Ял файҙаға булырмы?

Илья Зубов.

«Салауат Юлаев» сит май­ҙанда тағы ике уйынын үткәр­ҙе. Пекинда «Куньлунь Ред Стар»ҙы 3:2 иҫәбенә еңделәр. Юлаевсыларҙан голдарҙы Игорь Макаров, Йоонас Кемп­пайнен һәм Илья Зубов индер­ҙе. Беҙҙең хоккейсылар тәүге тапҡыр Ҡытай клубын еңеүгә иреште, быға тиклем гел отол­долар.
Ниһайәт, Илья Зубовтың уйнай башлауы ҡыуандыра. Ни тиһәң дә, оҫта ғына хоккейсы бит. Пекинда ла һуңғы хәл иткес голды ул индерҙе. Хәҙер улар Линус Умарк һәм Антон Бурдасов менән бергә уйнай. Өсөһө лә етеҙҙәр. Тренерҙарыбыҙ был хоккейсыларға ҙур өмөт бағлай.

Хабаровскиҙа «Амур» юлаев­сыларға бер ҙә ҡунаҡсыллыҡ күрһәтмәне. Еңелеп ҡайттыҡ – 1:3. Беҙҙекеләрҙән берҙән-бер гол – һаҡсы Григорий Панин иҫәбендә. Һөжүм итеүселәр ҡайҙа булғанмы? Уларҙың уйындары барманы. Мөмкинлектәре күп булды, әммә гол индерә алманылар. Әлеге лә баяғы – оҫталыҡ етмәй инде.
Хоккейсыларыбыҙ бер аҙнаға ялға туҡтаны. Рәсәй йыйылма командаһы Финляндияла Карьяла кубогы өсөн турнирҙа ҡатнаша. Әйткәндәй, унда ҡап­ҡасыбыҙ Андрей Кареев та саҡырыу алды. Шуныһы ҡы­ҙыҡ: Бен Скривенс Канада өсөн уйнаясаҡ. Беҙ икеһен дә әрләгән булабыҙ, ә уларҙы ил йыйылма командаһына саҡыралар.
«Салауат Юлаев» сираттағы уйындарын йәнә ситтә үткәрәсәк. 13 ноябрҙә – «Слован» (Братислава), 15-ендә – ЦСКА (Мәскәү), 17-һендә – «Ло­комотив» (Ярославль) һәм 19-ында «Сочи» менән осрашасаҡтар. Бик ҙур һынау кө­тә. Ә 22 ноябрҙә Өфөгә «Аҡ Барс» (Ҡазан) киләсәк.

М. КӨЙӘРМӘНОВ.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code