«Яңы йыл» салаты

Маъмайҙың нимә яратҡанын барығыҙ ҙа яҡшы беләһегеҙҙер, эйеме? Уның төп ашамлығы – ит, һөйәк. Шуға байрам өҫтәленә ҡуйылған ризыҡтар ит ҡушып әҙерләнһә, бик яҡшы булыр.

– Был салатты әҙерләү өсөн бешкән йылҡы ите, консерваланған ананас, майо­нез, сыр кәрәк буласаҡ. Уны ҡатлы-ҡат­лы итеп һалып, һәр береһенең өҫтөнә майо­нез һылайбыҙ. Тәү­геһе – ваҡ итеп ҡырҡыл­ған йыл­ҡы ите, икенсеһе – шаҡмаҡлап турал­ған ананас, өсөнсө ҡатламына ҡырғыстан үткәрелгән сыр һалабыҙ. Өҫтөндәге эт һүрәте бешерелгән йомортҡа­ның ағы һәм һарыһынан эшләнә. Күҙе, ҡа­шы – зәйтүн емешенән, ауыҙы – помидор­ҙан, – тип үҙе әҙерләгән салат рецебы ме­нән бүлеште Күгәрсен районы Яңы Хвалын мәк­тәбе уҡыу­сыһы Гөлфиә Килсенбаева.
Бик тәмлелер инде. Ул һеҙгә лә оҡшар, табынығыҙҙы йәмләп ултырыр, тигән ышаныс­табыҙ.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code