Халҡы өсөн янып йәшәне

Артур Сурин атаһы Шәйхетдин, әсәһе Хәҙисә менән. 2011 йыл.

Беҙҙең Хәйбулла районында тыуып үҫкәндәр араһында кешелекле холҡо, яҡты аҡылы, яҡшы эше менән дан алған яҡташтарыбыҙ байтаҡ. Халыҡ уларҙы борон-борондан азамат ир, уҙаман, тип ололап, исемен телгә алған. Ундай шәхестәрҙең эше һәм тормошо халыҡ күңелендә яҡты эҙ ҡалдыра.

Вәзәм ауылынан сыҡҡан Артур Шәйхетдин улы Сурин да – шундай онотолмаҫ кешеләрҙең береһе. Ул да хәстәрлекле, егәрле, изгелекле, башҡаларға ышаныс һәм хөрмәт менән ҡараусы ине.
Артур Сурин – Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы, Рәсәй Федерацияһының урта профессиональ белем биреү алдынғыһы, халыҡ мәғарифына тоғро хеҙмәте өсөн Конс­тантин Ушинский, Михаил Шолохов исемендәге йәдкәр миҙалдарына лайыҡ булды.
Ул 24 йыл буйы Өфөләге 2-се педагогия колледжында уҡытты, директор вазифаһын башҡарҙы. Был уҡыу йорто бик оло тарихлы, уҡытыусылары төрлө милләттән, тәжрибәле һәм белемле. Унда меңгә яҡын уҡыусы – егеттәр, ҡыҙҙар йыр, рәсем дәресе уҡытыусыһы булырға өйрәнә. Артур Сурин ошо яуап­лы хеҙмәтендә иң башта коллектив менән эшләргә өйрәнә, ҙур тәжрибә туп­лай. Бала сағынан атай-әсәйле ғаиләлә үк бирелгән эшһөйәрлеге, тырышлығы, сәмле һәм намыҫсан булыуы уға күп ауырлыҡтарҙы еңеп сығырға ярҙам итә. Ә инде булмышының эскерһеҙлеге, ябайлығы, ихласлығы арҡаһында ул тормошта бик күп дуҫтар таба, уның яҡшылығын бөтә милләт кешеләре лә аңлай һәм үҙ итеп ҡабул итә.
Артур Шәйхетдин улы ете йылдан ашыу Башҡортостан Республикаһының Мәғариф министры урынбаҫары вазифаһын биләне. Ең һыҙғанып, йәне-тәне менән бирелеп, республика өсөн оло эштәр менән янып йәшәне. Баш­ҡорт мәктәптәрендә, интернат-гимназиялар­ҙа туған телде уҡытыу, улар өсөн дәреслектәр сығарыу яйға һалына, һәр уҡыусыға бушлай дәреслек таратыу эше нығытыла. Ул мәктәптә тәрбиә, синыфтан тыш түңәрәктәр, өҫтәмә белем биреү системаһын яҡшыртыуға ныҡ иғтибар бүлә, балаларҙы тәрбиәләү буйынса эшләгән уҡытыусыларға, тәрбиәселәргә түләү, уларҙы бүләкләү булдырыла. Күрше республикаларға, өлкәләргә йыш бара, унда йәшәгән башҡорттар­ҙың балалары туған телен өйрәнә ала­мы, ниндәй ҡыйынлыҡтар бар, ниндәй яр­ҙам кәрәк – барыһын белешеп ҡайта. Аҙаҡ инде Хөкүмәткә хәбәр итеп, сит өлкәлә­ге милләттәштәребеҙгә ярҙам ҡулы һуҙа.
Артур Сурин мәктәптәрҙәге тәрбиә эштәре өсөн яуаплы министр урынбаҫары ине, шуға күрә уҡыусыларҙы туризм, экологик әүҙемлек, һөнәрмәнлек һәм оҫталыҡ дәрестәре буйынса өйрәтеүҙе алға ҡуя. Башҡортостан Республикаһында балаларҙың юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен яҡшы белеүе, янғынға ҡаршы һаҡланыу сараларын өйрәнеүе буйынса ҙур кәңәшмәләр, конкурстар үткәрә. Бигерәк тә балаларҙың сәләмәтлеге һәм дөрөҫ ял итеүе спорт менән бәйле икәнен һәр ваҡыт әйтеп йөрөй. Әйткәндәй, республикала 119 төрлө спорт мәктәптәренең эше уның күҙәтеүендә, яуап­лылығында була. Йәш спортсыларҙы уйын залдары, саңғы, тимераяҡ, туп һәм башҡа кәрәк-яраҡ менән тәьмин итеүгә күп көс һала, алдан хәстәрләй. Ул йыш ҡына милли көрәш, саңғы, волейбол, хоккей, гимнастика ярыштарының нисек үтеүен ҡарарға бара, ҡатнаш­ҡан балаларҙың шат тауышын ишетеп, ҡыуаныслы йөҙҙәрен күреп ҡайта. «Сәләмәт бала – ул еңеүсе бала», – тип һәр береһенең ҡулын ҡыҫып, приздар тапшыра, рәхмәт әйтә. Уҡыусыларҙың спорт командалары үҙ-ара даими осрашыуҙар, бәйгеләр, спартакиадалар үткәреүен күҙәтеп бара.
