Ялым күңелле үтә

Атайым һәм ике туған Камилә һеңлем менән.

Каникулым бик һәй­бәт башланды. Гимназияның «Ҡурай» ла­герында ял иттем. Ун­да беренсе синыфтан алып йөрөйөм. Лагерҙа бик күңелле булды. Беҙҙе вожатыйҙар паркка, киноға, экскурсияға, бассейнға йөрөттө. Бигерәк тә һыу инеү оҡшаны.

Лагерҙың һәр көнөн зарядка менән башлап, унан иртәнге аш ашаныҡ. Шунан инде беҙҙе берәй ҡыҙыҡлы сара, төшкө аш һәм отряд менән уйындар көтә ине. Ял алдынан ике көнлөк тәмлекәстәр ҙә биреп ҡайтарҙылар. Көн һайын төрлө конкурстар ойошторолдо. Бында һәр кем үҙенең һәләтен күр­һәтте. Мин дә бәйгеләрҙә ҡатнашырға тырыштым. Былтыр «Ла­герь һылыуы»нда көсөмдө һынағайным, быйыл асыу тантана­һында «Шаян ҡыҙ­ҙар» бейеүен баш­ҡарҙым. Миңә мәктәп лагерында бик оҡшаны, бик теләп йөрөнөм.
Әле лә ялым матур дауам итә. Туғандарым менән бергәләп тәбиғәт ҡосағына ла сығабыҙ, тиҫтерҙәрем менән саф һауала рәхәтләнәбеҙ.

Яҙгөл ҒИЛМИЙӘРОВА, III «Б» синыфы уҡыусыһы.
Өфө ҡалаһы, Фатима Мостафина исемендәге 20-се башҡорт гимназияһы.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code