«Янғантау» геопаркы яңы статус өсөн көрәшә

«Янғантау» геопаркы Юнесконың глобаль геопаркы статусын алыу өсөн көрәшәсәк. Республика Башлығы Рөстәм Хәмитовтың ЮНЕСКО геопарктары глобаль селтәренең халыҡ-ара эксперты Сурен Гевинян менән осрашыуында һөйләшеү ошо хаҡта барҙы.

Әйткәндәй, «Янғантау» геопаркы – Рәсәйҙән юғары статусҡа тәҡдим ителгән тәүге объект. Уның биләмәһендә генә 20 геологик объект бар: уларҙың өсәүһе – халыҡ-ара, 10-ы – милли, 21-е ғилми әһәмиәткә эйә.
Ғариза сентябрь башында Италияла үткән Бөтә донъя конференцияһында ҡарала. Ҡарарҙы ЮНЕСКО ҡарамағында булмаған бойондороҡһоҙ комиссия сығара. Әгәр тәҡдим хуплау тапһа, «Янғантау»ға был статус киләһе йылдың апрелендә биреләсәк. Сурен Гевинян әйтеүенсә, ул геопарк өсөн киң мөмкинлектәр аса. Халыҡ-ара кимәлдә танылыуҙы арттырыу, яҡлау табыу, шулай уҡ ерле халыҡҡа аҡса эшләү мөмкинлеге тыуҙыра. Туристар ағымының артыуы кәсепселәр өсөн килем сығанағы ла булып тора. Халыҡ-ара эксперт статусты алыу өсөн Башҡортостандың мөмкинлеге киң.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code