Хоккейҙы ҡурҡаҡтар уйнамай

Ҡапҡасы Әлмир Кәлимуллин, уйынсылар Айҙар Латипов
һәм Фидан Халиҡов тренерҙары Азат Ғабдулла улы менән.

Бигерәк бәхетле инде Айыт малайҙары! Бындай хоккей майҙаны ҡала мәктәптәрендә лә бик һирәк. Кейемдәре лә шундай матур! Ҡапҡасы Әлмир Кәлимуллинды күреү менән, ирекһеҙҙән, уны «Салауат Юлаев» командаһы уйынсыларына оҡшатып ҡуяһың. IV синыфта ғына уҡый, тип уйламаҫһың да. Үҙен шундай ышаныслы тота. Күренекле ауылдаштары Илдар Ғимаев исемен йөрөткән команда бит улар.

Әле малайҙарҙың ҡыҙыу күнекмәләр мәле. Апрелдә үтәсәк Балалар хоккей лигаһының республика финалына әҙерләнәләр. Туймазылағы ярыштарҙа һынатмаҫҡа иҫәптәре. 2014 – 2015 йылда уҙған «Алтын шайба» уйындарында айыттар республикала II урын алып ҡыуанды. Ә былтырғы миҙгелдә төбәк-ара хоккей турнирында I урынды яуланылар. Унда Әлшәй районынан, Приют ҡасабаһынан, шулай уҡ Ырымбур өлкәһенән килгән спортсылар көс һынашты. Айыт мәктәбенең Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан уҡытыусылары иҫтәлегенә арналған турнирҙа был команда уйынсыларының еңеүенә ғәжәпләнәһе түгел. Егеттәрҙең күбеһе Бишбүләк район йыйылма командаһы ағзалары бит.
Тренерҙары Азат Ғабдулла улы Сәмиғуллин – үҙе лә профессиональ спортсы. Ҡасандыр Ташкент ҡалаһының «Бинокур» командаһында уйнаған. Йәрәхәт алғас, ҙур спортты ҡалдырырға мәжбүр булған. Әле иһә йәш хоккейсыларға тәжрибәһен тапшыра. Айыт мәктәбендә хәҙер бөтәһе лә хоккей менән «ауырый».
– I синыфтан XI синыфҡа тиклем 56 уҡыусы шөғөлләнә, – ти Азат Ғабдулла улы. – Кескәйҙәр, урта йәштәгеләр һәм өлкәндәргә бүленеп, өс төркөмдә күнекмәләр үткәрәбеҙ. V синыфтан Айҙар Латипов «Алтын шайба»ла «Иң яҡшы һөжүм итеүсе» тип билдәләнде. Оҫта уйынсыларыбыҙ күп. Мәҫәлән, бишенселәрҙән Даниэль Кәримов, Эрик Халиҡов, Данил Прокопьев, Рәдиф Михайлов, Илнар Гәрәев, Илмир Ғәлимуллин, алтынсынан Фидан Халиҡов һәм башҡалар.
…Беҙгә оҙаҡлап һөйләшеп торорға ла форсат булманы. Малайҙар бер-бер артлы боҙға сығып күнекмәләрен башланы ла. Алда торған республика ярышында һынатмаҫ өсөн ныҡ тырышырға кәрәк. Илдар Ғимаев исемендәге команда еңелеп өйрәнмәгән. Был юлы ла уларға уңыш йылмайыр, тип ышанабыҙ.

Зөһрә ҠОТЛОГИЛДИНА.
Бишбүләк районы.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code