Яратҡанға ғына кәрәкһең

Әйтәм тигән һүҙҙәр һине эҙләп
Үткәндәргә ҡарай юл алған.
Һинең эҙҙе күптән ҡар ҡаплаған,
Хистәрең дә, ахыры, юғалған.

Үрһәләнеп йөрәк (эй, сабырһыҙ!)
Яңғыҙлыҡтан эҙләй ҡотолоу.
Ара алыҫлығын үтеп, бына
Таптым, тиһәм… Тағы отолоу…

Урланымы минең хистәремде
Батыр түгел, бахыр йөрәкле?
Минең күҙҙәремә тура ҡарап:
«Яратмайым!» – тиеп әйт әле!

Башҡа яуап өмөт итмәйем мин,
Сөнки шуны күптән беләмен:
Яратҡандар ғазап утын һалмай,
Яратҡанға ғына кәрәк һин!

Лилиә ҠАҺАРМАНОВА, БДУ студенткаһы.
Өфө ҡалаһы.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code