Янбраҡ тауы

Тыуған ауылымда үҙенсә тарих һаҡлаған матур ғына исемле урындар бихисап: Сигүҙ шишмәһе, Тәкәл тауы, Ҡайрағалған йылғаһы, Ҡәнифә юлы… Шуларҙың береһе Янбраҡ тауы тураһында һөйләп үткем килә һеҙгә.

Был тауҙың ни тиклем һоҡланғыс икәнен күрһәгеҙ, белһәгеҙ ине! Матур ерҙә урынлашҡан ул. Тауы текә, ташлы-ҡаялы, аҫҡа ҡарап тор­һаң, баш әйләнер. Йәй көндәрендә бигерәк тә хозур, йәшеллеккә күмелгән бер әкиәт донъяһы. Тауының башында, нескә билле һылыу ҡыҙҙы хәтерләткәндәй, һом­ғол ҡайындар үҫә. Ошо гүзәлеккә йәм өҫтәп, ҡоштары йыр һуҙа. Тауҙың эргәһенән генә мул, таҙа һыулы, төрлө балыҡҡа бай Һаҡмар йылғаһы аға. Үҙе бер ожмах! Ә юғарынан ауыл ус төбөндәгеләй булып күренә. Ошо ғорур тау үҙенең ҡаяларында ниндәй серҙәр һаҡлай икән?..
Баҡһаң, бик ҡыҙғаныс тарих ята икән уның исемендә. Шуны белергә теләп, ауылыбыҙҙа ғына түгел, районыбыҙҙа билдәле, әллә күпме республика сәсәнлек бәйгеләре лауреаты, сәсәниә Фәниә инәй Арыҫлановаға барҙым. Ул иһә, үҙ сиратында, өлкәндәрҙән ишеткән тарихты һамаҡлап әйтеп бирҙе. Ә мин бөтәһен дә күҙ алдына килтереп, тыңланым да тыңланым…
Бына Янбраҡ тауы,
Тарихтарға ингән ул!
Ҡаҙаҡтарҙан ҡасып барып
Осҡан ҡыҙҙы күргән ул!
Борон-борон борондан
Барымтаға йүнәлгән
Ҡаҙаҡтар йөрөр булған.
Ул саҡтарҙа тауҙар бейек,
Ҡара урман булған, ти.
Һаҡмар сыҡҡас, Йәнтеш ауылы
Бик әҙ өйҙән торған, ти.
Ул-был була ҡалһа, тип
Халыҡ йәшәгән бик һаҡ.
Улар абай булмағанда
Ҡаҙаҡтар үткән бер саҡ!
Ҡаҙаҡтарҙың батыры,
Башҡорт ҡыҙына күҙ һалған,
Кире юлда ҡыҙҙар урлау,
Уның бар уйын алған.
Барымтанан ҡайтҡандарын
Халыҡ уяу күҙәткән.
Һиҙгәс тә ошо тауға
Бөтәһе ҡасып бөткән.
Ҡаҙаҡтар быны һиҙеп,
Эҙләгән тауҙы һөҙөп.
Селеклектә ике ҡыҙға
Юлыҡҡан улар килеп.
Ҡыҙҙар ҡасып барғанда
Береһе ҡаянан осҡан.
Аҫта ажарланып ятҡан
Һаҡмар үҙенә ҡосҡан…
Өҫтән: «Жаны бараҡ?»
(Йәне бармы?) тип ҡысҡырғас, бер ҡаҙаҡ.
Киткән шаңдау: «Я-ны-ба-ра-раҡ!
Я-ны-ба-ра-ра-аҡ!»
Шул ваҡыттан алып был тау
«Янбраҡ» булып киткән, ти!
Бына ошондай тарих һаҡлай икән был тау үҙендә. Ер-һыу атамаларын беҙ яҡшы белергә, ныҡлы өйрәнергә һәм дә киләсәк быуынға еткерергә тейешбеҙ. Сөнки уларҙа тарих үҙе йәшәй.

Наҙгөл МӨХӘМӘТЙӘРОВА, V синыф уҡыусыһы.
Хәйбулла районы, Йәнтеш ауылы.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code