Халҡыбыҙҙың аҫыл йондоҙо

Мостай Кәрим беҙҙең мәктәптә ҡунаҡта.

Мәктәбебеҙҙә Мостай Кәримдең тормошо һәм ижады буйынса әҙәби-музыкаль кисә үтте. Уны Регина Исмәғилева менән Мирас Сирбаев матур итеп алып бар­ҙы. Уҡыусылар Мостай Кәримдең шиғырҙарын яттан һөйләне, йырҙарын башҡарҙы. Уҡытыусылары Фәйрүзә Хәмзә ҡыҙы Ҡарағолова менән V «А» синыфы әҙерләгән сығыш та көслө алҡыштарға күмелде.

Кисәгә мәктәптә оҙаҡ йылдар биология дәресенән уҡытҡан, хәҙерге көндә хаҡлы ялда булған Көнһылыу Зәки ҡыҙы Ҡотлобаева саҡырылды. Ул беҙгә бөйөк шағир менән нисек яҡындан танышыуы тураһында бәйән итте. «Бер мәл «Йәшлек» гәзите «Минең кумирым» тигән конкурс иғлан иткәйне. Баҫмала сыҡҡан бар мәҡәләләр менән танышып барҙым. Күмертауҙан башҡорт теле уҡытыу­сыһы Мостай Кәримдең үҙенең кумиры булыуы тураһында ҙур мәҡәлә яҙғайны. Әммә шағир менән осрашыуға гәзитте алдырған кешеләр генә саҡырыла ине. Ә был уҡытыусы «Йәшлек»кә яҙылмаған икән. Ныҡ йәлләнем үҙен. Шунан мин редакцияға, гәзиткә яҙылған квитанциямды уҡытыу­сыға бирәм, тип яҙып ебәр­ҙем. Уйламағанда икебеҙҙе лә Мос­тай Кәрим менән осрашыу­ға саҡыр­ҙылар. Тәүҙә мин барырға ҡыймай тор­ҙом, әммә барыбер ризалаштым, хөрмәт итмәү булыр, тип уйланым. Ул сарала Мос­тай Кәрим менән генә түгел, ә Ноғ­ман Мусин, Нурия Ирсаева, донъя кимәлендә танылған күренекле офтальмолог Марат Аҙнабаев һәм башҡа билдәле шәхестәр менән күрештек. Осрашыуға шағир үҙе килә алманы, әммә беҙҙе эргәһенә саҡырып алды. Ул юғары ҡан баҫымы менән дауаханала ята ине. Ниндәйҙер ҙур тул­ҡынланыу менән бар­ҙым, шундай бө­йөк кеше менән осраштым бит. Эргәһен­дә оҙаҡ тормаһаҡ та, уның менән аралашыу миңә ниндәйҙер көс, энергия биргән һымаҡ булды… Үҙе лә, әҫәрҙәре лә мәңгелек», – тип һөйләне Көнһылыу Зәки ҡыҙы.

Әҙәби-музыкаль кисәнән һуң.

Хөрмәтле уҡытыусыбыҙҙың сығышын барыһы ла йотлоғоп тыңланы. Шуны әйтеп үтергә кәрәк, Мостай Кәрим беҙҙең мәктәптә 2003 йылда булып киткән. Ул саҡта бөйөк шағирыбыҙ менән осрашыу ҙур бай­рам итеп үткәрелгән. Шул ваҡыттағы сы­ғышын әле булһа ла яҡты хәтирәләр менән иҫкә алалар. Сара аҙағында һәр кем унан автограф алған. Мостай Кәримдең матур теләктәр яҙылған был китаптары әлеге көндә лә бик ҡәҙерләп һаҡлана.

Зилиә БУРАНБАЕВА.
Бөрйән районы, Байназар мәктәбе.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code