Ят исемдәр беҙгә килешмәй

Мәктәбебеҙҙә эшләп килгән «Һомай» түңәрәге ағзалары «Исем туйы» йолаһын сәхнәләштерҙе. Уға әҙерләнгәндә халҡыбыҙҙың борон исем ҡушыуға яуаплы ҡарағанын белдем. Ата-әсәләр бөтәһен дә алдан уйлап, кәңәшләшеп хәл иткән.

Үҙебеҙҙең синыфтағы исемдәрҙе тикшереп ҡараным. Минеке – Нурсилә. Нурлы, саф ҡыҙыҡай тигәнде аңлата. Гөлфиә, Гөлмирә – гөлгә оҡшаған, Нурзидә – нурлы, саф, Илмир – илен яратыусы, Динислам – ислам динендә… Һәр беребеҙгә ма­тур башҡорт исемдәре ҡу­шыл­ған.
«Беҙҙең халыҡҡа ят булған исемде йөрөткән баланың теләктәрен Аллаһы Тәғәлә ишетмәй», – ти әсәйем. Мин тағы уйға сумам, мәктәп эргәһендәге балалар баҡсаһында Роксана, Арина тигән ҡыҙҙар бар. Ә улар башҡорт ғаиләһенән бит.
– Ни эшләп арабыҙҙа Самира, Карина, Сами, Эльзана кеүек исемдәр күбәйгән икән?– тип һорайым уҡытыусымдан.
– Самира Бразилия фильмын ҡарағандан һуң популяр булып китте, ҡалғандары ла сит ил йоғонтоһоноң бәләһе инде, – тине ул.
Сит илдекеләр балаларына башҡорт исеме ҡушамы икән? Төптән уйлаһаң, исем – милләтте милләт тип билдәләгән төшөнсәләрҙең береһе. Шуны онотмайыҡ. Гөлфиә Янбаеваның: «Милләтеңде юғалтырһың, аҙаҡ бер кем дә һине үҙ итмәҫ», – тигән һүҙҙәре әллә үҙебеҙҙең исемдәребеҙҙе балаларына ҡушырға оялған ата-әсәләр өсөн әйтелдеме икән?

Нурсилә ЗИНГАРЕТДИНОВА, V синыф уҡыусыһы.
Ишембай районы, Сәлих мәктәбе.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code