Яңы проект булдырыла

Рәсәйҙә «Мәктәп хәүефһеҙлеге» тигән проект булдырыла. Дума депутаттары ошондай мәғлүмәт-белем биреү порталы ойошторорға тәҡдим итә. Унда балалар һәм ата-әсәләр өсөн именлек һәм хәүефһеҙлек дәрестәре бирелә. Һәр төбәк өсөн климат, инфраструктура һәм башҡа үҙенсәлектәрҙе иҫәпкә алып, тирә-яҡ һәм тормош хәүефһеҙлеге буйынса айырым программа булдырыу ҡарала. Балаларҙы проектҡа нығыраҡ йәлеп итеү өсөн мобиль ҡушымта уйлап сығарырға тәҡдим ителә. Депутаттар бындай проектты хөкүмәт ҡарамағына ебәргән дә инде.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code