Валентинка бирергәме?

14 февраль – Изге Валентин көнө яҡынлашҡан һайын йөрәктәр йышыраҡ тибәлер әле, шулаймы? Ниһайәт, кемгәлер хистәремде белдерергә мөмкинлек тыуа, тип был көндө түҙемһеҙлек менән көтөүселәр ҙә барҙыр. Әммә открытка ебәрер алдынан уйланырға кәрәктер: уны алыусы яҙғаныңа шат булырмы икән һуң? Әйҙә, быны һынамыш ярҙамында беләйек. Тик һорауҙарға алдамай ғына яуап бирергә кәрәк.

  1. Һеҙ ҡасандан таныш?

А) Тыуғандан бирле, тиһәң дә була.

Б) I синыфтан, әммә яңыраҡ һөйләшә башланыҡ.

В) Бына бер-ике аҙна элек кенә һаулыҡ һораша башланыҡ.

Г) Ике ай ғына танышбыҙ, ә мин уны ғүмер буйы белгән кеүекмен.

  1. Ул һиңә нисә тапҡыр шылтыратты?

А) Миллион. Көнөнә әллә нисә тапҡыр шылтыратып урамға саҡыра.

Б) Ике мәртәбә шылтыратып өйгә эште һорашты.

В) Унда минең телефон номеры юҡ әле.

Г) Бик күп. Һынағаным юҡ. Кисә генә тыныс йоҡо теләп шылтыратты.

  1. Уның атаһының исеме нисек?

А) Белһәгеҙ, уның исемен атайһығыҙ.

Б) “И” хәрефенә башлана шикелле.

В) Белмәйем мин.

Г) Хәҙер шылтыратып беләм дә әйтәм.

  1. Ул һиңә нисек өндәшә?

А) Ғәлиәкәй, Лилиәкәй…

Б) Исемем менән.

В) Исемемде әйтмәҫкә тырыша.

Г) Фәрештәм минең, һылыуҡайым…

  1. Уның менән осрашыуға нисек кейенәһең?

А) Һәр ваҡыттағыса.

Б) Матурыраҡ күренергә тырышам.

В) Сағыу итеп! Ул бит мине, ниһайәт, күрергә тейеш.

Г) Уға оҡшағанса, нимә кейһәм һәйбәтерәк булырын үҙе тәҡдим итә.

  1. Уның һиңә нимә лә булһа бүләк иткәне бармы?

А) Ә елкәгә биреү иҫәпләнәме?

Б) Бер саҡ өйгә эште күсерткәйне. Былай был бүләкте ул ваҡыты-ваҡыты менән күптәргә эшләй инде.

В) Бер ваҡыт чипсы тәҡдим иткәйне. Был бүләккә һаналамы?

Г) Әлбиттә, ул миңә гел нимәлер йә сәскә бүләк итә.

  1. Уны бер аҙна күрмәй торһаң, һиңә…

А) Күңелһеҙ булып ҡала. Ә кем менән футбол уйнарға?

Б) Ҡурҡыныс булып китә: дәрестә кемдән күсерергә?

В) Моңһоу. Мин уның менән ҡайҙалыр уйламағанда осрашырға яратам.

Г) Эс боша. Ауырығанын бер ҙә яратмайым. Көнөнә әллә нисә ҡат шылтыратам.

  1. 14 февралде нисек үткәрәһең?

А) Бер нисек тә. Был – яратышҡан парҙар байрамы. Ә минең парым юҡ, тип иҫәпләйем.

Б) Романтик хыялдар менән. Шиғырҙар уҡып, уның тураһында уйланып үткәрәм.

В) Үткән йылдағы кеүек күп валентинкалар эшләйем дә дуҫтарға таратам.

Г) Уның менән бергә!

  1. Һин 14 февралде көтәһең, сөнки…

А) Һис юғы бүтәндәр бер-береһенә валентинкалар бүләк итеп, алғанын ҡарайым.

Б) Көтөлмәгән хәл булыр ҙа берәү дуҫлыҡ тәҡдим итер…

В) Моғайын, валентинка алырмын, кемдән икәнен әлегә белмәйем.

Г) Дуҫым менән иҫтә ҡалырлыҡ байрам ойошторасаҡбыҙ.

Шулай итеп, күберәк ҡайһы вариантты һайланың, иҫәпләп ҡара әле.

«А» күберәк: дуҫтар-иптәштәр. Һеҙ бит романтикаһыҙ бына тигән мөнәсәбәттә. Туҡта әле: һин ниңә был һынамышты үттең? Ул да бит һинең уны дуҫ итеп кенә күреүеңде белә. Уйла әле, ҡасандан дуҫың хыялыңдағы геройға әүерелде? Бәлки, тойолалыр ғына. Ни генә тимә, һеҙҙең арала әлегә бер ниндәй ҙә хистәр юҡ, дуҫлыҡ ҡына. Валентинка бүләк итергәме уға? Әгәр бөтә дуҫтарыңа ла таратырға күнеккәнһең икән, әйҙә, шулай ит. Уға ғына тапшырып, егетте уңайһыҙ хәлдә ҡалдырыуың бар: ғашиҡтар түгелһегеҙ бит.

«Б» күберәк: ҡар иремәгән әле. Тәүге аҙымды яһап, хәлде еңеләйтә алаһың. Кем белә, бәлки, күптән һинең турала уйлап йөрөйҙөр. Ул – үҙен бөтәһе менән дә итәғәтле тотҡан егет. Һин дә хистәреңде аңлап етмәйһең әле. Валентинка бирһәң дә, нейтраль һүрәтлеһен һайла. Көт әле, бәлки, яҙға табан был егет иғтибарын арттырыр.

«В» күберәк. Билдәһеҙлек. Һеҙ әле ныҡлап таныш түгел бит. Уның ҡарауы, үҙеңә тартылыуын беләһең инде. Сабыр ит. Уның ниндәй кеше икәнен дә белмәйһең әле. Яҡындан танышҡас, оҡшамаған яҡтарын да күреүең бар. Ғашиҡтар көнөнә әллә ниндәй хис тулы һүҙҙәр яҙмай ғына валентинка бирергә мөмкин.

«Г» күберәк. Мөхәббәт! Нимә тиһең инде?! Һеҙгә бергә күңелле. Иң мөһиме: был матур мөнәсәбәттәрҙе һаҡлау. Валентинканы, әлбиттә, бүләк ит. Уға бик оҡшаясаҡ.

Эльвира ӘСӘҘУЛЛИНА.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code