Яратҡан йолаларыбыҙ бар

Беҙҙең ғаиләбеҙҙә биш кеше: уңған атайым, егәрле әсәйем, яғымлы апайым, тоғро ағайым һәм мин. Уларҙың барыһын да яратам. Атай-әсәйем – ябай ауыл кешеләре, икеһе лә – ишле ғаиләнән. Олатайым да, өләсәйем дә күп йылдар, Аллаға шөкөр, һау-сәләмәт, татыу ғүмер итә. Йортобоҙҙа наҙ, һөйөү генә йәшәй.
Атайым ҡул эшенә бик оҫта. Үҙен балта оҫтаһы, тип маҡтар инем. Өйөбөҙҙөң тышын атайым биҙәһә, эсендә әсәйемдең тырышлығы ярылып ята. Уның үҫтергән сәскәләре, бешергән ризыҡтары, күҙ яуын алған ҡул эштәре береһен дә һоҡландырмай ҡалмай.

Апайым үҙ аллы тормошҡа аяҡ баҫты. Яратҡан тормош иптәше менән донъя көтә. Бәләкәс кенә ҡустым да ҙур бәхет булып үҫеп килә. Ә ағайым үҙенә яҡын булған, күңел биреп башҡарған эшен тапты. Ул балаларға бейеү серҙәрен төшөндөрә. Апайым менән ағайым йыраҡта йәшәй, беҙ уларҙың ҡайтҡанын һағынып көтөп алабыҙ.
Мин туған мәктәбемдә X синыфты тамамланым. Үҙемә оҡшаған төрлө конкурста ҡатнашып барырға тырышам. Ғаиләбеҙҙәге бөтә балалар ҙа бейергә әүәҫ. Кескәй саҡтан уҡ һәләтебеҙ ташып торҙо, хәҙер ҙә һынатмайбыҙ.
Үҙебеҙҙең яратҡан байрамдарыбыҙ, йолаларыбыҙ ҙа күп. Уларҙың береһен дә онотмайбыҙ. Яҙ миҙгеленең май айы етеү менән ҡурала ҙур эштәр башлана. Мал-тыуар, күпләп ҡош-ҡорт үрсетәбеҙ. Йәй еткәс, ихатабыҙ төрлө бәпкә, себештәр менән тула. Мин бигерәк тә күркә ҡарарға яратам. Уларҙы тотҡанға 17 йыллап була инде. Күмәкләшеп был йорт ҡоштарын көтәбеҙ, ҡарап тороуы ла һоҡланғыс. Йәйҙән алып ноябргә саҡлы йөрөгәс, йыл да күркә өмәһе үткәрәбеҙ.
Ғаиләбеҙ менән бергә булған саҡтар – иң бәхетле минуттарымдың береһе. Бер-беребеҙгә шулай гел терәк булайыҡ, йылы усағыбыҙ бер ҡасан да һүнмәһен, һүрелмәһен ине!

Зәлиә АЛТЫНБАЕВА.
Бөрйән районы, Байназар мәктәбе.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code