Яңы тәҙрәләр кәрәк!

Декабрҙә Баймаҡ ҡалаһының бер мәктәбенә IV синыф уҡыусыларының олимпиадаһына барғайныҡ. Тиҫтерҙәребеҙҙең яҡты, йылы бинала рәхәтләнеп белем алыуҙарын күреп, бер аҙ көнләшеп тә ҡуйҙыҡ. Эх, Күсей мәктәбендә лә шулай заманса шарттар булһа ине, тип хыял­ланып ҡайттыҡ. Беҙҙең теләктәребеҙҙе ишеткәндәй, «Урындағы башланғыс­тарҙ­ы яҡлау» программаһында ауыл хал­ҡы ҡатнашырға ҡарар итте. 1988 йылда төҙөлгән мәктәбебеҙгә ремонт талап ителә, балалар баҡсаһы ла унда урынлашҡан. Ауылда дөйөм йыйылыш үткәрелеп, мәктәптең тәҙрәләрен алмаштырыу мәсьәләһе күтәрелде. Уй-хыялдарыбыҙҙы һүрәткә төшөрөп, күргәҙмәгә ҡуйҙыҡ, яҙыуҙар элдек.

Ауылыбыҙҙың, мәктәбебеҙҙең киләсәгенә битараф булмаған ауылдаштар­ҙың, эшҡыуарҙарҙың, Күсей мәктәбен тамамлаған уҡыусыларҙың матди яҡтан ярҙам итеүҙәренә ышаныс белдерәбеҙ. Балаларҙың яңы, йылы, тәҙрәләре бал­ҡып торған мәктәпкә, балалар баҡсаһына килеүе үҙе ҙур ҡыуаныслы хәл буласаҡ. Проектта еңербеҙ, хыялдарыбыҙ бойомға ашыр, тигән өмөттә ҡалабыҙ.

Камила ИСЛАМҒОЛОВА, IV синыф уҡыусыһы.
Баймаҡ районы, Күсей мәктәбе.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code