Яҙ килә!

Яҙ килә! Ер йөҙөнә матурлыҡ өҫтәлә. Бөтә тирә-яҡ йәнләнә. Ағастар япраҡ яра, ҡоштар һайраша.
Әйҙәгеҙ, бергәләп ҡоштарҙы ҡаршылайыҡ. Малайҙар сыйырсыҡ ояһы эшләһен. Һәр өйҙөң ихатаһында был ҡоштар матур йырын һуҙһын. Ә беҙ, ҡыҙҙар, ишек алдын тәртипкә килтерәйек. Һәр ихата сәскәләргә күмелһен.
Ә һуңынан шишмәләрҙе таҙартайыҡ. Экологик өмәләрҙә бөтәбеҙ ҙә әүҙем ҡатнашайыҡ. Таҙалыҡ, бөхтәлек үҙебеҙ өсөн бит!
Яҙ килә! Бөтә донъя матурлыҡҡа күмелә.

Айзилә МӘХМҮТОВА.
Күгәрсен районы, Яңы Хвалын мәктәбе.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code