Яңы һынауҙар көтә

Ваҡытты юҡҡа ғына аҡҡан һыу менән сағыштырмайҙар. Әле генә атай-әсәйемдең ҡанаты аҫтынан айырылып, баш ҡалабыҙға гимназияға килгән инем, ә бөгөн ун беренсе синыфҡа ла аяҡ баҫтым.

Әлбиттә, яңы мөхиткә, белем усағы тәртибенә өйрәнеп китеүе еңелдән булманы. Шулай ҙа бирешмәнем, бөтә ауырлыҡтарҙы еңеп сыҡтым. Гимназия ул үҙе бер ҙур ғаилә кеүек икән, ниндәй генә осраҡтар килеп сыҡмаһын, балалар бер-береһенә ярҙам итергә әҙер тора. Республикабыҙҙың район-ҡалаларынан һәм Рәсәйҙең төрлө өлкәләренән 700-гә яҡын уҡыусы белем ала. Уларҙың барыһын гимназия берләштерә, дуҫлыҡ ептәрен нығыта.
Алда беҙҙе яңынан-яңы һынауҙар көтә. Уларҙы ла еңеп сығып, яратҡан гимназиямдың исеменә тап төшөрмәй, теләгән уҡыу йортона инеп, үҙемдең Ватаныма кәрәкле кеше булып хеҙмәт итергә теләйем.

Лидиә ДИНМӨХӘМӘТОВА, йәш хәбәрсе.
Өфө ҡалаһы, Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт интернат-гимназияһы.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code