Вандалдар

Балалар, ошо ҡурҡыныс һүҙҙе ишетһәгеҙ, кемде күҙ алдына килтерәһегеҙ ул? Шөҡәтһеҙ, аяҡ-ҡулдары йөнлө, алпан-толпан баҫҡан айыу­ҙан да ҙур бер хайуан кеүек кешегә оҡшаған нәмәкәй күргәндәй булам мин. Ҙур ҡулдарын бер һелтәһә был «мәхшәркеше», эргә-тирәләге бөтә нәмә пыран-заран ҡыйралалыр…

Ҡурҡыттыммы? Ә шулай ҙа, дуҫтарым, бик етди генә һөйләшеү көтә бит әле беҙҙе. Хатта бына мин, психолог апайығыҙ, һеҙҙең тиҫтер­ҙәрегеҙгә үпкәләргәме икән, тип албыр­ғап йөрөйөм. «Юлдаш» радиоканалы ойоштор­ған тапшырыуҙа уларға ниндәйерәк яза бирергә икән, тип баш ватып алдыҡ. Ошо ҡот осҡос йәш вандалдар вата, емерә бит тирә-йүндәге матурлыҡты!!! Уны үҙегеҙ ҙә күргәнегеҙ бар­ҙыр, эйеме? Мәҫәлән, мәктәптә синыфташың бер имен парта ҡалдырмай исем-шәрифтәрен яҙа, бәке менән соҡой, кемде яратып, кемде күрә алмағанын ошо партаға сыймаҡлай. Ошо «кәрәк», үтә лә «мөһим» яңылыҡтарҙы ниңә ул «Бәйләнештә» үҙенең сәхифәһендә яҙмай, ә тик торған партаға (стенаға, иҙәнгә, һәйкәлдәргә) төшөрә икән һуң? Ошо сыймаҡлау кемгә кәрәк икән, уйлағанығыҙ бармы?
Тағы ла. Эшем буйынса мин ҡышҡы каникулда халыҡ күп йыйылған ерҙәрҙә йәмәғәт именлеген һаҡлауҙа ҡатнаштым. Ә кеше ял көндәрендә ҡайҙа килә балаҡайҙарын етәкләп? Эйе, боҙ тауына, шыршы тирәләй күңел асырға. Уның уттарынан беҙҙең Өфөбөҙ балҡып тора бит ул! Ә һеҙ күрһәгеҙ икән, дуҫтар, ниндәй шәп боҙ һындар уратып алған был йәшел матурҡайҙы: үтә күренмәле аттар, санала елдергән Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу, шуҡ йылмайған төлкөләр, эттәр һәм ҡанаттарын елпеп, бына-бына осоп китерҙәй ҡоштар… Илаһым, ғүмер буйы ошолай үҙ ҡулдары менән матурлыҡ эшләгән кешеләргә һоҡланам. Ни булһа ла, боҙ һындар килгән һәр бер кешегә шатлыҡ, ҡыуаныс бүләк итәлер ҙә инде! Ә иғтибарлыраҡ ҡараһам, мин ни күрәм һуң, дуҫтарым?! Аттар, төлкөләр, – ҡойроҡһоҙ, Ҡыш бабай – һаҡалһыҙ, Ҡарһылыу – итәкһеҙ, бер һын – ҡулһыҙ, икенсеһе аяҡһыҙ ҡалған… Бына хәҙер һеҙ ошо боҙоҡлоҡтарҙы «мәхшәркеше» ҡылған, тип уйланығыҙмы ин­де, ә? Иң күңелде ҡырғаны, дуҫтарым, ошо гүзәл боҙ һындарҙы ватыусылар, ҡырыусылар – балалар, үҫмерҙәр, һеҙҙең тиҫтерҙәр.
Минең һорауым бар һеҙгә: өйҙә атайҙарығыҙ, әсәйҙәрегеҙ башҡа кешенең хеҙмәтен хөрмәт итергә өйрәтәлер бит? Йәғни кемдер берәү тир түгеп, тырышып ниҙер эшләй икән – ил өсөн, киләсәк өсөн, һеҙҙең өсөн – был эшкә үтә лә һаҡсыл ҡараш булырға тейештер бит, нисек уйлайһығыҙ?
Әлбиттә, «Йәншишмә»беҙҙе уҡыған балалар араһында һирәктер тим ундай тәртип­һеҙҙәр, быға минең иманым камил. Шулай ҙа, ҡәҙерле уҡыусым, һин дә бит вандалдарҙың ҡулын ҡыҫҡартыуҙа ярҙам итә алаһың. Күмәкләгән – яу ҡайтарған, тиҙәр. Сөнки һеҙҙең ярҙам­һыҙ был эштә бер нисек тә булмай. Танышыңды, дуҫыңды, белешеңде тотһаң ошо алама эш өҫтөндә – тый, туҡтат! Быны ғына булдыра алаһың бит!
Өҫтәп шуны әйткем килә, аҡыллыларым минең: вандалдар өсөн Рәсәй Федерацияһы Енәйәт кодексының 214-се статьяһына ярашлы яуаплылыҡ ҡаралған. Бөтәгеҙҙең дә интернет селтәре бар – уҡып танышығыҙ әле.
Уҙған йылда Өфөлә өс йөҙҙән ашыу вандал осраҡтары теркәлгән, ҡала килеменә 20 миллиондан артыҡ зыян килгән. Бик насар күренеш, шулай бит? Беҙҙең Башҡортостаныбыҙҙың киләсәге, матурлығы, именлеге, төҙөклөгө – тик һеҙҙең ҡулдарҙа. Бер ҡасан да онотмағыҙ шуны.

Әлмира ИСХАҠОВА.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code