Ярослав миҙал алды

Мәскәүҙә уҙ­ған тантанала Стәрлетамаҡтағы 8-се мәктәп уҡыусыһы Ярослав Адоньев «Ҡотҡарыуҙағы батырлығы өсөн» миҙалы менән бүләкләнде. Ун­да Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән ҡаһарманлыҡ күр­һәткән 20-нән ашыу балаға ҡатнашыу бәхет тейҙе.

Ярослав ҡыйыу аҙымды былтыр яҙ көнө яһаған. Ул йорт алдында дуҫтарын көтөп торғанда икенсе ҡатта асыҡ тәҙрә төбөндә бәләкәй ҡыҙҙы күреп ҡала. Бер аҙҙан ул ситкә үк килеп, аҫҡа ҡолай. Әлдә ергә төшөп өлгөрмәй, шул мәлдә малай йүгереп барып, уны тотоп ала.
Мәртәбәле сараға килеүсе йәш батырҙар өсөн бик шәп экскурсия программаһы ла әҙерләнгәйне. Улар Кремл­дә, Ҙур Мәскәү дәүләт циркында, зоопаркта ла булып, онотолмаҫ тәь­ҫораттар алды.

Г. ФАКИЛОВА.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code