Ялдары матур үтә

Нилә ҡустыһы Дим һәм ағаһы Нил менән.

Салауат районы Лағыр мәктәбе уҡыу­сыһы Нилә Бәширова өсөнсө сиректе «дүртле», «бишле» билдәләренә генә тамамланы. Әле ауылда рәхәтләнеп ял итә.
– Каникулда бик күңелле! Күбеһенсә тыштан инмәйбеҙ. Саңғыла йөрөйөм, конькиҙа шыуам. Нил ағайым менән ҡар бәрешеп уйнайбыҙ, сана шыуабыҙ. Бәләкәй саҡтан бик ныҡ дуҫбыҙ. Ул VI синыфта уҡый. Каникул булһа ла, спорт менән бергәләп шөғөлләнәбеҙ. Алты йәшлек ҡустым Димде лә ҡарайбыҙ. Әсәйемә һауыт-һаба, иҙән йыуырға ла ярҙам итәм, – ти ҡыҙ.


Дүртенселә уҡыған Ниләнең йыр-бейеүгә, шиғыр һөйләү оҫталығына иҫең китер. Был ата-әсәһенән дә киләлер. Улар ҙа – йыр-моңға бик маһир кешеләр. Ғаиләләре спорт менән дә дуҫ. Күмәкләп саңғыла йөрөйҙәр. Ҡыҙҙың ярыштарҙа ҡатнашҡаны ла бар. Көрәш, гимнастика менән дә шөғөлләнеп алған. Рәсемдәре лә бик матур килеп сыға. Район буйынса бәләкәй фәндәр академияһында «Традицион булмаған һүрәт төшөрөү алымдары» темаһына фәнни эш яҙып, I урын яулаған. Каникул ваҡыты булһа ла, яратҡан шөғөлдәрен бер ҙә ташламай Нилә, шөғөлләнеүен дауам итә.

Әлиә тәжрибә үткәрергә йыйына.

Ә баш ҡаланан Әлиә Мусина һәр каникулын Архангел районы Аҙау ауылында йәшәүсе олатаһы менән өләсәһе янында үткәрә. Бында уның дуҫтары ла күп. Наҙгөл, Камилә, Зариналар үҙен көтөп кенә торалар.
– Ауылда рәхәт! Ҡарҙа ятып аунап та алабыҙ. Этем Муйнаҡ менән тауҙан елдерәбеҙ. Бөгөн боҙбармаҡтарҙан кәнфит яһап, ҡурсаҡтарымды һыйланым әле. Дуҫтарым менән ҡарҙан төрлө һындар яһап уйнайбыҙ, уларға исемдәр ҙә ҡушабыҙ, – ти Өфөләге 93-cө гимназияла беренселә генә уҡыған ҡыҙ.
Бәләкәй генә булыуына ҡарамаҫтан, төрлө фәнни-ғәмәли конференцияларҙа, математиканан олимпиадаларҙа призлы урындар яулай. Гимназияла үткәрелгән йыр-шиғыр кисәләренән дә ситтә ҡалмай, үҙе яҙған шиғырҙарҙы ятлай, алып барыусы ла була. Балыҡтар үрсетергә, тәжрибәләр үткәрергә яратҡан Әлиә каникулын матур итеп уҙғарып, уҡырға яңы көс һәм дәрт менән барырға теләй.

Г. РАМАҘАНОВА.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code