Хөрмәт менән иҫкә алабыҙ

Олатайым Ән­үәр Мөжә­һит улы бәлә­кәй­ҙән үк эшләй башлаған. Ул ата­һына яр­ҙам ите­шә һәм йәше еткәс, әр­ме сафына баҫа. Өс йылдан һуң һал­дат хеҙмәтенән ҡайт­ҡас, Ҡа­ҙағстанға шахтёр булып эшкә ки­тә. Унда өс йыл бу­йы тир түгә.

Тыуған яғына ҡайтҡас, үҙен ауыл советына етәксе итеп ҡуялар. Бында һигеҙ йыл эшләй. Олатайымды ауыл халҡы бик ныҡ хөрмәт итә. Ул эшләгән ваҡытында Лира Ҡәүи ҡыҙы менән ғаилә ҡора. Бер-бер артлы дүрт балалары донъяға килә. Олатайым һуңынан колхозда янғын һүндереүсе һәм кочегар булып эшләй.
1984 йылда ҡаты ауырып, үлеп китә. Беҙ уны әле лә хөрмәт менән иҫкә алабыҙ, әсәйем менән атайым Ҡөрьән, ҡорбан аштарында ла аят уҡыта. Өләсәйемде лә онотмайбыҙ: тәмле аштар бешереп саҡырып торабыҙ, үҙебеҙ ҙә көн дә янына барып, хәлен белешәбеҙ, уға ярҙам итәбеҙ.

Ансаф НИЗАМОВ.
Ҡыйғы районы, Ибрай ауылы.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code