Ямғыр яуа, йәшем түгелә

Шыбыр-шыбыр-шы­быр… Ямғыр яуа. Бер ҙә туҡтарға уйламай ҙа. «Туҡтасы, ямғыр!» – тип мең-мең тап­ҡыр ҡабатлаһаң да, ҡысҡырып үтен­һәң дә, һис ишетмәҫ кеүек. Әйтерһең дә, күктең төбө тишелгән. Кү­ңелгә лә шундай болоҡһоу, моңһоу. Мен­дәргә башымды һалып, ямғыр кеүек туҡ­тамайынса, сөбөр-сөбөр аҡҡан күҙ йәштәремде тыя алмайым. Их, һин ҡайҙарҙа, кем менән йөрөй­һөңдөр, күптән хат-хәбәрең дә юҡ? Ҡасандыр «Бәйләнештә» селтәрендә лә фотоһүрәттәремә лайктар ҡуя инең, уныһын да оноттоң инде. Ә мин һине бөтә йөрәгем менән яраттым, һаман һөйәм. Уйламаған көнөм юҡ. Ҡайһы саҡта һинең өсөн генә йәшәгән кеүекмен. Берәй ҡасан яндарыма килеп етер­һеңме икән?

Уйҙар йомғағым һүтелгәндән-һүтелә бара. Тыштағы ямғыр ҙа көсәйә. Һин ауылда уҡыған саҡта ниндәй бәхетле инем мин. Аҙна һайын дискотекаға сығып бейеүҙәр һаман хәтерҙә. Ҡайтыр бул­һаҡ, өй янына тиклем оҙатып ҡуя инең. «Айгөлөм, Айгөлөм, һиндә генә күңелем», – тип йырлауың ғына ни тора! Тауышыңдан илаһи бер сихри көс килгәндәй, ошо мәлдә мәңге бергә булырбыҙ кеүек тойола ине. Туғыҙынсынан һуң баш ҡалаға уҡырға китеүеңде бик ауыр кисерҙем. Икебеҙ ике яҡта йөрөгәс, бергә була алмаҫбыҙмы икән, тип хафаланып ҡуйғайным. Тиккә булмаған. Бер көн килеп: «Мин һине яратмайым, икенсе бер ҡыҙ оҡшай», – тинең. Күҙ алдым ҡараңғыланып китте, әйткән һүҙҙәрең йөрәгемә утлы хәнйәр булып ҡаҙалды. Оноторға тырышып ҡараным. Йөрәктәге ҡайнар һөйөү хистәрен ҡапыл ғына юйып ташлап булмай икән.
Ямғыр һаман яуа. Күҙ йәшем дә түгелгәндән-түгелә. Һине уйлап, бөтөрөнгәндән-бөтөрөнәм. Беләм, ямғыр­ҙар­ҙан һуң көн аяҙый, ҡояш ҡалҡа. Минең тормошом да бер аҙҙан яйланыр. Ә әлегә көтәм, өмөт итәм.

АЙГӨЛ.
Б. районы.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code