Хоҡуҡ мәктәбе көтә!

БДУ-ның Хоҡуҡ институты IX – XI синыф уҡыусыларын асыҡ хоҡуҡ мәктәбенә бушлай уҡырға саҡыра. Бында улар көндәлек тормошта кәрәк булған юридик белем аласаҡ, үҙҙәренең хоҡуҡтары һәм бурыстары хаҡында беләсәк. Уҡыу программаһы 10 фәндән тора. Дәрестәр аҙнаһына бер тапҡыр, көндөң икенсе яртыһында үткәрелә.
Асыҡ мәктәп 28 марттан 13 июнгә тиклем эшләйәсәк. Белем алырға теләүселәр 26 мартҡа тиклем үҙе тураһында мәғлүмәттәр – исем-шәрифе, синыфы, уҡыған мәктәбе, элект­рон адресы, телефоны яҙылған ғаризаны op-school@mail.ru почтаһына ебәрергә тейеш. Курсты үтеүселәргә аҙаҡтан сертификаттар тапшырыла.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code