«Яҡшылыҡ булһын атығыҙ, кеше булһын затығыҙ!»

«Урал батыр» бәйгеһе халыҡ-ара кимәлгә күтәрелде

Ишембайҙан
Розана Әхтәмова эпосты урыҫ, ғәрәп телдәрендә һөйләп, еңеүсе булды.

Мәшһүр «Урал батыр» эпосы ниндәй генә телдәрҙә яңғыраманы! Башҡортса, татарса, урыҫса, сыуашса, мариса, инглизсә, немецса, французса, йәһүдсә, испанса, төрөксә лә… Тәүге тапҡыр ғәрәп, пуштун, грек, тамил, итальянса ла һөйләп ишеттерелде. Башҡортостанда, Рәсәйҙә, донъяла йәшәүсе халыҡтарҙың 42 телендә ятлап күрһәттеләр.

Салауаттан Эльвина Ҡазыева «Урал батыр»ҙы инглиз телендә һөйләй.

Ауырғазы районының Талбазы башҡорт гимназияһынан Гөлсинә Мөхәмәтова абруйлы жюри алдында һынау тота.

Быйылдан башлап үлемһеҙ әҫәрҙе башҡарыусылар һәм йәш сәсәндәрҙең конкурсы халыҡ-ара кимәлгә күтәрелеүе лә күпте һөйләй ине. Һигеҙенсе тапҡыр үткәрелгән бәйге ысын мәғәнәһендә сит телдәрҙә башҡорт мәҙәниәте фестиваленә әүерелде. Атай-олатайҙарҙан ҡалған боронғо ҡомартҡыбыҙ үҙ халҡыбыҙҙы ғына түгел, башҡа милләт вәкилдәрен дә илһамландырыуы бик ҡыуандырҙы. Шулай булмаһа, ҡыҙыҡһыныусылар һаны йылдан-йыл артыр инеме икән?! Әле 300-ҙән ашыу уҡыусы һәм йәштәр ҡатнашты. Ярышты Мәскәү хеҙмәт һәм социаль мөнәсәбәттәр академияһының Башҡорт социаль технологиялар институты филиалы ЮНЕСКО эштәре буйынса Башҡортостан комитеты менән берлектә, Мәҙәниәт, Мәғариф министрлыҡтары булышлығында ойошторҙо.
Бәйгелә «Башҡорт теле», «Урыҫ теле», «Инглиз теле», «Башҡортостан, Рәсәй һәм донъя халыҡтары телдәре» – йәмғеһе 8 секция эшләне. Ҡатнашыусыларҙың сығыштарын абруйлы, эпосты яҡшы белгән жюри төркөмө ҡараны. Мәҫәлән, немец телендә һөйләүселәрҙе «Бертуган» журналының баш мөхәррире Әлиә Фидаил ҡыҙы Тайсина баһалап ултырҙы. Ул үҙе Германияла йәшәүгә ҡарамаҫтан, «Урал батыр», «Аҡбуҙат» эпос­тары менән ентекле ҡыҙыҡһынып, урыҫсаһын немец теленә прозаик формала тәржемә иткән. Киләсәктә рифма, ритмға һалып, шиғри рәүешкә лә әйләндереп ҡарарға ниәтләй.
Ниһайәт, секциялар ҙа үҙ эшен башланы. Һәр береһе үҙенсәлекле генә ине. Беҙ «Башҡорт теле» секцияһын ҡарарға булдыҡ. Бына тәүгеләрҙән булып Әлшәй районы Сурай мәктәбенән VIII синыф уҡыусыһы Диләфрүз Ларымбаева сыға. Ул эпостың 2 мең юлын ятлаған. Ҡумыҙҙа, ҡурайҙа ла уйнап ишеттерҙе. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Раушания Мәжит ҡыҙы Усманова әйтеүенсә, ҡыҙ район кимәлендәге йәш сәсәндәр конкурсында йыл һайын приз­лы урындар ала, ә республикала тәүгә көсөн һынай. Шуға бер аҙ тулҡынланыуы тәбиғи инде.
Ә Йылайырҙағы Шәйехзада Бабич исемендәге башҡорт гимназияһының X синыф уҡыусыһы Гөлнәзирә Мәхмүтованың башҡарыу оҫталығына, тиңдәштәре араһында үҙен ышаныслы тотоуына хайран ҡалырлыҡ! Шул тиклем образға инеп һөйләй. Баһалама ағзаларын оҫта итеп ҡурайҙа уйнап та шаҡ ҡатыр­ҙы. Ҡыҙ «Урал батыр»ҙы тулыһынса белә. Уның күп конкурстарҙа ҡатнашып йөрөүе әллә ҡайҙан уҡ күренеп тора. Былтыр «Урал батыр» эпосын башҡарыусы йәш сәсәндәр­ҙең республика бәйгеһендә III урын яулаған икән.

Әлшәйҙән Диләфрүз Ларымбаева ҡурайҙа уйнап ишеттерҙе.

Йылайыр ҡыҙҙары – Гөлнәзирә Мәхмүтова, Алтынай Атанғолова, Көнһылыу Солтанғужина.

– Бындай ярыштар үҙемде ысын башҡорт ҡыҙы итеп тойорға ярҙам итә, рухи байлығымды үҫтерәм, уй-фекер­ҙәрем киңәйә, – ти ул.
Эпосты төрлө телдәрҙә ятлап, секциянан секцияға йүгереп йөрөүселәрҙе күреп тә һоҡланып бөтә алманыҡ. Салауат районы Лағыр мәктәбенән VII синыф уҡыусыһы Эльвина Ҡазыева, мәҫәлән, «Урал батыр»ҙы башҡорт, урыҫ, инглиз телдәрендә һөйләп, көсөн һынаны.
– Эльвина – беҙҙең уҡыу алдынғыһы. Район, республика кимәлендә барлыҡ конкурстарҙа ҡатнашып тора. Һәр ваҡыт призлы урындар яулай. Спорт ярыштарында ла беренселекте бирмәй. Саңғы, йүгереү, баскетбол, волейбол буйынса үҙенең йәштәштәре араһында ғына түгел, өлкән синыфтар өсөн дә сығыш яһай, – ти уның хаҡында башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Гөлнур Зәкир ҡыҙы Садиҡова.
Секцияларҙа сығыш яһаусыларҙың эпостан өҙөк кенә ятлап ҡалмай, сәхнәләштереп тә күрһәтеүҙәре бәйгегә йәм өҫтәне. Мәҫәлән, «Башҡорт­остан, Рәсәй һәм донъя халыҡтары» секцияһында Павел Миронов исемендәге сыуаш йәкшәмбе мәктәбе тәрбиәләнеүселәре Настя Тихонова менән Илья Никитиндың сығыштары һоҡландыр­ҙы. Уларҙы етәкселәре Любовь Пашина әҙерләгән.
Баһалама ағзаларына иң-иңдәрҙе һайлап алыу еңелдән булманы. Барлыҡ ҡатнашыу­сыларға ла өҫтәмә һорауҙар бирелде, уларҙың сәсәнлек оҫталығы баһаланды. Ә еңеүселәргә дипломдар, ҡатнашыусыларға сертификаттар тапшырылды.
Барығыҙға шуны әйтәм:
Яҡшылыҡ булһын атығыҙ,
Кеше булһын затығыҙ;
Яманға юл ҡуймағыҙ,
Яҡшынан баш тартмағыҙ!

Гөлназ ШӘЙХЕТДИНОВА.
Өфө ҡалаһы.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code