Хәрәкәттә – бәрәкәт

Әбделмәмбәт мәктәбендә Туристар көнөн билдәләү матур йолаға әйләнеп китте. Быйыл да уҡыусылар был көнгә бағышланған ярышты түҙем­һеҙлек менән көтөп алды. Тырышып әҙерләнгәндәре күренеп тора. Һәр синыфтан команда төҙөлгән, туризмға бағышланған плакаттар, презентациялар ҙә әҙер. Ярыш барышын төшөрөргә фотографтар ҙа билдәләнгән. Аҙаҡ иң матур, шәп кадр еңеүсеһен асыҡлаясаҡтар.
Байрам командалар парадынан башланды. Улар иң етеҙ, сос һәм география, биология фәндәрен шәп белеүселәрҙән тора ине. Уҡытыусылар иһә ҡыҙыҡлы ярыштар, викториналар, төрлө ҡаршылыҡтар әҙерләп ҡуйғайны.
Тәүге ярыш төрө – таштан ташҡа һикереп, батмайынса «һаҙлыҡ»тан сығыу. Һуңынан ағасҡа бәйләнгән бау ярҙамында – ҡаршылыҡты, ҡоламайынса бүрәнә аша үтергә кәрәк. «Яраланған иптәш»кә тәүге ярҙам күрһәтергә, география һәм биология фәндәренән белемдәрен иҫкә төшөрөргә, шартлы топографик тамғалар буйынса бирелгән һорау­ҙарға дөрөҫ яуап ҡайтарырға ла тейеш ине улар. Йәш туристар булараҡ, бирелгән ваҡыт эсендә биштәргә кәрәкле әйбер­ҙәр­ҙе һалыу, төйөндәрҙе дөрөҫ билдәләп, бәйләп күрһәтеү бик ҡыҙыҡлы булды. Бауға тотоноп тауға менеп төшөү иң һуңғы ҡаршылыҡ ине. Был ярышта оҫта һәм етеҙ булыу талап ителде. Һәр кем өҫтәмә мәрәй алырға, еңергә тырышты.
Беренсе урынға VI һәм X синыфтар сыҡты. Уларҙан бер аҙ арттараҡ ҡалып, IX, VII синыфтар икенсе урынды яуланы, ә өсөнсө урынды VIII һәм XI синыфтар бүлеште. Туризм байрамында тәүге тапҡыр көс һынашҡан бишенселәр «Иң етеҙҙәр» тип билдәләнде. Шулай уҡ ҡунаҡҡа килгән Килдеғол мәктәбе командаһы ла һынатманы.
Ярыш булғас, әлбиттә, кемдер еңә, икенселәр бер аҙ арттараҡ ҡала. Әммә эш еңеү-еңелеүҙә генә түгел. Көҙгө матур көндә бергәләп саф һауала булыу, ҡыҙыҡлы ярыштарҙа ҡатнашыу һәм дуҫтарың менән күңелле ваҡыт үткәреү икеләтә шәп. Хәрәкәттә – бәрәкәт икәнен бик яҡшы аңлайҙар Әбделмәмбәттә. Шуға ла мәктәп­тә һәр төрлө спорт секциялары, йәш туристар ойошмаһы гөрләп эшләй. Хеҙмәтенә күрә һөҙөмтәләр ҙә ҡыуаныслы. Артабан да уларға уңыштар, яңы үрҙәр теләйбеҙ.

Нурзилә УСМАНОВА, БДУ студенткаһы.
Бөрйән районы.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code