Ялыбыҙ күңелле үтә

Быйылғы йәйге каникулым Туймазы ҡалаһына сәйәхәт менән башланды. Көн шыҡһыҙ һалҡын торһа ла, кәйефтәр күтәренке ине. Шулай булмай ни, тағы ла бер уҡыу йылы артта ҡалды, ә алда күпме ял көтә…

Сәйәхәтебеҙҙе мәсеттән башларға булдыҡ. Изге Рамаҙан айында унда кеше күп ине: кемдер әрүахтарға бағышлап аят уҡыта, бәғзеләр дин әһелдәренән кәңәш һорай, ҡайһылары Хоҙайға ялбара. Беҙҙе, II, IV, VII синыф балаларын, Рим хәҙрәт шатланып ҡаршы алды. Дини йолалар тураһында бик күп фәһемле мәғлүмәт бирҙе. Тәрбиәле, атай-әсәйгә ихтирамлы, мәрхәмәтле булырға өндәне, үҙебеҙҙе маҡтап та алды.
Мине мәсеттең матурлығы таң ҡалдырҙы. Бындағы кешеләрҙең яҡшы күңелле, итәғәтле икәне күренеп то­ра. Рим хәҙрәт әйткәнсә, Хоҙайға ышанған кеше яуыз була алмай, гел изгелек ҡылырға тырыша. Үҙемдең дә берәйһенә яҡшылыҡ эшләгем килде.
Мәсеттән изге ниәттәр менән сыҡтыҡ та паркка юлландыҡ. Ҡояш күренгәс, күңелдәр тағы күтәрелде. Парк шундай матур! Емеш ағастары ап-аҡ сәскәгә төрөнөп, хуш еҫтәр бөркә, балалар ҙа көлөшөп бер була. Ә аттракциондар, батуттарҙың ниндәйе генә юҡ! Беҙ тәүҙә күҙәтеү ҡуласаһында бейеккә күтәрелдек. Ана, балкондары менән бейек йорттар күренә. «Нур» театры, «Родина» мәҙәниәт йорто, «Космос» кинотеатры үҙенсәлекле архитектураһы менән айырылып тора, белем усаҡтары ла әллә ҡайҙан беленә.
Сабрина әхирәтем менән икебеҙгә көнгөрәлә һикереү ҙә, кәмәлә йөҙөү ҙә бик оҡшаны. Әкиәт, тренажёр, балалар майҙансыҡтарында туйғансы уйнаныҡ.

Айгизә АБЗАЛОВА.
Туймазы районы, Бишҡурай ауылы.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code