Ярҙамсыл бабай

Әкиәт

Борон-борон заманда йәшәгән, ти, бер бабай. Ул бик изгелекле булған. Бөтә кешеләргә лә ярҙам итергә тырышҡан. Үҙенең ҡыҙы ла бар икән.

Бер көн көтмәгәндә бабай ҡаты ауырып киткән. Аптырағас, ҡыҙын янына саҡырып алған, ти. Бабайҙың ҙур тоғо ла булған. Шунда бүләктәр һәм күстәнәстәр тултырған да ҡыҙына уларҙы балалар йоҡлаған ваҡытта ғына шыршы төбөнә һалып сығырға ҡушҡан. Яҡшылыҡ эшләп, ул һауығыуына өмөтләнгән. Ысынлап та, бүләктәрҙе өләшеп бөткәс, бабай шәбәйеп киткән,ти.
Шунан башлап уны барыһы ла Ҡыш бабай тип исемләп, ул ҡыш көнө балаларға күстәнәстәр өләшеп йөрөй, ти.

Аделина РӘЙЕМҒУЖИНА, III синыф уҡыусыһы.
Ейәнсура районы,Үрге  Муйнаҡ мәктәбе.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code