Вәт, күңелле байрам!

Яңы йыл – мөғжизәләр мәле. Ҡыш бабай менән Ҡарһылыуҙы көтөп алыусы кескәйҙәр өсөн бигерәк тә тылсымлы кеүек тойола. Шулай булды ла. Баш ҡаланың 38-се моделле балалар китапханаһы балалар өсөн ҡар бабай­ҙар – Варежкин һәм Шапочкин, Ҡарһылыу ҡатнашлығында кү­ңелле байрам ойошторҙо.

Улар тылсымлы йөк машинаһында килеп, ҡыҙҙар һәм малайҙар­ҙы Яңы йыл менән ҡотланы. Әкиәт геройҙары күңелле һәм файҙалы дәрестәр ҙә уҙғарҙы. Физкультурала гимнастика яһанылар, хоккей уйнап та ярыштылар. Хеҙмәт дәресендә көрәктәр тотоп, юлды таҙартырға сыҡтылар, йыр­ҙа экология темаһына моңло көй һуҙҙылар. Бөтә бирелгән эштәр­ҙе үтәгәс, балалар Ҡыш бабай­ҙың ярҙамсылары итеп ҡабул ителде.

Эрика ДҮСӘЕВА, БДУ студенткаһы.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code