны. Люсяға ла, Костяға ла, Анна апайға ла – һәр береһенә төбәп йылы һүҙҙәр әйткән. Люся менән Костяға, ҡыҙым, улым, тип өндәшкән, уларҙы бик яҡын күргән.
Һуғыш дауам итте. Мәскәү көн һайын үҙенең ҡалын тауышы менән шатлыҡлы хәбәрҙәр таратып торҙо.

Хәйерле юл

Бер көндө Анна апай район үҙәгенән бик ҡыуанып, елкенеп ҡайтты.
– Ҡайтырға рөхсәт иттеләр, – тине. Костялар юлға әҙерләнә башланы. Әсәйем керҙәрен йыуышты, үтекләште һәм сумаҙан­дарына таҫлап һалышты.
– Артыҡ нәмәләреңде йөк итеп йөрөтмә, аҙыҡҡа алмаштыр, – тине өләсәйем. – Донъя сүбен йәлләмә, тағы тергеҙерһең.
– Шулай тиеберәк торам, – тине Анна апай. – Ҡайһыларын һеҙгә лә ҡалдырып китергә уйлайым.
– Ни тигән һүҙ ул? Беҙгә һинең бер тотам ебең дә кәрәкмәй. Ана, балаларыңды ҡара, асыҡтырма. Ҡайтып еткәс тә хат яҙ. Һуғыштар баҫылыр, Ғәлиәхмәтем ҡайтыр, тик бына күрә алмай китәһегеҙ. Хәйер, Мәскәү яҡын ара. Никулай ҙа иҫәндер, күмәк­ләп ҡунаҡҡа килерһегеҙ. Табындың иң ҙурыһын ҡорорбоҙ.
– Рәхмәт, әбей, – тине Анна апай, тулҡынланып. – Күрһәткән изгелектәрегеҙҙе оноторлоҡ түгел.
– Ҡулдан килгәнсә булды, Аннушка. Башҡорттоң ғәҙәте буйынса, нәмә бар, шуны бүлештек… Бына һин әле, эйәләшеп бөткәйнек. Ни эшләйһең, тамыр тартҡан ер. Айырылышыу ауыр булһа ла, тыуған яҡтарыңа ҡайтыу – ҙур бәхет, – тине өләсәйем.
Беҙ Костя менән һуңғы тапҡыр Ҡарамалы тирәһенән урап килергә уйланыҡ. Ул һәр бер ҡыуаҡҡа тиклем йотлоғоп-йотлоғоп ҡараны. Костя туҡтап, ҡарашын яландарға ташланы.
Мин уның хистәрен һиҙә инем. Беҙҙең Ҡарамалы буйҙары ни тиклем генә матур булмаһын, үҙе үткән баҫыу, урман юлдары йөрәгенә ни тиклем генә яҡын тойолмаһын, барыбер Мәскәү яғының күккә ашып үҫкән уҡтай ҡайындары, тейендәр уйнашҡан шыршы, ҡарағайҙары, тауыш­һыҙ-тынһыҙ ғына аҡҡан йылғалары, көн-төн һандуғастар мо­ңона күмелеп ултырған тирәктәре яҡыныраҡ ине, әлбиттә.
Костяның күңеле бөткәнсе йөрөнөк. Кисен кинонан да икәү генә һөйләшеп ҡайттыҡ.
– Хат яҙырһыңмы? – тинем.
– Һин яҙһаң, яҙырмын.
– Мин яҙырмын да ул.
– Алдамаҫһыңмы?
– Юҡ… Ҡайтыу менән онотор­һоң әле.
– Ҡарамалыны онотоп була тиме ни?
– Ҡарамалыны түгел, мине.
– Һантый, Ҡарамалыла Гөлбикә әбейем, Ғәлиә апайым, һин йәшәйһең…
Иртәгеһен ат егеп алып ҡайтыу менән, күрше-тирә йыйылып китте. Әхмәҙулла бабай ҙа килде.
– Аннушка, һау бул, – тине ул, ике ҡуллап Анна апайҙың ҡулын ҡыҫып. – Иҫән-һау ғына ҡайтып етегеҙ инде. Йә, Костя улым, һәйбәт кенә уҡы, кеше бул. Һеҙҙең менән бик ауыр ваҡыттарҙы үткәрҙек. Колхозға ҙур ярҙамығыҙ тейҙе. Рәхмәт.
Өләсәйем Люсянан айырыла алманы.
– Йөрәккәйем, – тине, уны ҡосаҡлап, – үҫеп килгән ҡыҙ булып ҡайтып китәһең. Туған телкәйең­де онота яҙып бөттөң. Бер йыуанысым инең. Бәхетле бул, балам!
Әсәйем менән Костяларҙы станцияға оҙата киттек. Өләсәйем ҡапҡа төбөндә ҡулын болғап тороп ҡалды.
Әллә һөйләшә-һөйләшә бар­ғанға, ауыл менән станция ара­һы артыҡ оҙаҡ һиҙелмәне. Билет алып, арлы-бирле итеүгә поезд да килде. Анна апайҙарҙың ғәҙәте буйынса, беҙ ҙә үбешеп һаубуллаштыҡ. Мин Люсяны үпкәндә күҙҙәремде йомдом. Әллә бы­ға тиклем бер кемде лә үпмәгәнгә, мин бик уңайһыҙландым.
Поезд ҡуҙғалды… Ул атайымды ла алып киткәйне. Анна апай­ҙы ла, Люсяны ла, Костяны ла.
– Ят кешеләр булып килгәйнеләр, үҙ кешеләр булып ҡайтып киттеләр, – тине әсәйем, көрһөнөп.
Ҡапыл минең күҙ алдыма Ҡарамалы урамында торған бер ылау килеп баҫты… Эйе, бөтөнләй ят кешеләр ине. Хатта күптәр уларҙың яндарына барырға ла баҙнат итмәй торҙо… Хәҙер ту­ғанлашып, яҡты иҫтәлектәр ҡалдырып, илдәренә йүнәлделәр.
– Хәйерле юл һеҙгә, Анна апай, Костя, Люся дуҫтарым!

1967 йыл.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code