Яратҡан гәзитемде көтөп алам

Беҙҙең мәктәптән күптәр «Йәншишмә»гә яҙыша. Уның биттәрендә минең ағайым һәм беҙҙең синыфыбыҙ тураһында ла мәҡәлә баҫылып сыҡты. Шуға был гәзитте яратып уҡыйым, килгәнен көтөп алам. Тиҫ­терҙәрем ижад иткән шиғырҙар, әкиәттәр оҡшай. Герой-пионерҙар тураһында ла уҡырға яратам.

Үҙемә килгәндә, мәктәптә һәйбәт уҡыйым, һүрәт төшөрөргә, шашка уйнарға әүәҫмен. Әйткәндәй, мәктәптә үткән шашка ярышында мин – икенсе, ағайым беренсе урын алды. Һүрәт төшөрөү буйынса бәйгелә лә һынатманым.
Синыфыбыҙ менән дә уңыштарыбыҙ етерлек. Киләсәктә «бишле»гә генә уҡырға, гел алдынғы булырға хыялланам.

Гүзәл СӘЙФЕТДИНОВА, IV синыф уҡыусыһы.
Бөрйән районы, Әбделмәмбәт мәктәбе.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code