Яҙ, яҙ килә!

Ҡояш көндән-көн нығыраҡ ҡыҙҙыра. Тышта рәхәт, йылы. Яйлап ҡарҙар ирей. Көндәр оҙоная. Оҙаҡламай ағастар бөрөләнер, ҡоштар йылы яҡтан ҡайта башлар. Бар тәбиғәт ҡышҡы тәрән йоҡоһонан уянасаҡ.
Этебеҙ Муйнаҡҡа ла күңелле. Ул ҡоштарҙың осҡанын күҙәтә. Әллә күҙҙәре ҡыҙамы икән? Ҡанаттарым булһа, мин дә осор инем, тип уйлай шикелле. Юҡҡа борсолма, маъмай, ерҙә лә бик рәхәт бит ул! Оҙаҡламай яланда йүгереп йөрөп уйнарбыҙ.

Гүзәл СӘЙФЕТДИНОВА, IV синыф уҡыусыһы.
Бөрйән районы, Әбделмәмбәт мәктәбе.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code