Яҡты киләсәгенә ышанам

Мин Көйөргәҙе районының Ҡотлоюл ауылында тыуып үҫеп, бала сағымды Көйөргәҙе йылғаһы буйында үткәрҙем. Бәләкәй саҡтан алып башҡорт телендәге әкиәттәр, мәҡәлдәр, йырҙар, бейеүҙәр менән ҡы­ҙыҡһынам. Халҡымдың үткәне, бөгөнгөһө, киләсәге тураһында уйланам, ҡай­ғырам. «Тел йәшәй икән, тимәк, ил дә йәшәй», – тигән һүҙҙәр дөрөҫ бит ул. Минең тормошомдоң төп маҡсаты – үҙ хал­ҡыма, республикама кәрәкле кеше булыу.

Әле 3-сө республика башҡорт интернат-гимназияһының Х синыфында белем алам. «Бишле»гә генә уҡыйым, фәнни эҙләнеү эштәрендә һәм олимпиадаларҙа тик призлы урындар яулайым. Ә тырыштарға, алдын­ғыларға бүләк тә эләгә. Яңыраҡ ҡына Ҡара диңгеҙ буйындағы «Артек»та ял итеп ҡайттым.
Мәшһүр башҡорт бейеүҙәрен башҡарыу – яратҡан шөғөлөм. Гимназияның «Аҡсарлаҡ» ансамбленең солисткаһымын, шулай уҡ волейбол буйынса ҡыҙҙар командаһының капитанымын. Ижад итергә лә яратам. Көйөргәҙе районының һәм Күмертау ҡалаһының «Юшатыр» гәзитендә шиғырҙарым һәм мәҡәләләрем баҫылып тора. Ҡаланың бөтә конкурстарында әүҙем ҡатнашам һәм йәмәғәт ойошмаларында ағза булып торам. Көйөргәҙе районының «Һылыуҡай – 2017» конкурсында Гран-при яуланым.
Илем – минең булмышым. Шуның өсөн дә буласаҡ һөнәремде республикамды һаҡлау һәм яҡлау маҡсаты менән һайлайым.
Һәм, әлбиттә, ғаиләм – минең ҡәлғәм. Ҡайҙа ғына йөрөһәм дә, ниҙәр генә эшләһәм дә, һәр саҡ атай-әсәйемә ҙур рәхмәтлемен. Сөнки улар ярҙамында ғына рухлы, көслө кешемен һәм бар ауырлыҡтарҙы ла үтә алам.
Үҙ халҡымдың, республикамдың, телем­дең яҡты киләсәгенә ышанам.

Розалина ИБРАҺИМОВА.
Күмертау ҡалаһы, 3-сө республика башҡорт интернат-гимназияһы.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code