Яҡшембәттән – яҡшы кәйеф менән!

Бәй-бәй! Ҡыш бабай бүләктәрен өләшә инде әллә? Ана, тоғон күтәреп Көйөргәҙе районының Яҡшембәт мәктәбендә йөрөп ята. Приздары ла етерлек кенә күренә. Ни эшләп юлын был тарафтарҙан башлаған тиһәк, әлеге белем усағында уҡыусылар «Йәншишмә»гә күпләп яҙылған икән. 2018 йылдың ярты йыллығында 30-ҙан ашыу бала гәзитте алдырып уҡыясаҡ. Һай, афариндар!

Бына ул гәзиткә яҙылыусылар!

Ҡыуаныстан ауыҙҙар йырылып, Ҡыш бабайыбыҙ менән бергәләп улар араһында отош уйыны үткәреп ҡарарға булдыҡ. Яратып уҡыйҙар, тырышалар бит, үҙҙәрен дә һөйөндөрәйек әле. Башланғыс синыф уҡытыусыһы Фәнүзә Миңлебулат ҡыҙы Хәлитова гәзиткә яҙылыусыларҙың исемдәрен йөрәк рәүешендәге ҡағыҙ киҫәгенә яҙып, стенаға элеп тә ҡуйҙы. Улар араһынан бүләк отоусыларҙы һайларға журналист булырға теләгән Аделина Арманшина, «Урал батыр» эпосының 3 мең 500 юлын яттан белеүсе Гөлгөнә Суванова һәм уҡыу алдынғыһы Азалиә Кикбаеваны саҡырып сығарҙыҡ. Иң беренсе призыбыҙ Юлиә Петроваға яҙған икән. Эй, ҡыуанды ҡыҙыҡай. Унан Руслан Фәйезов, Азалиә Кикбаева, Айбулат Бикмаев, Карина Сабирова, Динар Рахманғолов, Илнур Айҙаров, Линар Петров, Артур Искәндәров, Марсель Рәхмәтуллов, Әҙилә Вәлитова, Гүзәлиә Саттарова, Илфина Аҡкилдина, Эмиль Ғүмәров, Рәдиф Әхтәмов, Салауат Исхаҡов, Резеда Абдуллина, Гөлназ Ҡотләмбәтовалар бүләк отоп шатланды.

«Йәншишмә»нең дуҫтары күп йыйылғайны.

– «Йәншишмә» гәзитен бик яратабыҙ. Синыф сәғәттәрендә бергәләп уҡыйбыҙ. Уның буйынса өйгә эштәр ҙә биреп ҡайтарам. Беҙгә күберәк «Тәбиғәт мөйөшө», «Күңелдәрҙең иләҫ-миләҫ сағы» махсус биттәре, «Тәрбиә мәктәбе» рубрикаһы оҡшай, – ти башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Рузалиә Әхмәҙи ҡыҙы Айҙарова.
Фәнүзә Миңлебулат ҡыҙының да синыфы гәзит менән дуҫ булыуын яҡшы беләбеҙ. Ул алдағы көндәрҙә балалар­ҙа гәзит-журналдарҙы уҡыу­ға һөйөү уятыу маҡсатында «Йәншишмә»гә арнап уйындар, викториналар ойошторорға ла ниәтләй. Еңеүселәргә өйҙән бешереп килтерелгән тәмлекәстәр вәғәҙә итмәксе. Бик хуп!
– Яңы йылды яҡшы кәйефтәр менән ҡаршылайбыҙ. Күптәребеҙ тырышып уҡый, матур-матур һүрәттәр төшөрә. Ә инде Карина Сабирова менән Аделина Арманшина синыфыбыҙ ғорурлығы булып тора. Бик уңған ҡыҙҙар. Аделина тәүҙә башҡорт телен белмәй килһә лә, тиҙ өйрәнде. Хәҙер, ана, нисек һөйләй, уҡый! Иншалары ла матур килеп сыға. Яңы йыл байрамын да көтөп торабыҙ инде: шиғырҙар ятлайбыҙ, йырҙар, бейеүҙәр өйрәнәбеҙ. Ҡыҙҙарыбыҙ Гөлшат Ғибәҙулла ҡыҙы Хәйбуллина етәкләгән хореография мәктәбендә шөғөлләнә. Улар район конкурстарында еңеү­ҙәр яулай. Хоккей командаһы ла бар. Унда егеттәребеҙ, тәүге йыл ғына шөғөлләнеүҙәренә ҡарамаҫтан, беренселекте бирмәй. Беҙ улар өсөн ҡыуанабыҙ. Киләсәктә «Салауат Юлаев» клубының алмашсылары булып үҫер­ҙәр, тигән өмөттә ҡалабыҙ, – ти өсөнсөләрҙең уҡытыу­сылары Фәнүзә Хәлитова.
Ҡыш бабай Яҡшембәт мәктәбендәге уҡыу алдынғыларын да онотманы. Бишенсенән Ләйсән Әбдрәхимова, Сөмбөл Бикмаева, алтынсынан Айгизә Бикмаева, Әҙилә Вәлитова, Илдан Исламғолов, етенсенән Азамат Хәйбуллин, һигеҙенсенән Илүзә Сәлтәшева, туғы­ҙынсынан Динара Кинйәкәева, Әлиә Саттароваларҙың тырыш, өлгөр булыуҙарына хайран ҡалып, ҡул сабып, алҡышлап та ебәрҙе.
Аллаға шөкөр, бында балаларға уҡырға бөтә шарттар булдырылған. Түбәнге Баба, Ҡотлоюл, Көйөргәҙе, Урта Баба, Яңы Юлдан килеп уҡыу­сыларҙы йөрөтөргә автобус­тары ла бар. Теләүселәр интернатта ятып та уҡый ала. Волейбол, баскетбол, хоккей, милли көрәш секциялары ла әүҙем эшләй. Был ауылда райондағы музыка мәктәбенең филиалы ла булыуы шатландырҙы. Тимәк, ҡыҙҙар, малайҙарға ҡурай, баян, бейеү серҙәрен төплөрәк төшөнөргә лә киң юлдар асыла.
Ошондай матур хәбәрҙәр ишетеп, күңел тағы ла күтәрелеп китте. Яңы йылда ла бындай яңылыҡтарҙы күберәк булһын ине. Эт йылы һәр береһенә күтәренке кәйеф, ҡыуаныстар, уңыштар ғына килтерһен.

Гөлнур АҠҺАРОВА, Яҡшембәт мәктәбе директоры:
– «Йәншишмә»нең барлыҡ уҡыусыларын тыуып килгән Эт йылы менән ихлас күңелдән ҡайнар ҡотлайым. Һәммәһенә лә уҡыуҙарында уңыштар, иҫәнлек-һаулыҡ теләйем. Гәзитте алдырығыҙ, уҡы­ғыҙ. Сөнки уҡыған кеше бер ваҡытта ла юғалып ҡалмай, киң даирәле, мәғлүмәтле булып үҫә.

Гөлназ ШӘЙХЕТДИНОВА.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code