Яңылышып ҡына ҡуймағыҙ!

Тәүге мөхәббәт, тәүге һөйөү тураһында беҙ «Йәншишмә» биттәрендә йыш һөйләшеп торабыҙ, шулай бит, дуҫтарым. Беҙҙе – тәжрибәле, күптән инде үҙ йәрҙәрен табып, тормош ҡорған кешеләрҙе, һеҙҙең тәүге хистәрегеҙ, йөрәк яныуҙарығыҙ ҡыҙыҡһындыра, тулҡынландыра. Үҙебеҙҙең ҡасандыр кисергән, үткәргән ләззәтле лә, һағышлы ла мәлдәрҙе хәтергә төшөрәбеҙ, һеҙҙең өсөн борсолабыҙ. Яҙмаларығыҙ, мәҫәлән, мин психолог булғанға түгел, ә ҡатын-ҡыҙ булараҡ та борсоп ҡуя, ҡыуандыра, йылмайта, хафаландыра… Ҡайһы берәүҙәрҙе: «Туҡта! Ашыҡҡан – ашҡа бешкән! Хистәреңде асмайыраҡ торсо», – тип тынысландырғым килһә, икенселәрҙе, киреһенсә: «Саҡ ҡына ҡыйыуыраҡ булсы, теләгәнеңде асыҡ итеп әйтергә өйрән», – тиеберәк ҡеүәтләп, ярҙамлашыр сиккә етәм.

Һис шикһеҙ, егет менән аралашҡанда ҡыҙ кешегә тыйнаҡ, ипле, әҙәпле булыу үтә лә килешә. Иғтибарлыраҡ булығыҙ әле: егеттәр күберәген өндәшмәһәләр ҙә, үҙҙәренең күңеленә ятҡанды тап ошо сифаттары өсөн башҡаларҙан айыра. Мәҫәлән, бер төркөм ҡыҙҙар шарҡылдашып, урам яңғыратып көлгәндә, араһында тик берәүһе ипле генә итеп йылмайып торһа, әлбиттә, бына ошоноһо кемдеңдер иғтибарын, күҙ ҡарашын йәлеп итәсәк. Ни өсөн? Сөнки ул төркөмдәге «шарҙыуандар»ҙан айырыла. Егеттәр ошондай хәлде ниндәйҙер тест рәүешендә ҡабул итеп, уларҙың мейеһендә фекер барлыҡҡа килә: тимәк, был ҡыҙ тыныс холоҡло, үтә тиктормаҫ түгел, хистәрен йүгәнләй ала.
Хөрмәтле ҡыҙҙар! Ғаилә ҡорғанда аҡыл менән эш итеү, ай-һай, нисек мөһим! Йәнә шуны ла белеү зарур: тауыш күтәреүҙән, әрләшеүҙән, күҙ йәштәренән ир-егеттәрҙең ҡоттары оса. Әгәр ҙә был «йәшерен ҡорал»ды йыш ҡулланаһығыҙ икән, ярат­ҡан йәрһеҙ ҡалдығыҙ, тигән һүҙ.
Һөйгәндәр араһында аралашыу бер-береңде аңлауға, хөрмәт итеүгә ҡоролорға тейеш тә ул… Тик ҡайһы ваҡыт йәштәр бер-береһен ҡыҙғанып, алдап, ҡот осҡос хәлдәргә юлыға. Интернет селтәре аша һеҙ ҙә улар тураһында ишетеп беләһегеҙ. Ә мин ҡабатлайым: бындай фажиғәләргә юлыҡмаҫ өсөн иғтибарлы булыу ғына етә. Аралашҡан кешеңдең ниндәйҙер ҡыланыштары һине һағайта йәиһә аптырата, албырғата икән – иғтибарыңды бермә-бер арттыр. Тәүҙә берәй ышаныслы өлкән кеше менән серләшеп, кәңәшләшеп ал. Был кеше ни тиклем оҡшаһа ла, ҡайһы ваҡыт араларҙы өҙөү генә алдағы бәләләрҙән һаҡлаясаҡ.
Һүҙемдең аҙағында шуны әйтергә теләйем: һөйөүгә сорналған илаһи мәлдәр һәр кемдең күңелендә ғүмергә һаҡлана. Шәхсән үҙем иләҫ-миләҫ саҡтарҙы йылмайып, рәхмәтле булып иҫкә алам. Тетрәндергес хистәр аша рухи сынығыу үтәһең, яҡшыны – ямандан, аҡты ҡаранан айырырға өйрәнәһең. Һөйөү гел генә шатлыҡ-ҡыуаныстарҙан да тормай шул, дуҫтарым. Быны аңлау, ҡабул итә һәм кризис мәлдәрен үткәрә белеү – түҙемлегеңде һынауҙыр. Тормош юлығыҙҙа осраған һәр бер кеше дуҫ булмаған кеүек, яратҡан (һөйгән) һәм тик оҡшаған (мауығыу) кешеләр араһында ла айырма бар. Шуны күрергә өйрәнегеҙ. Әлбиттә, мөхәббәт яланында яңылышмаған кеше һирәк, әммә…
Бөтәһе лә үҙебеҙҙең ҡулда, аҡыллыларым, шуның өсөн дә күңелдәрҙе төшөрмәйек.

Әлмирә ИСХАҠОВА, психолог.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code