Хыялдар тормошҡа ашһын!

Яңы ғына мәктәп тамамлап, оло тормош юлына аяҡ баҫҡан йәштәр алдында сираттағы һынау: уҡырға ҡайҙа барырға? Шуныһы ҡыҙыҡ: элек юғары уҡыу йорттарына тик яҡшы уҡығандар ғына документтарын бирә торғайны, тиһәк, һуңғы йылдарҙа Берҙәм дәүләт имтиханын уртаса тапшырғандарҙы ла, мәҫәлән, урыҫ теленән 36 балға, алалар. Ә БДИ һөҙөмтәләрен 5 баллы баһалау яғынан ҡарағанда, был «өслө» тигән һүҙ. Бер ҡараһаң, сәйерерәк тойола. Тимәк, атай-әсәйеңдең аҡсаһы етерлек икән, юғары уҡыу йортоноң түләүле бүлегенә насар ғына уҡыһаң да инергә мөмкин.

Әйткәндәй, быйыл күпселек юғары уҡыу йорттарында коммерция бүлектәренә инеүселәр һаны кәмер, тип көтөлә. Ил буйынса иң аҙ норматив былай ҙа йылына – 64 мең, өҫтәүенә, быйылдан башлап Рәсәй Федерацияһының Фән һәм мәғариф министрлығы төбәк коэффициенты тигән төшөнсә индергән. Шулай итеп, 2017/2018 уҡыу йылында көндөҙгө бүлектә бакалавриатта белем алыу 81 мең тирәһе буласаҡ. Сағыштырыу өсөн: Мәскәүҙә – 130 мең. Эйе, кеҫә яғы һайыраҡ ата-әсәләр балаларын уҡыта алмаҫ инде. Түләүһеҙ бүлеккә саҡ ҡына балы етмәгән абитуриенттар йәл.
Шулай ҙа быйыл ҡаҙна урындарына инеү мөмкинлеге ҙурыраҡ, тип иҫәпләнә. Быны демография менән бәйләйҙәр: йәғни былтыр сығарылыш синыфы уҡыусыларының һаны 19 мең булһа, быйыл – 17 мең 500 генә. Ә түләүһеҙ урындар һаны үҙгәрешһеҙ ҡала. Юғары уҡыу йорттарының урындарҙы бер белгеслектәрҙә кәметеп, икенселәрендә, киреһенсә, арттырыуы мөмкин, әлбиттә. Рәсәй Фән һәм мәғариф министры Ольга Васильева әйтеүенсә, әле илгә инженер-техниктар, тәбиғи-фәнни йүнәлеш буйынса белгестәр, педагогтар, медицина хеҙмәткәрҙәре ныҡ кәрәк.
Берҙәм дәүләт имтихандарын юғары балдарға тапшырған абитуриенттар, ғәҙәттә, Мәскәү, Санкт-Петербург йәки сит ил вуздарын һайлай. Үҙебеҙҙең республика уҡыу йорттарының да абруйы ҙур ҙа бит: күпме сит ил студенттары Өфөгә килеп белем ала?! Әммә Берҙәм дәүләт имтиханы иң-иңдәргә киң мөмкинлектәр асты, ҙурыраҡ ҡалаларға ашҡыналар. Шуға ла улар­ҙың уҡыуҙарын уңышлы тамамлап, Баш­ҡортостаныбыҙға ҡайтып эшләүҙәрен көтөргә генә ҡала. Был хаҡта республика Башлығы Рөстәм Хәмитов та белдерҙе.
Хыялдарығыҙ тормошҡа ашһын, ҡәҙерле абитуриенттар!

Э. РӘШИТОВА.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code