Ямғыр ҡамасаулаһа ла…

Малайҙар ялға туҡталған саҡ.

Әлиә Саттарова, Юлиә Исхаҡова, Айгүзәл Бирҙина сәскә тәрбиәләй.

Быйылғы ямғыр ялҡытты. Туҡтауһыҙ яуа ла яуа. Ҡасан тымыр икән?
Яҡшембәт мәктәбенең һигеҙенселәре һауа торошоноң яҡшырыуын көтөп ултырмай. Ана, нисек тырышып мәктәп баҡсаһында эшләп йөрөйҙәр. Етәкселәре Зилә Биктимер ҡыҙы Искәндәрова һәм Гүзәл Әхәт ҡыҙы Мирасова менән 15 көн практика үтәләр.
– Ямғыр күп яуғас, ҡый үләндәре баҫа ла китә, шуға ныҡ тырышырға тура килә. Балалар һынатмай. Айырыуса Нияз Йосопов, Азамат Хәйбуллин, Нияз Әхтәмовтарҙы маҡтарға була. Ә ҡыҙҙарыбыҙ сәскәләр ҙә ултыртты, Әлиә Саттарова, Юлиә Исхаҡова, Айгүзәл Бирҙиналарҙың уңғанлығы һоҡландырҙы, – ти Зилә Биктимер ҡыҙы.
Мәктәп баҡсаһында эш ҡайнай. Һигеҙенселәрҙән һуң сират башҡа синыфтарға ла етәсәк.

М. СӘЙЕТОВ.
Көйөргәҙе районы.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code