Хаҡым барҙыр

Бәхеткә лә хаҡым барҙыр,
Булмаһа, яҙмаҫ ине.
Яҙмыш һынап ҡарар өсөн
Йәрәбә һалмаҫ ине.

Алдарыма балаҫ йәйгән,
Бәхет төҫтәренән һуғып.
Яҡты йөҙ бороп йылмайһаң,
Яҙмыш тарта ҡулын һуҙып.

Болоттарҙың араһынан,
Йылмайғанға өмөт һирпеп,
Рәхмәт хисе, бәхет булып,
Күңелемде тишә тиртеп.

Бәхеттәргә лайыҡлылар,
Бары Хоҙай ҡарашында.
Күңелеңде ҡара хистән,
Ауыр уйҙан таҙарт ҡына.

Зимфира ӘБҮШАХМАНОВА.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code