Ярҙам итәйек!

Тәбиғәт беҙҙең яҡлауыбыҙға, һаҡлауыбыҙға ныҡ мохтаж. Ә ул үҙе бер нәмәһен дә йәлләмәй бирә, иң ҡиммәтле байлығыбыҙ булып тора. Кеше – тәбиғәт балаһы, тип юҡҡа ғына әйтмәйҙәр. Ысынлап та, ул халыҡтың тормошонда бик ҙур роль уйнай. Сылтырап аҡҡан йылға тауышы бер аҙға тынысландырһа, мәғрур баҫып торған тауҙар, ҡаялар – көс, урмандарҙың шаулауы сафлыҡ, иркенлек хистәрен өҫтәгән төҫлө.

Беҙ төрлө йәһәттән тәбиғәттән алынған әйберҙәрҙе ҡулланабыҙ. Тормошобоҙҙо унан башҡа күҙ алдына килтереүе мөмкин түгел. Һулар һауабыҙ, эсәр һыуыбыҙ, ғорур баҫып атлаған еребеҙ – тәбиғәттең бәләкәй генә өлөшө. Тик ҡайһы саҡта ул кешеләрҙән зыян күрә. Һәр кем тыуған ерен һаҡларға һәм ҡәҙерләргә бурыслы. Быға бөтәбеҙ ҙә үҙенең бәләкәй генә өлөшөн индерһә лә, оло ярҙам булыр ине. Алыу ғына түгел, бирә лә беләйек. Киләсәк быуынға уның матур, саф йәки насар, бысраҡ булып ҡалыуы тик үҙебеҙҙән тора.
Иң ҡиммәтле булған байлығыбыҙҙы туҙҙырмайыҡ, һаҡлайыҡ һәм ҡәҙерләйек. Ҡай­ҙалыр эсәр һыуға интегеп йәшәүселәр ҙә бар. Шул турала онотмайыҡ. Беҙ бәхетле – сылтырап аҡҡан шишмәләребеҙ, йылғаларыбыҙ, һулар һауабыҙ һәм иҫ киткес матур тәбиғәтебеҙ бар! Унан көс алып йәшәйбеҙ, тимәк, ҡулыбыҙҙан килгәнсә үҙенә лә ярҙам итәйек.

Сәлимә ДӘҮЛӘТШИНА, йәш хәбәрсе.
Бөрйән районы, Байназар мәктәбе.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code