Артур Шәйхетдин улы Сурин йәмле Һаҡмар йылғаһы буйында, иҫ киткес йәмле тәбиғәт ҡосағында ултырған Вәзәм, Әбеш, Сик, Бүре, Үрнәк, Йәнтеш, Ғәлиәхмәт, Аҡъюл ауылдарын йөрөп-күреп үҫә. Йәй көнө велосипедта йәки йәйәү, ҡыш булһа, саңғыла «һә» тигәнсе барып етерлек булып сыныға был яҡтарҙа ауыл балалары. Унынсы синыфты Әбештә тамамлағас, ул Йылайыр ауыл хужалығы техникумына агрономлыҡҡа уҡырға инә, игенсе һәм баҡса үҫтереүсе булырға теләй. Совет Армияһында ике йыл ракета ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итә. Яҡшы һалдат булғаны өсөн командирҙар уны ике мәртәбә ун бишәр көнгә ялға ҡайтара.
Артур Сурин ауыл хужалығы техникумын ҡыҙыл дипломға тамамлай. Уҡыған саҡта ул саңғысылар йыйылма командаһына инә, Хәйбулла, Баймаҡ райондарында күп саңғы ярыштарында ҡатнаша, призлы урындар ала. Уларҙың командаһы республика уҙыштарында ла һынатмай һәм беренсе урын яулай. Ул йәш саҡта ла, өйләнеп тормош көткәндә лә һәр ваҡыт спорт менән шөғөлләнде. Яҡшы йөҙә, мылтыҡтан бик төҙ ата, саңғыла йүгерһә, алдына кеше сығармай, турникта уға еткәндәр булмай… Һабантуйҙарҙа көрәшеп, еңеүсе була. Бындай тәүәккәллек, көрәшсе ҡомары уға атаһынан да күскән – ул Әбеш ауыл советы һабантуйҙарында туғыҙ йыл рәттән беренселекте бирмәгән көрәшсе була.
Артур Шәйхетдин улы Сурин һис уйламағанда яман ауырыуға тарып, кинәт кенә донъя ҡуйҙы. Вафат булыуына егерме көн ҡалғансы эштә йөрөнө, үҙенән һуң бер ниндәй аңлашылмаған һорау, мәшәҡәт ҡалдырмай, күп эштәрен тамамлап китте…
Ул тормошто, кешеләрҙе, эште-хеҙмәтте, дуҫлыҡты, балаларҙы һәм ата-әсәһен, туғандарын бик ныҡ ярата белгән, ҡәҙерләгән кеше ине. Бик намыҫсан, сәмле холоҡло, алдашыу-хәйләне белмәҫ һәм яҡын да юллатмаҫ саф күңелле булды. Юхаланғанды, хәрәмләшкәнде һис яратманы. Күп ауыр мәсьәләләрҙе үҙенең ипле һәм кеше хәленә инә торған ябайлығы менән еңеп сыҡты. Бүре ауылында йәшәгән ҡобайырсы, йыраусы Мөхәмәтйән олатай Ҡаҙаҡбаевтың балаларға бер һүҙе бар ине: «Кеше менән яҡшы булығыҙ, яҡшы кешене яман кешеләр ҙә ярата». Артур Шәйхетдин улын хатта бик уҫал тип даны сыҡҡан әҙәмдәр ҙә хөрмәт итә торғайны. Ул бит бөтә кешене лә үҙенең яйына ҡуйып, аңларға тырышып, һәр кемгә ярҙам итергә тырышып йәшәне. Әгәр теләгенә ирешһә, күңеле күтәрелә торғайны. Берәй сәбәп булып, ярҙам итә алмаһа, шул хәтле көйөнөр, әсенер, үҙен ғәйепле һанар ине.
Вәзәм ауылында Артур Шәйхетдин улының әсәһе йәшәй. Исеме – Хәҙисә Сәйфулла ҡыҙы Сурина. Уға – 82 йәш, ҡартайып китте, ләкин бирешмәҫкә тырыша. Ул бит Герой-әсә, ун бала тәрбиәләп үҫтергән. Бөтә балалары ла тәүфиҡлы, кешелекле һәм уңғандар. Тимәк, дөрөҫ тәрбиәләгән. Һеҙ, ауылдаштар, уға сәләм биреп, хәлен һорашып йөрөгөҙ. Артур Шәйхетдин улы әсәһен бигерәк тә ныҡ ярата ине, ныҡ һағына тор­ғайны. Йыш ҡына моңһоуланып китә лә: «Әсәмде һағындым. Уның менән һөйләшеп ултырғым, ҡайтҡым килә янына», – тип әйтеп ҡуя ине. Һеҙ ҙә әсәй­ҙәрегеҙҙе яратығыҙ, ҡәҙерен белегеҙ. Уларҙы бер ҡасан да рәнйетмәгеҙ, онотмағыҙ. Ҡәҙерле кешегеҙҙе гел генә ҡыуандырып торорға тырышығыҙ.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code