Яҙмыштары ла бер иш уларҙың

Тәбиғәттә лә һәр миҙгел үҙенсә матур булған кеүек, өлкәнәйеү ҙә көҙ һымаҡ үҙенә хас матурлыҡҡа эйә. Мин үҙемдең ҡәҙерле кешеләрем – олатайым Әзһәр Хәсән улына һәм өләсәйем Әсмәбикә Мәғәнәүи ҡыҙына ҡарайым да шундай уйға киләм.

Бала саҡтары ла, үҫмер йылдары ла, йәшлектәре лә бер иш була улар­ҙың. Икәүһе лә Бишҡурай ауылында ишле ғаиләлә донъяға килә. Илдә һуғыш афәте башланғас, икеһенең дә атайҙары фронтҡа китә. Ике йорттоң да ҡапҡаһын ҡайғы еле шаҡый, яҡындары һуғыштан әйләнеп ҡайтмай, ике өйҙән ете бала етем ҡала…
Һуғыштан һуң барлыҡ кешеләр кисергән ауырлыҡтарҙы ла үҙ елкәләрендә татыйҙар. Белемле булырға тырышып, өләсәй бухгалтерҙар әҙерләү курсын тамамлай. Ул – ауылда хисапсы, ә олатай шофёр булып хеҙмәт юлын башлаған, һуңынан техникумда уҡый.
Шулай яҡындарым бәхет эҙләп ситкә сығып китмәгән, улар бер-береһенә мөхәббәтте лә, бәхетте лә үҙ тыу­ған ерендә тапҡан. Үткер ҡарашлы, мыҡты кәүҙәле шаян егеткә күҙ атыу­сы ҡыҙҙар булмаған түгел, булған, ләкин ул күҙгә-башҡа бик инеп бармаған, йыуаш ҡына, сабыр холоҡло, аҡыллы ҡыҙҙы – минең өләсәйемде ғүмер юлдашы итеп һайлаған.
«Мөхәббәт – бер-береңә ҡарап ултырыу түгел, ә икәүең дә бер яҡҡа ынтылып, бер маҡсат менән алға барыу», – ти улар. Бына шулай йәшәй башлағандар. Бер-бер артлы биш бала донъяға килә. Олатайым йорт тергеҙеү өсөн ауылдаштары менән Ҡариҙелгә урман киҫергә китә, Таныптан һалдарҙы Ағиҙелгә төшөрәләр. Бик ауыр, ҡурҡыныс эш ине, тип хәтерләй ул. Йорт һалып, балаларҙы тәрбиәләп, ғүмер кисерәләр.
Уларҙың уҙған юлдары, күрһәткән хеҙмәттәре үҙенең 100 йыллығын байрам итергә әҙерләнеүсе гүзәл республикам – Башҡортостаным тарихы менән бергә үрелеп бара. Ғүмерен ауыл менән бәйләп, колхозды үҫтереүгә бар көсөн һалған, ваҡытын да, һаулығын да йәлләмәгән Әзһәр олатайым эшләгән йылдарында. Һәр ваҡыт кешеләр менән уртаҡ тел табып, ниндәй генә хәл килеп тыуһа ла, уны яйға һала белгән кеше була. Ихлас күңел менән, ҙур яуап­лылыҡ тойоп эшләгән белгесте етәксе вазифаларға ҡуйғандар. Төҙөлөш бригадиры ла, колхозды кәрәк-яраҡтар менән тәьмин итеүсе лә, рәйестең ярҙамсыһы ла. Ниндәй генә эштәр башҡармаған улар был осорҙа. Колхоздың бөтә объекттары: гараж, МТМ, ферма йорто ошо йылдарҙа төҙөлә. Ә төҙөлөш материалдарын көн-төн тимәй, олатайым юллап алып ҡайта.
Өйҙә аш-һыу әҙерләү, кер йыуыу, ирен, балаларын таҙа йөрөтөү, баҡса эше, мал-тыуар ҡарау – бөтәһе лә өләсәй иңендә була. Бына шуға күрә лә олатайым тыныс күңел менән хөкүмәт эшен башҡарған да инде.
Атай абруйын өләсәйем тормошта дөрөҫ ҡуя белгән. Ул ҡулланған мәҡәл-әйтемдәр – беҙгә лә тәрбиә үрнәге. «Атай­ҙан алда өҫтәлгә ултырма, тапҡан малың юғалыр», «Атайҙың һүҙе алтын, тыңламаһаң, алтын биреп тә түләй алмаҫһың», «Ир кеше – ил те­рәге, ҡыҙ кеше – ил биҙәге, кеше – донъя үҙәге, кеше бул, балам!»…
Белем алыуға ынтылыш, эшкә һөйөү хөкөм иткән был ғаиләлә әҙәп, тәртип, эске мәҙәниәт, рух көслө була. Атайымдар ғаиләһендә бишәүһе лә – юғары белемле. Һәр береһе үҙ ишен табып, мөхәббәтле, күркәм ғаилә ҡороп ғүмер кисерә. Араларында инже­нер ҙа, етәксе лә, иҡтисадсы ла, юл төҙөүсе лә, табип та бар.
Әлеге көндә ҡәҙерлеләребеҙҙең ун бер ейән-ейәнсәре үҫә. Ғаиләлә туғандарыбыҙ менән бергә йыйылыу – үҙе ҙур байрам. Өҫтәл тирәләй күмәкләп сәй эскәндә йәки ҡышҡы оҙон кистәрҙә теҙелеп ултырып билмән яһағанда олатай-өләсәйебеҙ һәр беребеҙ менән ҡыҙыҡһына. Уңыштарыбыҙ ҙа бик күп: берәүебеҙ конкурста ҡатнашып еңгән, икенсебеҙ йөҙөү буйынса беренселекте бирмәй, өсөнсөбөҙ баян түңәрәгенә йөрөй.
Бына шулай көндәлек мәшәҡәттәр менән бер-береһен ҡайғыртып, яратып, борсолоуҙарын да, шатлыҡтарын да бергә уртаҡлашып, ғүмер үренә атлай минең яҡындарым. Киләһе йылда уларҙың икеһенә лә – һикһән йәш, ә бергә йәшәүҙәренә илле биш йыл була. Хеҙмәттәре лә, тырышлыҡтары ла, ябай, тыйнаҡ булыуҙары ла уртаҡ уларҙың.

Эльнара ЗАКИРОВА, IX синыф уҡыусыһы.
Илеш районы, Муса Гәрәев исемендәге Бишҡурай мәктәбе.

 

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code