Яңы йылға шәп бүләк

Һаумыһығыҙ, «Йәншишмә» гәзите редакцияһы хеҙмәткәрҙәре! Миәкә районы Ҡаран-Ҡуңҡаҫ мәктәбе уҡыусылары һәм уҡытыусыларынан һеҙгә ҡайнар сәләм. Хатығыҙҙы алып, бик ныҡ шатландыҡ. Рәхмәт инде ауылдашыбыҙ, яҙыусы Факил ағай Мырҙаҡаевҡа. Ул беҙҙең мәктәптең өс уҡыусыһына «Йәншишмә» гәзитен яҙҙырған. Яңы йыл алдынан был ифрат ҙур бүләк булды.
Шулай итеп, 2019 йылдың беренсе ярты йыллығында IV cиныфтан Радмир Ғәлиев (быйыл башҡорт теленән район кимәлендә уҙғарылған олимпиадала II урын алды), V синыф уҡыусыһы Рания Ишмөхәмәтова («Аҡмулла шишмәһе – 2018» район конкурсында, «Әйтеш» номинацияһында – II урын), VI синыфтан Азалина Сафиуллиналар («Аҡмулла шишмәһе – 2018» район конкурсында, «Аҡмул­ла нәсихәттәре» номинацияһында – II урын) «Йәншишмә»не уҡып шатланасаҡ. Рания менән Азалина – икеһе лә күп балалы ғаиләнән.
Яңы йыл һеҙгә тик изгелек, эшегеҙҙә һәм шәхси тормошоғоҙҙа сағыу тәьҫораттар, ҡыуаныстар килтерһен.

Эльвира ҒАЙСИНА, мәктәп директоры, Миләүшә ӘСФӘНДИӘРОВА, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code