Яҙыусылар килде ҡунаҡҡа

«Татыу ғаилә – ил терәге», – ти халыҡ. Ысынлап та, шулай ул. Эйе, ғаилә үҙе – бәләкәй генә бер дәүләт. 2018 йыл Башҡортостанда Ғаилә йылы тип иғлан ителде. Минең уйлауымса, был юҡҡа түгелдер. Сөнки әлеге ваҡытта матур, татыу, шулай уҡ насар хәлле ғаиләләр ҙә бар. Үкенескә күрә, уларҙың тарҡалыуы ла күҙәтелә.

«Сабый күңеле – таңда атҡан сәскә». Эйе, һәр бер йортта балаларҙың көләс йөҙҙәре балҡыуы, наҙлы тауыштары, «атай», «әсәй» тиеп тороуҙары ниндәй бәхет! Ләкин күп балалар атай-әсәйһеҙ үҫә, уларҙы олатай-өләсәйҙәре тәрбиәләй йәки балалар йортона бирәләр. Бәхетле бала саҡ кем өсөндөр хыял ғына, бәғзеләр булғанының ҡәҙерен белмәй.
Ошо ауырлыҡтар йәш яҙыусы Айгиз Баймөхәмәтовты ла урап үтмәй. Уның бала сағы балалар йортонда үтә. «Атай-әсәйебеҙ беҙ бәләкәй саҡта үлеп ҡала», – тип яҙа автобиографияһында.
Яңыраҡ лицейыбыҙҙа онотолмаҫлыҡ кисә үтте. Унда Айгиз Баймөхәмәтов, Венер Исхаҡов һәм баш­ҡа ҡунаҡтар килде. Беҙ уларҙы күреүгә ныҡ шатландыҡ. Ә осрашыуыбыҙ Айгиз Баймөхә­мәтовтың өр-яңы китабы менән танышыуҙан башланып китте. «Урам балалары» әҫәре беҙгә атай-әсәйҙәрҙең ҡәҙерен белергә, хөрмәт итергә, тормошта килеп сыҡҡан ауырлыҡтар алдында юғалып ҡалмаҫҡа, бирешмәҫкә, көслө булырға өйрәтә. Ныҡ ҡына ниҙер теләһәң, ҡасандыр тормошҡа ашасағын әйтергә теләгәндер яҙыусы, тип уйлайым.
«Китап бүләк итеү» көнө ине. Шуға күрә Айгиз Баймөхәмәтов менән Венер Исхаҡовтар буш ҡул менән килмәгәйне. Бер нисә уҡыусыға китаптарын бүләк иттеләр.
Шулай итеп, ҡәҙерле ҡунаҡтар үҙҙәренең әҫәрҙәре аша тормоштоң матурлығын аңларға, атай-әсәйҙәр­ҙең ҡәҙерен белергә, ғаилә ҡиммәттәрен һаҡларға өйрәтте.

Йәнгүзәл ЗӘЙНУЛЛИНА.
VI «В» синыфы уҡыусыһы. Баймаҡ ҡалаһы, 4-се лицей.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code