Уттай ҡыҙыу бесән өҫтө

Быйыл һуңғараҡ төшә халыҡ бесәнгә. Ни эшләйһең, көнө булманы бит. Бесән эшләүе бик еңелдән булмаһа ла, халыҡ барыбер ошо ваҡытты көтөп ала. Күпереп үҫкән йомшаҡ үләнде ҡолас ташлап сабыу үҙе бер рәхәт бит ул. Кипкәс, бакуйҙарҙы йүгереп йөрөп, әйләндерәһең, йыяһың. Бала-сағаһы ла мәж килеп йөрөй шунда.

Гөлнәзирә менән Гөлйемеш Зәйнәғәбдиновалар.

Триммер менән бесәнде ошолай сабалар инде.

Ана, туғыҙынсыны тамамлаған Гөлнәзирә Зәйнәғәб­динова ла һеңлеһе Гөлйе­меш менән ҡай­һылай матур һелтәп баралар. Ҡыҙ­ҙар былтыр сабырға өйрәнгән, быйыл иһә өлкәндәрҙән һис ҡалышмайҙар. Урманлы, таулы яҡтарҙа техниканы бик ҡулланып булмағас, ҡыҙҙар ҙа ана шулай бесән сабырға иртә өйрәнә.
– Беҙгә сабығыҙ, тип бер кем дә әйтмәне, үҙебеҙҙең өйрәнге килде. Унан көн буйына саф һауала йөрөү бер ҙә ялҡытмай. Өй­ҙә, киреһенсә, ваҡ-төйәк эштән арынып булмай, бында ике ҡулыңа – бер эш, – ти ҡыҙҙар.
– Ә теге егет нимә менән саба һуң? – тим геүләгән тауыш сығарып, салғыһын һелтәмәй тотоп ҡына йөрөгән бесәнсе яғына ҡарап.
– Ә-ә-ә, ул салғы бензин менән эшләй, – ти ҡыҙҙар йылмайып. – Триммер тип атала. То­ҡандырып ала­һың да тик йөрөй­һөң. Һәйбәт әйбер, ти ағайым. Ләкин беҙгә һелтәп сабыу барыбер нығыраҡ оҡшай.
Гөлнәзирә менән Гөлйемеш өйҙә лә оло ярҙамсылар. Әле яңыраҡ, әсәләре ҡулын ауырттырғас, етенсене тамамлаған Гөлйемеш икмәкте үҙе бешерә башлаған, ә апаһы һыйыр һауыр­ға өйрәнгән. Тәүҙәрәк ҡыйын булһа ла, хәҙер бына тигән итеп башҡарып ҡуялар был эштәрҙе.

Ҡала ҡыҙына ла килешә.

Күрше баҫыуҙа тағы ла бер ҡыҙҙың бесән сабып йөрөгәнен күреп ҡалдым. Эргәһенә барҙым.
Әлиә Ҡотлоева баш ҡала ҡыҙы булып сыҡты. Бына һиңә, мә! 14 йәшлек кенә Өфө ҡыҙы әйләндереп йә йыйып йөрөһә бер хәл, был бит ҡулына салғы алған. Маладис!
– Мин йыл һайын олатайым менән өләсәйем янында ял итәм. Улар өлкәнәйҙе хәҙер, яр­ҙам кәрәк тә үҙҙәренә. Бесәнгә бәләкәй генә сағымдан йөрөйөм. Быйыл бына сабып ҡарарға булдым. Өйрәнеүе артыҡ ауыр тип әйтмәҫ инем. Ми­не ашыҡтырмайҙар. Үҙемә айырым ер бүлеп бирҙеләр. Шунда тик йөрөйөм. Ильяс олатайым салғымды янып бирә.
Йәйгеһен күмәк булып китәбеҙ. 10 – 15 кеше йыйыла. Шуға күңелле бында, – ти ҡыҙ.
Әлиә уҡыуҙа ла һынатмай. Өфөләге 119-сы мәктәптә тик «дүртле» һәм «бишле» билдәләренә генә өлгәшә. Спортты ла үҙ итә.
Ҡыҙҙарҙың өсөһөнә лә «афарин!» тип әйтергә генә ҡала.

Х. ХӘСӘНОВА.
Белорет районы, Йөйәк ауылы.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code